АРЫУ
□ Львиный зев. Арыҫлан ауыҙы оҙаҡ ваҡыт буйына куп сәскә ата.
АРЫҪЛАНДАЙ (Р.: как лев; И.: like a lion; T.: aslan gibi) р.
Арыҫлан кеүек. □ Как лев, подобно льву. ■ [Кунаҡтар Хажисолтандың] улының арыҫландай көслө, мал-тыуарға бай булыуын теләнеләр. Я. Хамматов.
АРЫҪЛАН ҠОЙРОҒО (Р.: пустырник; И.: motherwort; T.: aslan kuyruğu otu) и. бот.
Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, йылға буйҙарында үҫкән күп йыллыҡ баллы үлән үҫемлек. Йөрәк, нервы, ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланылған дарыу үләне. □ Пустырник (лат. Leonurus). Йөнтәҫ арыҫлан ҡойроғо. Арыҫлан ҡойроғо төнәтмәһе.
АРЫҪЛАН ТЫРНАҒЫ (Р: зюзник высокий; И.: the mint family herb; T.: kalkan otu) и. бот.
150 см бейеклектәге йәшел тура һабаҡлы, япраҡтары ҡытыршы төктәр менән ҡапланған, таҡыя һымаҡ кәрзинкәле сәскәләре терәк һабаҡта сәскә яны япрағы өҫтөндә урынлашҡан, июлдән сентябргәсә сәскә атҡан үҫемлек. □ Зюзник высокий (лат. Lycopus exaltatus).
АРЫТЫУ (арыт-) (Р: утомлять; И.: make tired; T.: yormak) ҡ.
1. Хәлдән тайҙырыу, көс-хәлде бөтөрөү.
□ Утомлять, изнурять, изматывать. // Утомление. ■ Ахырҙа .. аттарын арытып, уҙҙәре лә хәлдән тайған ҡыуыусылар йәйләүгә кире ҡайтҡан. Н. Иҙелбай. [Хөрмәт Сафич:] Илғужа Ғиниәтович, был эш арытманымы? Д. Бүләков.
2. эйһ. ф. ҡар. арыу I ■ [Мәулит:] Ары-тыуын арытмай ҙа, ташлы урын булып сыҡты, төрәндәрҙе ҡайырып алып бара. Д. Бүләков.
АРЫУ I (ары-) (Р: уставать; И.: get tired; T.: yorulmak) ҡ.
Көс-хәлдән яҙыу, хәлдән тайыу; хәлһеҙләнеү. □ Уставать, утомляться, изнуряться. Эштән арыу. Оҙаҡ йөрөуҙән арыу. Ҡөтөп арыу. ■ Тырышып эшләй-эшләй ныҡ ҡына
арығанбыҙ икән. Беләктәргә гер аҫҡандармы ни: ҡулдарҙы кутәреп тә булмай. Ф. Әсәнов. Р. Назаров. Хеҙмәтселәрҙең арыуы, йонсоуы менән иҫәпләшеп тормай, ул [Ҡотлояр] төндә лә эш таба. Д. Юлтый. Уның [Егәр Николаевичтың] бындағы приказчигы Михаил Жирников иртәнән бирле хужаһын көтә-көтә арып бөттө. 3. Ураҡсин. [Сәрбиямал:] Бер уҙе ун һыйыр һауа. Ҡул менән бит... Балаҡайым арып бөтә инде. Д. Бүләков. • Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр. Мәҡәл. Атлының аяғы ла арымай, туны ла туҙмай. Мәҡәл.
АРЫУ II (Р: усталость; И.: tiredness; T.: yorgunluk) и.
Арығанлыҡ, хәлһеҙлек (кешенең көс-хәленә ҡарата). □ Усталость, утомление. Арыуың бөттөмө? Н Арыу бөткәс, ил арҡаһы яҙылғас, әйләнеп ҡараһалар — туҡтаған ерҙәре ап-арыу ғына урын булып сыҡты. К. Мәргән. Шофёр бик шат, сөнки арыуын да, талыу ын да эшләп тарата!
АРЫУ III [алтай ғаиләһе телдәренән] (Р: довольно хороший; И.: rather good; T.: oldukça iyi) с.
1. Яҡшы, һәйбәт; ярарлыҡ. □ Довольно хороший, неплохой, сносный. Арыу кеше. Арыу эш. Уңыштар арыу ғына. Арыу ниәт. ■ Ташбатҡан ауылында ҡыуғынды «арыу кәсеп», «аҡсалы кәсеп» тиҙәр. Ж. Кейекбаев. [Мырҙаш:] Бер арыу ғына ҡапҡалы йорт алдына туҡтап, аттың башын тәртәгә шаҡарҙым да, ҡапҡа аша эскә — шылт.
3. Ураҡсин. [Берта] Ирназарҙың таушалып, бысранып бөткән кейемен һалдырып, уға арыу ғына пинжәк-салбар, өр-яңы тиерлек итек бирҙе. Ә. Хәкимов.
2. Бер саманан артығыраҡ; байтаҡ. □ Значительный, немалый. ■ Юртаҡ атҡа юл ҡыҫҡа, тигәндәр бит, беҙ ҙә, юрта торғас, арыу ғына ер киттек. Ә. Ихсан.
АРЫУ IV (Р.: хорошо; И.: well; T.: iyi) р.
Яҡшы, һәйбәт. □ Хорошо, неплохо. Ҡилеп арыу иттең әле. ■ [Илғужа]эшен алып бармай тиһәң, район уҙенә төшкән йөктө арыу ғына тарта, шикелле. Д. Бүләков. Бейек
12 1.0151.11
337