АРХЕОЛОГИК
АРТ ЮЛ (Р.: задний проход; И.: anus; T.: makat) и. анат.
Йыуан эсәктәге тиҙәк сыға торған тишек.
□ Задний проход.
АРУҠ (Р.: изрядно; И.: considerably; T.: az değil) р. ҡыҫҡ. ф. һөйл.
Арыу уҡ. □ Изрядно, значительно, немало. Аруҡ китеу. Аруҡ эшләу. Аруҡ йөрөу.
■ [Гөльямал:] Әптрәхим, әйҙә, мен. Әҙерәк аяғың ял итһен. Аруҡ ер килдек бит. Я. Хамматов. Бәкер малайҙарҙан аруҡ ҡына артҡа ҡалды, Н. Ғәйетбай.
АРФА [рус. < нем.] (Р.: арфа; И.: harp; T.: harp) и.
Ҙур өсмөйөш рәүешендәге, сиртеп уйнай торған ҡыллы музыка ҡоралы. □ Арфа.
■ Ғәйшә инде ер ҡыҙы ту гел, ниндәйҙер илаһи зат булып куренде; ул муза ине хәҙер, алтын ҡыллы арфа уйнаусы илаһи муза ине... Д. Юлтый.
АРФАСЫ (Р: арфист; И.: harpist; Т.: harpist) и.
Арфала уйнаусы. □ Арфист, арфистка.
АРХАИЗАЦИЯ Л АУ (архаизацияла-) (Р: архаизировать; И.: archaic; T.: eskimek) ҡ.
Боронғолаштырыу, иҫкегә ҡайтарыу.
□ Архаизировать.
АРХАИЗМ [рус. < гр. archaios ‘боронғо’] (Р: архаизм; И.: archaism; T.: arkaizm) и. лингв.
1. Иҫкереп, дөйөм ҡулланылыштан төшөп ҡалған һүҙ, һүҙбәйләнеш йәки грамматик форма. □ Архаизм. Архаизмға әйләнеу. Архаизмдар ҡулланыу. Романдағы архаизмдар. ■ Иҫке төрки тел, архаизм элементтары ныҡ һаҡланып, бөгөнгө уҡыусыға ҡабул итеуе ауырыраҡ булған текстар хәҙерге әҙәби телгә кусерелде. Халыҡ ижадынан. Юҡ... был архаизм ту гел, киреһенсә, улар [Һ. Дәуләтшинаның әҫәрҙәре]башҡорт әҙәби теленә һалынған хазиналар. Б. Ишемғол.
2. Иҫке күренеш, ғәҙәт ҡалдығы. □ Пережиток старого явления, привычки.
АРХАИК (Р: архаический; И.: archaic; T.: arkaik) c.
Боронғо, иҫкергән. □ Архаический.
АРХАИКА (Р: архаика; И.: archaic; T.: arkaik) и.
Боронғолоҡ, иҫкелек һәм уларҙың айырым һыҙаттары. □ Архаика.
АРХАИСТ (Р: архаист; И.: archaic; T.: arkaik) и.
Архаизм яҡлы кеше. □ Архаист.
АРХАИСТИК (Р: архаистический; И.: archaic; T.: arkaik) с.
Боронғоға, иҫкегә тартҡан (әҙәби йәки сәнғәт әҫәре). □ Архаистический.
АРХАР [рус.] и. зоол. ҡар. арҡар.
АРХЕОГРАФ [рус.] (Р: археограф; И.: specialist in the study (and publication) of early texts; T.: eski yazı çeşitlerini öğrenen birisi) и.
Археография менән шөғөлләнеүсе, археография белгесе. □ Археограф.
АРХЕОГРАФИК (Р: археографический; И.: pertaining to the study of early texts; T.: eski yazıları öğrenen) с.
Археографияға мөнәсәбәтле. □ Археографический. Археографик эш. Археографик ҡомартҡылар. ■ Башҡортостанда археографик тикшеренеуҙәр XIX быуатта урыҫ (В.В. Вельяминов-Зернов, Р.Г. Игнатьев), артабан башҡорт ғалимдары тарафынан (М. Биксурин, С. Кукләшев, М. Өмөтбаев һ. б.) алып барыла. 3. Шәрипова.
АРХЕОГРАФИЯ [рус. < гр. archaios ‘беренсел, боронғо’ +grapho ‘яҙам’] (Р: археография; И.: study (and publication) of early texts; T.: eski yazı çeşitlerini inceleyen bilim) и.
Боронғо яҙма ҡомартҡыларҙы йыйыу, өйрәнеү һәм баҫырға әҙерләү теорияһын һәм методикаһын эшләүсе ярҙамсы тарихи фән. □ Археография. Археография материалдары.
АРХЕОЛОГ [рус. < гр.] (Р: археолог; И.: archaeologist; T.: arkeolog) и.
Археология буйынса белгес. □ Археолог. Археолог булып эшләу. Археолог яҙмалары.
АРХЕОЛОГИК (Р: археологический; И.: archaeological; T.: arkeolojik) с.
Археологияға мөнәсәбәтле. □ Археологический. Археологик ҡомартҡылар. Архео
331