АРТЫУ
АРТЫМ (Р.: привес; И.: additional weight; T.: kazanç) и.
1. Ниҙеңдер үҙ иҫәбенә артҡан ауырлығы. □ Привес. Тулайым артым. Тәулек артымы. Уртаса артым. Малдарҙың артымы.
2. Ондоң икмәк итеп бешергәндән һуң ауырлығы артыу. □ Припёк. Артым бирсу.
3. Килем, табыш. □ Прибыль, доход, прирост. Артым иҫәбенә файҙа алыу.
АРТЫМЛЫ (Р.: дающий большой привес; И.: giving much surplus; T.: kazançlı) c.
Күп артым бирә торған. □ Дающий большой привес, много припёка и прибыли. Артымлы эш.
АРТЫНАН (Р: вслед; И.: after; T.: arkadan) бәйл.
1. Алыҫлаша барыусыға эйәрә барыуҙы белдергәндә ҡулланыла. □ Вслед, за (послелог с исх. п.). Дошман артынан ҡыуыу. ■ Ғилемхан өндәшмәне, башын баҫып, атаһы артынан эйәрҙе. Р. Камал.
2. Бер эш-хәлде икенсеһе алыштырыуҙы белдергәндә ҡулланыла. □ Следом, за, после. ■ һутә торғас йыл артынан йылды, купме йәшәгән дә онотолдо. М. Ямалетдинов. Сынаяҡ артынан сынаяҡ бушатылды. Ж. Кейекбаев. Көндәр артынан көндәр утә тора, Барсынһылыуға ла йән юлдашын һайларға ваҡыт етә. «Алпамыша».
3. Берәй кеше аша башҡарылыуҙы, ниҙер ебәреүҙе белдергәндә ҡулланыла. □ Через. Кеше артынан сәләм ебәреу. ■ Осоп барған ҡош артынан әйтегеҙ беҙгә сәләм. Халыҡ йырынан.
АРТЫНАН ЙӨРӨҮ (артынан йөрө ) (Р: хлопотать, ходатайствовать за кого; заботиться о ком; И.: solicit; T.: uğraşmak) ҡ.
1. Кем йәки нимә менәндер ныҡ мәшғүл булыу; хәстәрләү, ҡайғыртыу. □ Хлопотать, ходатайствовать за кого; заботиться о ком.
2. кусм. Егеттең ҡыҙҙы оҙатып йөрөүе. □ Ухаживать за девушкой.
АРТЫНСА (Р: вслед; И.: after; T.: arkasından) р.
Артынан уҡ, әҙенән үк. □ Вслед, следом за кем, чем. Артынса уҡ килде. ■ Баш осонда
ҡарға ҡарҡылданы, яҡында ғына һайыҫҡан шыҡырланы, артынса уҡ ҡоҙғон ҡысҡырҙы. Т. Ғарипова. Тегеләрҙең [милицияның] закон уҙҙәре янында, бының [Мораттың] ҡыҙыуын баҫып алдылар ҙа бер кис йоҡлатып ҡайтарҙылар, артынса эшенә хат ебәрҙеләр. Р. Солтангәрәев. Уның (дауыл] артынса, дөбөр-шатыр кук кукрәп, йәшен йәшнәп, боҙ ҡатыш ямғыр яуа башланы. Ә. Хәкимов. Леспромхоздың баш инженеры Рифҡәт Солтанов, уның артынса бухгалтер килеп инде. Н. Мусин.
АРТЫНЫУ (артын-) (Р: навьючиваться; И.: load oneself up; T.: kendini yüklemek) ҡ.
1. Үҙеңә йәки менгән атыңа күп итеп артыу (йөктө). □ Навьючиваться, нагружаться. Артынып алған.
2. Үгеҙ теләп, мал өҫтөнә һикереү (һыйырға ҡарата). □ Находиться в периоде течки (о корове) и действовать, как самец.
АРТЫП КИТЕҮ (артып кит-) ҡ. ҡар. артыу.
АРТЫУ I (арт-) [дөйөм төрки арт ‘ашыу’] (Р: увеличиваться; И.: increase; T.: çoğalmak) ҡ.
1. Һан, күләм яғынан үҫеү; күбәйеү, ишәйеү. □ Увеличиваться, прибавляться. // Увеличение, прибавление. Команда өс кешегә артты. Көндән-көн көс арта. Кала халҡының һаны артты. Эш артты. ■ Ғәскәре һаман артыу өҫтөндә икән. Ә. Хәкимов. [Аҙнаев:] Һуңғы аҙнала бурәнә әҙерләу куләменең бер ярым тапҡырға артыуын әйтте... Н. Мусин. [Буранбай — Юлдашҡа:] Уңыш йыйыу барышы, беҙҙә быраулау тиҙлеге сәғәтенә өс-дурт тапҡырға артыуы тураһында ла материалдар бар, ҡара, — тине. 3. Биишева. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың артыуы хаҡында һөйләйҙәр, ләкин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса вәкил П. Астахов киреһен раҫлай. «Ағиҙел», № 11, 2010.
2. Кәрәктән, саманан артыҡ булыу. □ Превышать, становиться больше, ока
329