АРТЫҠЛЫҠ
бортоҡ хәбәр. ■ [Башлыҡ:] Ҡарағыҙ уны, артыҡ-бортоҡ кеше белмәһен. 3. Биишева. Зөһрә килгән саҡтарҙа ла артыҡ-бортоҡ һуҙ ыскындырмай. Н. Мусин. Артыҡ-бортоҡ һорау биреп ҡаңғыртыу юҡ, кургәндә-рен эстән генә кисереп, ихтирам менән ололоҡлап баш ҡына эйәләр, сәскә килтергәндәре лә бар. 3. Ураҡсин.
АРТЫҠЛЫҠ (артыҡлығы) (Р.: избыток; И.: surplus ; T.: fazla) и.
1. Билдәле бер һандан, кимәл-дәүмәл-дән күп булғанлыҡ. □ Избыток, излишек, излишество. Йылылыҡтың артыҡлығы. Архитектуралағы артыҡлыҡтар. Тупраҡтағы дымдың артыҡлығы.
2. Кемдән йәки ниҙәндер яҡшыраҡ сифат.
□ Преимущество, превосходство.
АРТЫҠЛЫҠ ДӘРӘЖӘҺЕ (Р.: пре восходная степень; И.: superlative degree; T.: enüstünlük derecesi) и. лингв.
Төп сифат һәм рәүештең иң юғары дәрәжәһен күрһәткән грамматик категория. Мәҫәлән, ҡып-ҡыҙыл, ап-аҡ, бик матур, иң таҙа, сөм ҡара, сылт ҡыҙыл. □ Превосходная степень.
АРТЫҠҺЫНЫУ (артыҡһын-) (Р: считать лишним; И.: deem superfluous; T: fazla görmek) ҡ.
Берәй кешене артыҡ күреү, артыҡҡа һанау. □ Считать лишним, ненужным, нежелательным кого.
АРТЫЛДЫРЫУ (артылдыр ) (Р: переполнять (сосуд)', лить через край (жидкость).', И.: overfill; T: tıklım tıklım doldurmak) ҡ.
һауыттың өҫтөнән арттырыу; таштырыу. □ Переполнять (сосуд)’, лить через край (жидкость). ■ [Әсәһе — Сәуиәгә:] Шәшкеңде ул ҡәҙәр артылдырма. Тулыр-тулмаҫ ҡына булһа, йәмле лә, тәмле лә була ул. Ф. Иҫәнғолов.
АРТЫЛЫУ I (артыл-) (Р: переполняться через край ; И.: overflow; T.: taşırmak) ҡ.
1. Тулып ташып сығыу; ашыу. □ Переполняться через край (о жидкости). Ваннаның
һыуы артылған. Ҡаҙандан һөт артылды. ■ Ямғыр бер башланһа, аҙналап, айлап яуа. Тирә-яҡ һыу менән тула, йылғалар ярҙарынан артылып сығалар. Ә. Бикчәнтәев.
2. Күтәрелеп, аша сығыу (тауҙы). □ Перевалить что, перейти через что. Һырт артылыу. ■ Урман айҡау, тауҙар артылыу беҙгә ауыр тугел. Ғ. Ибраһимов. Ҡон тау артына артылғанда, беҙ ауыл осондағы ҡайынлыҡҡа килеп еттек. К. Кинйәбулатова. Тубыҡтан ала ҡар йырмаслап текә тауға артылыуы, бигерәк тә хәҙер инде ун саҡрымдан ашыу тын юлдан килгәс, быуынды ала. Н. Мусин.
АРТЫЛЫУ II (артыл-) ҡ. төш. ҡар. артыу II. страд, от артыу II.
АРТЫЛЫШ (Р: перевал; И.: crossing; T.: dağ geçidi) и. геогр.
1. Тау һыртының аша сығып йөрөрлөк, һөҙәгерәк урыны. □ Перевал. Артылыштарҙы артылыу. Ҡайынлы артылыш. Тау артылыштары. ■ [Азамат менән шофёры] Ташауыҙ артылышын да уттеләр. Р. Солтангәрәев. Ҡаратауҙың иң текә бер артылышында юлға табан ыға биреп уҫ-кән йыуан, тарбағай имән бар. Н. Мусин. Көтөуселәр малды алдағы тау артылышына ыңғайлатып өйөрә, куҙәтселәр, һағауылдар, ҡорал аҫҡан яугир егеттәр — һәр береһе уҙ урынын алған. Ә. Хәкимов.
2. миф. Төрки мифологияһында өҫкө һәм аҫҡы донъяны яҡынайтыусы, рухтар йәшәүсе урын. □ В тюркской мифологии место сближения верхнего и среднего миров, место обитания духов.
АРТЫЛЫШЫУ ҡ. урт. ҡар. артылыу. взаимн. от артылыу.
АРТЫЛЫШ ЭЙӘҺЕ (Р: дух перевала; И.: spirit of crossings; T: dağ geçidi ruhu) и. миф.
Юғары һәм урта донъяларҙы яҡынайтҡан урындағы мифик зат. □ Дух перевала. ■ Тау башҡорттарында тау, артылыш эйәләренә ағасҡа сепрәктәр бәйләу йолаһы бар. Экспедиция материалдарынан.
328