Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 333


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АРШЫНЛЫ
2. сәнғ. Әҫәрҙең художество бөтөнлөгө, композицияһы, төҙөлөшө. □ Архитектоника. ■ Ғ. Хәйри романдың архитектоникаһын төҙөүҙә донъя әҙәбиәте, рус һәм татар яҙыусылары тәжрибәһенән өйрәнде һәм шул тәжрибәне башҡорт эпик прозаһын үҫтереүҙә лә файҙаланырға тырышты. С. Сафуанов.
3. геол. Геологик төҙөлөштөң, теге йәки был урын тау тоҡомдарының ятыу йәки урынлашыу үҙенсәлектәре. □ Архитектоника.
АРХИТЕКТОНИК [рус.] (Р.: архитектонический; И.: architectonic; T.: arkitekto-nik) с.
Архитектоникаға мөнәсәбәтле. □ Архитектонический.
АРХИТЕКТОР [рус. < гр. architekton] (Р.: архитектор; И.: architect; T.: arkitekt) и.
Архитектура өлкәһендәге белгес. □ Архитектор. ■ Берәй матур ой күрҙеңме — архитектор булып, шундай бер бина ҡалдыраһы килә. Н. Нәжми. Б.Г. Кәлимуллин 1935 йылда Новосибирск ҡалаһында инженер-төҙөлөш институтын тамамлап сыға һәм башҡорттарҙан беренсе булып архитектор исеме ала. Ғ. Әмири.
АРХИТЕКТУРА [рус. < лат. architectura < гр. architekton ‘төҙөүсе’] (Р: архитектура; И.: architecture; T.: mimarlık) и.
1. Төҙөлөштө проектлау, башҡарыу һәм биҙәү сәнғәте, оҫталығы. □ Архитектура. Архитектура объекттары. Архитектура идаралығы. ■ Мөхәмәтсәлим үҙен бары яҡшы яҡтан күрһәтә: кластан класҡа маҡтау ҡағыҙҙары менән күсә килә, каллиграфия, архитектура һәм һынлы сәнғәт буйынса ярайһы уҡ күнекмәләр ала. М. Өмөтбаев.
2. Төҙөлөштөң характеры, стиле. □ Архитектура. Боронғо Греция архитектураһы. Хәҙерге архитектура. Готика архитектураһы. И Ҡатын яңы архитектура стилендә һалынған бер подъезлы күркәм йорттоң бишенсе ҡатында йәшәй икән. Л. Яҡшыбаева.
3. күсм. Нимәнеңдер бер берәмек булып ойошоуы (дәүләт, ойошма һ. б.). □ Архитектура.
4. инф. Компьютер быуынының һәм блогының йәки микропроцессорҙың берләшмәһе һәм улар араһындағы бәйләнеш.
□ Архитектура.
АРХИТЕКТУРА ПРОЕКТЫ (Р.: архитектурный проект; И.: architectural design; T.: mimarlık projesi) и. архит.
Төҙөлөш өсөн кәрәк булған архитектура документацияһы, архитектура мәсьәләләрен комплекслы хәл иткән өлөшө. □ Архитектурный проект.
АРШЫН [рус. аршин] (Р: аршин; И.: arshin; T: arşın) и.
1. Метрик системаны индергәнгә тиклем ҡулланылған 0,711 метрға тиң оҙонлоҡ үлсәү берәмеге. □ Аршин. ■ [Торомтай]кән-фит-шәкәр, нисә аршын ситса алып ҡайтып буласағы хаҡында иҫәп-хисап һалып бара. Н. Мусин. [Бейеш] Ҡылдан ишеүле алты аршын самаһы оҙонлоҡтағы яҫы кирәмгә ҡайышты ҡушып бәйләгәс, ҡарағай олонон уратып, уның элмәкле осон биленә бәйләне лә үргә үрмәләне. Я. Хамматов.
2. Шул оҙонлоҡтағы үлсәү таяғы. □ Аршин. Аршын менән үлсәү.
♦ Үҙ аршының менән үлсәү кешенең эш-ҡылығын үҙеңдән сығып баһалау. □ Мерить на свой аршин. Аршын йотҡан һымаҡ кәүҙәһен яһалма төҙ тотҡан кешегә ҡарата.
□ соотв. Как (словно, будто) аршин проглотил.
АРШЫНЛАУ (аршынла-) (Р: мерить аршином; И.: measure by the arshin; T.: arşınla ölçmek) ҡ. һойл.
Аршынға һалыу. □ Мерить аршином. Аршынлап үлсәү. Аршынлап бүлеү.
АРШЫНЛЫ (Р: аршинный; И.: by the arshin; T.: arşınlı) с. һөйл.
Аршын менән үлсәнгән. □ Аршинный. ■ Ни бысағыма шул ерҙе, аршынлы тауар һымаҡ, ҡат-ҡат үлсәргә! Ә. Хәкимов. Урҙала ла яңы әйберҙәр, кейем-һалым, яулыҡтар, аршынлы тауарҙар элеүле. Ж. Кейекбаев.
333