АРЪЯҠ
АРЪЯҠ (аръяғы) (Р.: противоположный берег; И.: opposite bank; T: karşı kenar) и.
1. Ҡаршы яҡ, киреһе — бирьяҡ. □ Противоположный берег. ■ Аҡтауҙың иң осонда, Иҙел бөгөлөндә, торған һағауылдар аръяҡта, Кугиҙел тарафында, бик ҙур саң кутәрелеуен хәбәр итте. 3. Ураҡсин.
2. Ниҙең дә булһа артындараҡ ятҡан урын, ер. □ Противоположная, задняя сторона чего-л. ■ Ашыҡтым! Боҙ кисеп урҙәр аштым. Йәшендем тау аръяғына, уҙемдән, һинән ҡастым. Т. Ғәниева.
3. Эш-хәлдең артабаны, ҡалған яғы.
□ Дальше. ■ Ярай, ҡустым, мин былай ғына әйтәм, аръяғын уҙең беләһең инде, һин хужа кеше, — тине Яҡуп. Б. Бикбай.
АРЫ I [боронғо төрки ан+гары] (Р.: дальше; И.: farther; T.: sonra) р.
1. Билдәле бер тәңгәлде үтеп; артабан. □ Дальше. Беҙҙең ой мәктәптән ары. ■ Нурисламдың хәлен белешергә өмөтләнеп, Мәҙинә нисәмә тапҡыр Лубянкаға барып йөрөп тә ишек төбөнән ары уҙа алмағайны. Ә. Хәкимов. Кук көмбәҙе кеуек туңәрәк тубәле башҡорт тирмәләренән ары осло башлы ҡаҙаҡ тирмәләре ҡалҡып сыҡҡан.
3. Ураҡсин. Алпамыша көтөусене башына бер сиртеп ултерә лә ары китә. «Алпамыша». • Татыу булһа ҡатының, ары торһон алтының. Әйтем.
2. Билдәле бер мәлдән һуң; йәнә, тағы.
□ Далее, дальше. ■ Саҡай, ауыл мәҙрәсәһен бөтөргәс, әйләнеп, хужалыҡ эштәренә бәйләнеп китте, ары уҡыманы. Б. Бикбай.
3. Билдәле бер кимәлдән юғары; артыҡ.
□ Больше, более. Был тоҡҡа биш биҙрәнән ары һыймай.
♦ Ары бәрелеп, бире һуғылыу (бәрелеү) ни эшләргә белмәй ҡаңғырып йөрөү.
□ Метаться, не находить себе места. Факиһа ары бәрелеп, бире бәрелеп уралғансы, Фатима һөт аҡҡан көпсәк тәңгәленә ҡоштабаҡ ултыртып өлгөрҙө һәм ҡаймаҡ көп
сәге аҫтына таш туҫтаҡ ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев. Ары торһон кәрәкмәй, кәрәге юҡ. □ Нет нужды, не нужно.
АРЫ II (Р: после, за, вслед; И.: after; T: sonra) бэйл.
Сығн. килештәге һүҙҙәр менән килеп «бүтән» мәғәнәһен бирә. □ После, за, вслед (послелог с исх. п.). Бынан ары. Унан ары. һуҙҙән ары һуҙ китте. ■ Ошолай алдашыу ы уның [Ҡәҙермәттең] намыҫын тырнағылап ҡуя, бынан ары йөрөмәйем шул Хөснәгә тигән фекергә килә... Н. Мусин.
АРЫ III и. диал. ҡар. бал ҡорто.
АРЫ-БИРЕ I (Р: туда-сюда; И.: hither and thither; T.: şuraya buraya) p.
Бер тегеләй, бер былай. □ Туда-сюда. Ары-бире йөрөу. Ары-бире сабыу. Ары-бире ҡарау. ■ Төн уртаһы. Ғәйфи яңғыҙ ғына ары-бире йөрөй иҙәндә. 3. Биишева. Талип егет тамаҡтан яҙҙы, дәрестәрен ташлап, йә һөжрәлә бикләнеп ятыр, йә йөрәгенә ту-ҙә алмай, ары-бире һуғылып йөрөр булды. Ә. Хәкимов. Прииск контораһы тирәһендә ары-бире утеп йөрөгән ят кешеләрҙе алыҫтан кургән Михаил аҙымын аҡрынайтты. Я. Хамматов.
АРЫ-БИРЕ II (Р: маловажный; И.: unimportant; T: önemsiz) с.
Мөһим булмаған, ваҡ-төйәк, теге-был, төрлө. □ Маловажный. Ары-бире эш.
АРЫ-БИРЕ III (Р: что-нибудь; И.: something; T: bir şey) и.
Берәй төрлө ярамаған насар эш, көтөлмәгән хәл. □ Что-нибудь, что-либо. Ары-бире була ҡалһа. ■ [Буранша:] Ары-бире булып, беҙ ваҡытында ҡайта алмаһаҡ, ҡатын, бала-сағаны йыуатырға кеше бар.
3. Биишева.
АРЫҒАЙЫУ (арығай-, арығая) ҡ. ҡар. арыҡланыу.
АРЫЙ I (Р: раз; И.: times; T: defa) р. диал.
Мәртәбә, тапҡыр. □ Раз. Ике арый әйттеләр. Ике арый ҡайтып китте. Ике арый килде.
334