АРЫМТАЛ
АРЫЙ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: on of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле, дыуан ырыуҙарының бер араһы.
□ Родовое подразделение башкир-дуван-цев, айлинцев.
АРЫҠ I (арығы) [дөйөм төрки арык] (Р: арык; И.: aryk; T.: ark) и.
Ер һуғарыу өсөн ҡаҙылған канау (Урта Азияла, Ҡаҙағстанда, Ҡавказ артында).
□ Арык. Арыҡ менән һуғарыу. ■ Сарсап ятҡан уттай ҡыҙыу сул ҡомо арыҡ һыуҙарын нисек һемереп йотһа, Нурислам да шулай ҡарт ғалимдың зауыҡлы хикәйә-ри-уәйәттәрен куңеленә һеңдерҙе. Ә. Хәкимов. Һ ыу ҙур арыҡтан тубәнгә атылып төшә, ҡайнай, шаулай. Ғ. Хәйри.
АРЫҠ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-юрма-тинцев.
АРЫҠ III [дөйөм төрки арык ‘ябыҡ’] (Р: тощий; И.: skinny; T.: çok zayıf) c.
Үтә ябыҡ; киреһе — һимеҙ. □ Тощий. Арыҡ ат. Арыҡ мал. Арыҡ булыу. ■ [Кәшфиҙең] куҙҙәре йышыраҡ уйсан, йылмайғанда ла тәуҙә ирендәре асыла, ауыҙы йырыла, арыҡ сикәләре йыйырыла. Д. Бүләков. [Сәлимә:] Мырҙағәле йыл да ашарына ғына ике һуғым һуя, ә беҙ өй эсенә бер арыҡ башмаҡҡа ҡарап ултырабыҙ. 3. Ураҡсин. • Йәш уләндә арыҡ мал да уйнаҡлай. Әйтем.
АРЫҠБАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бишауыл-уңғар ырыуының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир-бишаул-унгарцев.
АРЫҠЛАНДЫРЫУ (арыҡландыр-) (Р: доводить до истощения; И.: make emaciated; T.: bitkinliğe götürmek) ҡ.
Арыҡҡа әйләндереү; ябыҡтырыу. □ Доводить до истощения. Малды арыҡландырыу.
АРЫҠЛАНЫУ (арыҡлан-) (Р: худеть;
И.: grow thin; T.: zayıflamak) ҡ.
Ныҡ ябығыу, арыҡҡа әйләнеү. □ Худеть, исхудать, истощать. Ат арыҡланды. ■ Көҙөн арыу ғына ингән һарыҡтар, һаламдан башҡа һый курмәгәнгә, арыҡланды. Ф. Мансуров.
АРЫҠЛАР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Танып ырыуының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир-та-ныпцев.
АРЫҠЛЫҠ (Р: истощённость; И.: depletion; T: zayıfhk)w.
1. Ябыҡлыҡ. □ Истощённость. ■ [Ҡыуандыҡ] арыҡлыҡтан, тән ушәнлегенән арынып, мөһабәт, сибәр ир-егеткә әуерелде. Ә. Хәкимов.
2. Хәлһеҙлек. □ Бессилие.
АРЫҠ-ТУЛАҠ (Р: тощий; И.: scraggy; T: zayıf) с. йыйн.
Гел арыҡ, ябыҡ. □ Тощий. Арыҡ-тулаҡ мал. ■ Был ерҙәрҙе ҡалҡытыр өсөн айҙар буйы ҡуна ятҡан саҡтар бар ине бит. Ҡайҙа бараһың инде арыҡ-тулаҡ ат менән. Ғ. Вәлиев.
АРЫҠ-ТУРЫҠ с. ҡар. арыҡ II.
АРЫМАЙ-ТАЛМАЙ (Р: не покладая рук; И.: indefatigably; T: yorulup dinlenmeden)^.
Бик тырышып, туҡтауһыҙ. □ Не покладая рук, без устали. Арымай-талмай эшләу. Арымай-талмай шөғөлләнеу. ■ [Шәкерт:] Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, ғәҙеллек өсөн арымай-талмай көрәшәсәкмен. Я. Хамматов. Уңған мөриттәре ҡаланың урам-май-ҙандарын, баҙарҙарын, каруанһарайҙарҙы, Иҙел ярындағы караптар туҡталышын арымай-талмай ҡыҙыра, хәбәр аулай. Ә. Хәкимов.
АРЫМТАЛ (Р: быстро устающий; И.: inclined to tiredness; T: hızlı yorulan) с.
Тиҙ арыусан, арып барыусан. □ Быстро устающий, склонный к усталости. Арымтал am.
335