АРТМАҠЛАУ
АРТҠА КИТЕҮ (артҡа кит-) (Р.: ухудшаться; И.: deteriorate; T.: kötüleşmek) ҡ.
Кирегә, насарға китеү. □ Ухудшаться (о делах). Эштәр артҡа китә башланы.
АРТҠА ҠАЛЫУ (артҡа ҡал-) (Р: оста-вать; И.: lag; T.: gecikme) ҡ.
Эш-хеҙмәт һөҙөмтәһе яғынан кемдәндер ҡалышыу. □ Отставать в чём. ■ Бай уйлар, ҡалай ярлы булмайым, тип, фәләнсә байҙан артҡа ҡалмайым, тип. Халыҡ ижадынан. • Бер көнгә артҡа ҡалһаң, биш көндә етә алмаҫһың. Мәҡәл.
АРТҠА ҠУЙЫУ (артҡа ҡуй-) (Р: откладывать; И.: delay; T.: gecikme) ҡ.
Ныҡ әһәмиәт бирмәй, икенсе урынға ҡуйыу. □ Откладывать, не исполнять, считая второстепенным.
АРТҠА ТАШЛАУ (артҡа ташла-) (Р: закинуть назад; И.: throw backwards; T: arkaya atmak) ҡ.
1. Артҡа табан киҫә ҡайырыу. □ Закинуть назад. ■ [Андрей], башын артҡа ташланы, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе. Ә. Хәкимов. [Атайым] башын артҡа ташлап, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Г. Яҡупова.
2. миф. Нимәнелер арҡа аша ташлап имләү ысулы. □ Магический способ заговаривания выбрасыванием чего-нибудь за спину.
АРТҠЫ (Р: задний; И.: back; T.: arka) с.
Арт яҡта урынлашҡан; арттағы. □ Задний. Артҡы капка. ■ Һуҙ һораусы артҡы рәттән ине. Ғ. Сәләм. [Аҡмал] айыуҙы тунап, эсен таҙартып, артҡы ботонан ҙур ғына киҫәк ит ҡырҡып алды. Б. Рафиҡов. Кәримә, туҙмәйенсә, Шәһурә ниндәй эшкә китте һуң, тип һорамаҡсы ине, ул арала артҡы ҡапҡанан Мөбәрәк килеп инде. Н. Мусин. • Алғы тәгәрмәс ҡайҙан тәгәрләһә, артҡы тәгәрмәс тә шунан тәгәрләй. Мәҡәл.
АРТЛАП (Р.: задворками; И.: through the backyard; T.: arka avluların gerisinden)^.
Арт яҡлап. □ Задами, задворками. M ]Не-федыч:] һин [Рамазан] хәҙер ырҙын арт
лап урманға кер ҙә ял итә тор. Ә. Хәкимов. Ғимал Ҡарабашты ырҙын артлап ҡына политбюро вәкиленә алып китте. И. Насыри.
АРТЛЫ (Р: со спинкой (о мебели)’, И.: having a back; T.: arkalı) с.
Арт ҡуйып яһалған, арты бар. □ Со спинкой (о мебели). Артлы арба.
АРТЛЫ САНА (Р: кошёвка; И.: kind of sledge; T.: kızak çeşidi) и.
Кеше ултырып йөрөй торған еңел сана. □ Кошёвка.
АРТМА с. ҡар. артмалы 2.
АРТМАҠ (артмағы) [дөйөм төрки арт ‘аҫып ҡуйыу’] (Р: перемётная сума; И.: weather wane; T.: torba çeşidi) и.
1. Эйәргә ике яҡлап аҫыла торған ҡуш моҡсай (кун, кейеҙ, балаҫ һымаҡ нәмәнән тегелә). □ Перемётная сума. Артмаҡтарҙы тултырыу. Эйәргә беркетелгән артмаҡ. Артмаҡтың уң яҡ ҡурйыны.
2. Эш хайуанына артылған йөк. □ Вьюк.
3. Арҡаға аҫа торған юл тоғо. □ Рюкзак, вещевой мешок. ■ Сөнәғәт арҡаһындағы артмағын йәтешләп алды ла ысыҡ ярып артабан атла[ны]. Ж. Кейекбаев.
4. диал. Башағас. □ Слега.
АРТМАҠЛАУ (артмаҡла-) (Р: навьючивать; И.: load; T.: yüklemek) ҡ.
1. Тоҡто элмәкләп арҡаға аҫыу. □ Навьючивать. // Навьючивание. ■ [Аҡмал:] Ул Етембай былай ҙа беше ирҙәр йөгөн артмаҡлаған. Йәш сағында ул [Иртуғанов] ҡырҡтартмасы булған, тартмаларын артмаҡлап ярты Рәсәйҙе ҡыҙырып сыҡҡан. Д. Юлтый. Мин арҡама тимер ҡапҡандар һалынған биштәр артмаҡлайым, кисә генә атайым һаплап, уткерләп биргән бәләкәй балтаны тотам. Д. Шәрәфетдинов.
2. Эш хайуанына ике яҡҡа һалындырып йөк аҫыу; артыу. □ Навьючить (лошадь, верблюд и т.д.). ■ Дөйә-аттарға артмаҡлап килтерелгән тирмәләр. Ғ. Хөсәйенов. Иран яҡтарынан ҡорал-яраҡ, келәм, ебәк, хуш еҫле май, киптерелгән емеш артмаҡлаған дөйә каруандары тартыла. Ә. Хәкимов.
325