АРТЫҠ-БОРТОҠ
1. Берәй нәмәнең күләмен, һанын күбәйтеү. □ Увеличивать, приумножать. // Увеличение, приумножение. Планды арттырыу. Эш хаҡын арттырыу, в Был бөтә республика буйынса тағы бер административ берәмекте арттырыуға килтерәсәк. Н. Мусин. [Перовский:] Сик буйҙарын нығытыу, яңы ҡәлғәләр ҡороу, ғәскәри хеҙмәтселәр һанын арттырыу ҙа беҙҙең өҫтә. 3. Ураҡсин. Цехтарҙа эш хаҡын арттырыуҙы талап итеп, эшкә сыҡмау, баш кутәреу, мастерҙарға буйһонмау ваҡиғалары йышайҙы. Я. Хамматов. • Эшле килер — эш арттырыр, эшһеҙ килер — эш ҡалдырыр. Мәҡәл.
2. Көсәйтеү. □ Усиливать. // Усиление. Иғтибарҙы арттырыу. Ҡеуәтен арттырыу. ■ Хандың ҡеуәтен арттырыу өсөн, яһаҡ туләргә кәрәк. К. Мәргән. Тамырынан ижтимағи уҙгәртеп ҡороуҙар осоронда республикабыҙ уҙ иҡтисади һәм рухи ҡеуәтен һаҡлап ҡалыу ғына ту гел, уны куп-кә арттырыуға өлгәште. «Ағиҙел», № 7, 2010.
3. Булмағанды үҙеңдән өҫтәү; шаштырыу. □ Преувеличивать. // Преувеличение. Арттырып маҡтаныу. ■ Ашауҙы насар тип булмай, курорттағы һымаҡ тиһәң дә, һис арттырыу булмаҫ, тәмле лә, мул да. Д. Юлтый.
4. Бүлеп, өлөш сығарыу. □ Выделить, выделить долю. // Выделение доли. ■ Сөнәғәт ашауҙан аҡса арттырыу хаҡында Гөл-нисаға әйтергә ҡыйынһыныбыраҡ йөрөгәндә, Гөлниса, белгән кеуек, уға уҙе әйтте... Ж. Кейекбаев.
АРТ ҺАН (Р.: ягодица.; И.: buttock; T: kaba et) и. анат.
1. Кәүҙәнең ултыра торған өлөшө; ултырыш. □ Ягодица. ■ [Тимашев:] Ырыҫҡол батырың арт һанын тырнап ҡараһын әле, ха-ха! 3. Ураҡсин.
2. Мал кәүҙәһенең артҡы өлөшө. □ Задняя часть туши. ■ Арт һан ҡалҡыулығы. Арт һанынан боландың шундуҡ ҡапҡан, ти, йылан. «Урал батыр».
АРТЫҠ I [боронғо төрки артуҡ "ҙурыраҡ’] (Р: лишний; И.: superfluous; T: artık) с.
1. Кәрәктән тыш; артып ҡалған. □ Лишний, излишний, избыточный. ■ [Габдулла:] Һиңә артыҡ аҡса биреп ултырған кеше бар тип беләһеңме әллә? Н. Мусин. Әсәһенең ҡаҙанлыҡ яҡҡа сығып, шымып ҡалыуынан Ирназар ниҙер һиҙенһә лә, быға артыҡ әһәмиәт биреп торманы, китте. Ә. Хәкимов. • Ауыртҡан ер — артыҡ ер. Әйтем.
2. кусм. Тейешһеҙ, урынһыҙ. □ Неуместный. Артыҡ һуҙ. Артыҡ хәбәр.
♦ Артыҡ бүрәнә башы кәрәкмәгән артыҡ кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Пятое колесо в телеге. ■ [Ҡормой:] Ярар, мин китәйем инде, артыҡ бурәнә башы булмайым. Б. Бикбай.
АРТЫҠ II (Р: свыше; И.: over; T: yukarı) р.
1. Билдәле бер һандан, дәүмәлдән күп.
□ Свыше, больше, более. ■ Сиратта ун-дан артыҡ кеше. Ғ. Байбурин. • Дөйә һуйған йыйындан тәкә һуйған туй артыҡ; тауыш тыуған туйыңдан тыныс торған ой артыҡ. Әйтем.
2. Саманан күп, сиктән тыш; бик, үтә.
□ Слишком, чересчур. ■ Дилбәр уның [Ха-ристың] оятһыҙ илгәҙәклегенә, шымалығы-на хайран ҡалып, артыҡ һуҙсәнләнеуенең сәбәбен төшөнөргә тырышып шым ғына ултыра. Г. Ғиззәтуллина. • Артыҡ ашҡынған ашһыҙ ҡалыр, башын йәшергән башһыҙ ҡалыр. Мәҡәл.
3. Өҫтөн, юғары. □ Больше, выше. Йәнеңдән артыҡ куреу. Йәшәуҙән артыҡ куреу.
♦ Биш артыҡ бер нәмәне йәки хәлде икенсе нәмәнән яҡшыраҡ күргәндә әйтелә.
□ Во много раз лучше. ■ [Ниғмәтулла:] Уның урынына уҙебеҙҙең кешене ҡуйһалар, биш артыҡ булыр ине. Я. Хамматов.
АРТЫҠ-БОРТОҠ (Р: лишний; И.: excess; T: gereksiz) с.
Кәрәге булмаған, артыҡ һаналған.
□ Лишний, излишний, ненужный. Артыҡ-
327