АРТЫУ
зываться больше. Тауарҙан күлдәклек артты. Һөт бер биҙрәнән артты. Һине күрмәгәнгә ике айҙан артты. ■ Торбала баҫым артыу — әле эштең техник яғы ғына. Р. Солтангәрәев.
3. Тәүге кимәлгә өҫтәлеп күтәрелеү, ярҙан сығыу (һыуға ҡарата). □ Прибывать (о воде), һыу артыу.
АРТЫУ II (арт-) (Р: навьючивать; И.: load; T: yüklemek) ҡ.
Ике яҡҡа һалындырып, эш хайуанына йөк аҫыу, артмаҡлау. □ Навьючивать. // Навьючивание. М Дүрт мең кешене берләштереүсе уҡсылар отряды, ике казачий полкы, башҡорт-мишәр ғәскәре, йөктәр артыулы ун меңгә яҡын дөйә һәм пушкалар менән походҡа сыҡҡас та, көндәр боҙолдо. Я. Хамматов.
АРТЫУ III (арт-) (Р: отделять; И.: separate; T: ayırmak) ҡ.
Ас эсәкте эс-ҡарындан аралап алыу. □ Отделять тонкую кишку.
АРТЫУ IV и. ҡар. артылыш. ■ Бера-уыҡ ныҡ ҡына елдереп алдылар ҙа, артыу башланғас, атламға күстеләр. К. Мәргән. [Сураҡай:] Тирә-яҡҡа күҙ һала-һала килә инем, анау артыуҙы артылғанда, һеҙҙең бынау йылға буйында йөрөгәнегеҙҙе күреп, шуларҙыр, тип килдем. М. Буранғолов.
АРТЫШ [дөйөм төрки артуч\ (Р: можжевельник; И.: juniper; T: ardıç) и. бот.
1. Кипарис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, мәңге йәшел ылыҫлы ҡыуаҡ йәки ағас (емеше медицинала ҡулланыла). □ Можжевельник (лат. Juniperus). ■ Йылдар үтеү менән кешеләр тормошона бер-бер артлы ҡытлыҡ килә: йәйә бөгөргә — артыш менән саған, уҡ юнырға — ҡайын, суҡмар, һөңгө һабы эшләргә — имән, ашарҙарына муйыл, балан, сәтләүек таба алмай яфа сигәләр икән. Н. Мусин. Юлыш уң ҡанатҡа ашыҡты, тимер күк айғырын менеп, артыштар, селектәр ҡаплаған йырын буйлап дошмандың артынан юлланды. Ә. Хәкимов. [Тәбит] йәш ҡар өҫтөнән шамбы һымаҡ шылып барған шыма нәмәне һис ҡыуып етә алмаҫ ине,
әгәр ҡарт артыш ҡыуағы уны тотҡарлап ҡалмаһа. Ә. Әминев.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, магик көскә эйә ағас. Бөтә яман көстәрҙе ҡурҡытыусы. □ Можжевельник (по поверьям, дерево или куст, который имеет магическую силу). ■ Артыш ағасы — доғалы, кеше ҡурсалай торған ағас. Ишек, тәҙрә баштарына, мөйөштәргә артыш элеү әле лә осрай. Ф. Хисамитдинова.
3. Ҡатай ырыуының изге ағасы. □ Родовое дерево катайцев.
АРТЫШ ЕЛӘГЕ (Р: можжевёловая ягода; И.: juniper berry; T.: ardıç meyvesi) и. бот.
Дарыу өсөн ҡулланылған ҡара итләс емеш. □ Можжевёловая ягода. Артыш еләген октябрь-ноябрь айҙарында йыялар.
АРТЫШ ИМЕ (Р: окуривание можжевельником; И.: smoking by juniper; T.: ardıç tütsülemesi) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, бөтә яман көстәрҙе ҡурҡытыу өсөн артышты яндырып ҡулланыу. □ Окуривание можжевельником.
АРТЫШ ӨТӨҮ (артыш өт-) ҡ. ҡар. артыш төтәтеү.
АРТЫШ ТӨНӘТМӘҺЕ (Р: можжевё ловая настойка; И.: juniper infusion; T.: ardıç kaynatması) и.
Артыш һалып эшләнгән төнәтмә. □ Можжевёловая настойка.
АРТЫШ ТӨТӘТЕҮ (артыш төтәт-) (Р: окуривать можжевельником, чтобы изгнать нечистую силу; И.: fumigate with juniper; T.: ardıcı tütsülemek) к. миф.
Ышаныуҙар буйынса, яман көстәрҙе ҡурҡытыу, ҡасырыу өсөн артыш яндырыу. □ Окуривать можжевельником, чтобы изгнать нечистую силу. ■ Өйҙә йәш бала, әсә булһа, артыш төтәтеү йолаһы бар. Өй тынысһыҙ булһа, мәйет йыуғанда, уны сығарғанда ла артыш төтәтәләр. Ф. Хисамитдинова.
АРТЫШ ЯНДЫРЫУ (артыш яндыр-) ҡ. ҡар. артыш төтәтеү.
330