Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 324


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРТИЛЛЕРИЯ
әҙерәк торғас та, аҡтар атакаға күтәрелде. Я. Хамматов.
АРТИЛЛЕРИЯ [рус. < фр. artillerie] (Р.: артиллерия; И.: artillery; T.: topçular) и.
1. йыйн. Төрлө калибр һәм төҙөлөштәге орудиелар; туптар. □ Артиллерия. ■ Һис бер урында күңел туҡтарлыҡ күренеш юҡ. Тик бер йортта артиллерия туптары һәм уның обоздары күренә. Д. Юлтый. Артиллерия торло калибрҙағы утыҙ алты орудиенан торасаҡ. Я. Хамматов. Десанттың бер өлөшо крепость артиллерияһын баҫып ала, хәрби ҡоролмаларҙы емерергә тотона. Б. Рафиҡов.
2. Туптар менән ҡоралланған ғәскәр төрө. □ Артиллерия. ■ Полыианы үтеп, Германияға барып сыҡҡас, бөтә артиллерия машиналарға тағылды. Ә. Хәкимов.
АРТИСЛАНЫУ (артислан-) (Р.: манерничать; И.: behave affectedly; T: suratlar etmek) ҡ. һөйл.
Яһалма ҡыланыу. □ Манерничать; гримасничать. ■ Басариевтың кәйефе боҙолдо, йөҙө ҡарайып китте, хатта артисланыуын да онотто. Р. Солтангәрәев.
АРТИСЛЫҠ (Р: профессия артиста; И.: actor; Т: artist) и.
Артислыҡ һәнәре. □ Профессия артиста (артистки). ■ [Атаһы — Сәриәгә:] Артислыҡҡа уҡыр булһаң, ебәрмәйем. Ауылда ла эш бөтмәгән, ана, әсәйең янына фермаға һыйыр һауа барырһың. Н. Мусин.
АРТИСТ (артисы) [рус. < фр. artiste] (Р: артист; И.: actor; Т: artist) и.
1. Сәнғәт әҫәрен тамашасылар алдында башҡарыусы. □ Артист. Күренекле артист. ■ Артист Арыҫлан Мөбәрәков Шекспир Отеллоһы характерындағы тиңдәшһеҙ шиғриәтте һәм юғары гуманизмды башҡорт тамашасыларына асып бирҙе. Ғ. Әхмәтшин. Үҙҙәре ҡыҙыл армеец, үҙҙәре совет хеҙмәткәре, үҙҙәре артист, үҙҙәре үк клуб таҙартыусы булған делегаттар эскәмйәләргә теҙелеп ултырҙылар. И. На-сыри. Былтыр Өфө артистары ауылға ки
леп концерт ҡуйғанда, Мөбәрәк «Шәүрә» көйөн йырлаған артисткаға һоҡланып туя алмағайны... Н. Мусин. Күсмә кино йә һирәкләп артистар килә башлағаны бирле ауыл тотҡаларына бәлә. Ә. Хәкимов.
2. күсм. һойл. Яһалма ҡыланышлы кеше. □ Кривляка. ■ [Тариф:] Атлауын күрһәт, атлауын, һуҙып-һуҙып, йомшаҡ ҡына баҫып бара тиген, ә! Ай, артист. Тап үҙе булаһың да ҡуяһың, әй! 3. Биишева.
АРТИСТАРСА (Р: артистически; И.: in artistic manner; T.: artistlar gibi) p.
Артисҡа хас булғанса. □ Артистически. Артистарса оҫта башҡара. ■ [Кыҙырас:] Хуш булып тороғоҙ, ни, Сәлимә апай. Хуш бул, Тариф, — тине ул, артистарса башын эйеп. 3. Биишева. Рәүф ағай артистарса матур итеп көлә. Н. Мусин.
АРТИСТИЗМ [рус. < фр. artistique ‘сәнғәтле’] (Р: артистизм; И.: artistry; T.: sanat) и.
Башҡарыу оҫталығы, маһирлығы. □ Артистизм. Тыумыштан килгән артистизм.
АРТҠА (Р: назад ; И.: backwards; T.: geriye) р.
1. Арт яҡҡа табан. □ Назад, вспять. Артҡа тайыу. Артҡа шылыу. ■ Кыҙ [Сәй-ҙеямал], ҡурҡыуынан һәм уңайһыҙлаиыуы-нан ни эшләргә белмәйенсә, артҡа сигенде. Я. Хамматов. Баҫҡаҡ уны этеп ебәрҙе, ҡарт артҡа тайпылып китте. К. Мәргән. [Тилмандың] артҡа таралған шырт ҡара сәстәре араһында һирәк-мирәк аҡ ҡылдар ҙа күренә ине. Д. Бүләков. • Артҡа ҡарап ғибрәт ал, алға ҡарап шөһрәт ал. Мәҡәл.
2. Арт яҡҡа. □ За спину. ■ Унан [келәттән ] ҡулдары артҡа шаҡарып бәйләнгән биш кешенең сыҡҡанын күргәс, халыҡ ах итте лә тымып ҡалды... Н. Мусин. Карттар, ир уртаһы кешеләр, ҡулдарын артҡа ҡуйып, айыуҙы уратып ҡарап сыҡтылар. Ж. Кейекбаев.
3. Артҡы яҡта; артта. □ Сзади, позади. ■ Инде һиңә артҡа юл юҡ, бәндә, күҙҙәреңде йом да тәҡдиреңә буйһон! Р. Камал.
324