АРЫНДЫРТЫУ
АРЫНДЫРТЫУ (арындырт ) ҡ. йөкм. ҡар. арындырыу, от понуд арындырыу.
АРЫН Д ЫРЫЛ ЫУ (арындырыл-) ҡ. төш. ҡар. арындырыу 1. страд, от арындырыу 1.
АРЫНДЫРЫУ (арындыр-) (Р.: избавлять; И.: rescue (from); T.: kurtarmak) ҡ.
1. Берәй эш-хәл, кисереш һ.б. нәмәнән бушандырыу; ҡотолдороу. □ Избавлять, выручать. // Избавление. ■ Был ғүмерҙең хәҙер йылы түгел, сәғәтенә тиклем сикләнгән, һыҙырып ала алһыу хыялдарҙан, арындыра юҡ-бар шиктәрҙән. Р. Бикбаев. Республикабыҙ, ил буйынса йәштәр үҙҙәре лә, ололар ҙа төрлө акциялар, саралар, осрашыуҙар ойоштора. Эскенән, наркотиктарҙан, тәмәкенән арындырыу өсөн былар бик кәрәк. «Ағиҙел», № 10, 2010.
2. Берәй нәмәне сифат йәһәтенән таҙартыу. □ Очищать. Һыуҙы тәбиғи ҡатышмаларҙан арындырыу.
АРЫНҺЫҘ (Р: смирный; И.: meek; T.: sakin) с.
Киреләнмәй, ҡарышмай торған; йыуаш, күндәм. □ Смирный, кроткий, послушный.
■ Ул [Дөлдөл] бик арынһыҙ — ҡуйып киткән урынында тора торғайны. Ш. Бикҡол.
АРЫНЫУ (арын-) (Р: избавляться; И.: get rid of; T.: başından atmak) ҡ.
1. Берәй нәмәнән йәки эш-хәлдән ҡотолоу; бушаныу. □ Избавляться, освобождаться. // Избавление, освобождение. ■ Хужабикәләр, .. ой мәшәҡәттәренән арынып, ҡараңғы төшкәнсе саф һауала серләшә.
В. Нафиҡов. [Ҡыраубикә:] Балам, эт менән эт булма. Бер аҡҡа ҡара төшһә, унан арыныу ҡыйын булыр. Д. Юлтый. Бар булмышын анау шәфҡәтһеҙ ҡоршауҙан арыныу хәстәре, тереклек ғәме биләгәйне Нурисламдың. Ә. Хәкимов.
2. Төрлө ҡатнашмаларҙан таҙарыу. □ Очищаться. // Очищение. Кәрәкһеҙ ҡушымталарҙан арыныу.
АРЫП-ЙОНСОП р. ҡар. арып-талып.
■ Таяҡ таянып, бөтә юл һалыҡтарын арҡаларына биштәрләп аҫҡандарҙың, арып-
йонсоп бөткән балаларын етәкләп, саҡ-саҡ атлап барған ҡатындарҙың, ҡарт-ҡороларҙың иҫәбе-хисабы юҡ кеүек. Ғ. Ибраһимов.
АРЫП КИТЕҮ (арып кит-) ҡ. ҡар. арыу I.
АРЫП-ТАЛСЫҒЫП р. ҡар. арып-талып. ■ [Зәмбилә менән Яңыл] Арып-тал-сығып бөткәндәр, көн оҙоно йүгерҙеләр шул, аш-һыу әҙерләү улар өҫтөнә төшто. Р. Камал.
АРЫП-ТАЛЫП (Р: уставая; И.: being overstrained; T: yorularak) р.
Бик ныҡ арып, хәлдән тайып. □ Измождённо, изнурённо; уставая, переутомляясь. Арып-талып бөтөү. Арып-талып эшләү. ■ Әбейемдең тирләп-бешеп, арып-талып урмандан ҡайтып, болдорҙа илап ултырған саҡтары ла булды инде. Р. Рөстәмова. Өршәкбаш буйын ҡыҙырып, арып-талып ҡайтҡанда ла, Миңлеғәленең күңеле аңлайышһыҙ тойғоларҙан арынманы. Я. Хамматов.
АРЫҪ и. ҡар. арыҫлан. ■ Батыр иргә арыҫта, икәү бергә менгәшеп., баҫмалатып килерҙәр, алмашлап тап булырҙар. «Урал батыр».
АРЫҪЛАН [дөйөм төрки арыслан] (Р: лев; И.: lion; T: aslan) и. зоол.
1. Бесәй һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа йөнлө, һорғолт һары төҫлө эре йыртҡыс йәнлек (атаһы яллы була). □ Лев. II Берҙән-бер көндө һунарҙа йөрөгәндә, улар [Ҡарабай менән йәйләү кешеләре] өҫтөнә бер арыҫлан килеп сыға. Халыҡ ижадынан.
2. күсм. Ҡурҡыуҙы белмәгән, батыр, ғәйрәтле кешегә ҡарата әйтелә. □ Бесстрашный, отважный человек (о мужчине). ■ Бына был ҡайғы уны [Рәйесте], арыҫландан ҡуянға әүерелдереп, мәмәй йән итә. С. Поварисов.
3. {баш хәреф менән) астр. Зодиактың береһе (Ҡыҫала һәм Ҡыҙ йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан). □ Лев.
АРЫҪЛАН АУЫҘЫ (Р: львиный зев; И.: snapdragon; T.: aslanağzı) и. бот.
Ал, ҡыҙыл, һары, аҡ сәскә атҡан, сәскәлектәрҙә үҫтереү өсөн декоратив үҫемлек.
336