Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 332


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРХЕОЛОГИЯ
логик мәҙәниәттәр. ■ Башҡортостан территорияһында иң боронғо археологик ҡомартҡы (Мысовая тораһы) беҙҙең эраға тиклем 70-се мең йыллыҡҡа тура килә. «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедиянан.
АРХЕОЛОГИЯ [рус. < гр. archaiologia ‘боронғолоҡ тураһында һүҙ’] (Р.: археология; И.: archaeology; T.: arkeoloji) и.
Кешелек йәмғиәтенең үткәнен һаҡланып ҡалған матди ҡомартҡылар буйынса өйрәнә торған тарих фәне тармағы. □ Археология. Археология музейы. Археология фәне. ■ Археология кафедраһы профессоры Михайлов Андрей Сергеевич,.. уҡыу йылы тамамланыр-тамамланмаҫ, Үзбәкстанға экспедицияға сығып китә икән. Ә. Хәкимов. Әлеге ваҡытта кеше һөлдәһе һәм ат һөйәктәре Санкт-Петербург археология музейында һаҡлана. «Ағиҙел», № 10, 2010.
АРХИВ [рус. < лат. archivum < гр. аг-chaios ‘боронғо’] (Р.: архив; И.: archives; T.: arşiv) и.
1. Яҙма ҡомартҡыларҙы, тарихи документтарҙы тәртипкә килтереү һәм һаҡлау менән шөғөлләнгән махсус учреждение. □ Архив. Дәуләт архивы. Ғилми архив. Үҙәк архив. Архив идаралығы. ■ Архив документтарының кусермәһен эшләткән өсөн һәм суд сығымдары өсөн, Саньяр йортонан һәм ғарызнамә биреусе Ырыҫҡолдан ҡаҙна файҙаһына 83 һум көмөшләтә туләтергә.
3. Ураҡсин.
2. Учреждениеның, ойошманың иҫке документтар, эш ҡағыҙҙары һаҡлана торған бүлеге. □ Архив. Загс архивы. Институт архивы.
3. Дәүләт учреждениелары, предприятиелар, ғилми һәм йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар һәм айырым шәхестәрҙең эшмәкәрлегенә бәйле ҡағыҙҙар. □ Архив. Фирҡә архивы.
4. Компьютерҙа архиватор-программа ярҙамында әҙ урын алһын өсөн ҡыҫып һаҡланған мәғлүмәт. □ Архив.
АРХИВАРИУС [рус. < лат. archivarius] и. ҡар. архивсы.
АРХИВАТОР [рус.] (Р.: архиватор; И.: archiver; T.: dosya sıkıştırıcı) и. инф.
Бер нисә файлды бер архивҡа берләштерә һәм шулай уҡ ҡыҫыу ярҙамында архивтағы файлдарҙы үҙгәртә алған программа. □ Архиватор.
АРХИВСЫ (Р.: архивист; И.: archivist; T.: arşivist) и.
Архив һаҡлаусы, архивта эшләүсе кеше; архивариус. □ Архивист. Архивсы вазифаһы.
АРХИЕПИСКОП [рус. < гр. archiepisko-/ю$] (Р: архиепископ; И.: archbishop; T.: başpiskopos) и.
Христиан динендә юғары дәрәжә һәм шул исемде йөрөтөүсе рухани. □ Архиепископ. ■ Баш мөфтөй Т. Тажетдин, архиепископ Никон, баш раввин Д. Кричевский, изге Раштыуа байрамында баш ҡалабыҙҙың нәҡ уҙәгендә бер-береһенән тик бер нисә метр ғына аралыҡта мәсеткә һәм сиркәугә нигеҙ ташы һалып, бөтә донъяға нисек итеп дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә мөмкин икәнлеген иҫбат итте. «Йәшлек», 6 октябрь
2009.
АРХИЕРЕЙ [рус. < гр. archihieros] (Р: архиерей; И.: bishop; T.: piskopos) и.
Христиан динендә юғары дәрәжәләге руханиҙарҙың (епископ, архиепископ, митрополит) дөйөм атамаһы. □ Архиерей.
АРХИПЕЛАГ [рус. < гр. archipelagos: archi ‘баш’ + pelagos ‘диңгеҙ’] (Р: архипелаг; И.: archipelago; T.: arşipel) и.
Бер-беренә яҡын урынлашҡан утрауҙар төркөмө. □ Архипелаг. Соломон архипелагы ете эре һәм йөҙләгән ваҡ ҡына утрауҙан тора.
АРХИТЕКТОНИКА [рус. < гр. archi-tektonike: archi ‘өлкән’ + tekton ‘ағастан төҙөлгән’] (Р: архитектоника; И.: architectonics; T.: arkitektonik) и.
1. архит. Өлөштәрҙең бер сама тигеҙ урынлашыуы, уларҙың бер бөтөн гармониялы ҡушылыуы. □ Архитектоника.
332