АРЫУ БЕЛМӘҪ
күтәрелгән ай ҙа, янғын да арыу яҡтырта ине кәмәләрҙе. Б. Рафиҡов.
♦ Арыумы? һаумыһығыҙ? (иҫәнләшеү һүҙе, күберәк ололарҙың телмәрендә ҡулланыла). □ Здравствуйте! Арыу әле иҫән-һау, сәләмәт (сәләмгә яуап итеп әйтелә). □ Пока жив-здоров (ответ на приветствие).
АРЫУ БЕЛМӘҪ (Р: неутомимый; И.: indefatigable; T.: yorulmaz) с.
Бер ҙә арымаған. □ Неутомимый, неустанный; неуёмный. Арыу белмәҫ ат.
АРЫУ БУЛЫУ (арыу бул-) (Р: начать поправляться; И.: get better; T.: iyileşmek) ҡ.
1. Бер аҙ һауығыу; шәбәйеү. □ Начать поправляться, идти на поправку. ■ [Рауза ] Аҙна буйы янып ауырып ятты. Төндәр буйы баш осонан китмәй ултырҙым. Шунан арыуыраҡ булды был. Н. Мусин.
2. Үсәп әйтелә. □ Так и надо (выражение злорадства). Арыу булған, уға шул кәрәк.
АРЫУҒА р. ҡар. диал. һыйға.
АРЫУ ИТЕҮ (арыу ит-) (Р: начать поправлять; И.: get better; T: iyileştirmek) ҡ.
1. Бер аҙ һауыҡтырыу; шәбәйтеү. □ Начать поправлять, лечить.
2. Үсәп әйтелә, яҡшы итеү. □ Так и надо (выражение злорадства). Арыу булған, уға шул кәрәк.
АРЫУЛАНДЫРЫУ (арыуландыр-) (Р: улучшать; И.: improve; T: iyileştirmek) ҡ.
1. Яҡшы яҡҡа үҙгәртеү. □ Улучшать. // Улучшение. Мал тоҡомон арыуландырыу.
2. Бер аҙ һауыҡтырыу, шәбәйтеү. □ Излечивать, исцелять кого. Хәлде арыуландырыу.
АРЫУЛАНЫУ (арыулан-) (Р: улучшаться; И.: ameliorate; T: iyileşmek) ҡ.
1. Яҡшы яҡҡа үҙгәреү; яҡшырыу, һәйбәтләнеү. □ Улучшаться. Эштәр арыулана.
2. Бер аҙ һауығыу, арыу булыу. □ Выздоравливать, поправляться. Дауаханала булдым, өйөмә арыуланып ҡайтып киттем. ■ [Зөфәр:] Улай ҙа хәлем әҙерәк арыуланыу менән, унда-бында һуғылып, эш эҙләргә керештем. Ә. Хәкимов.
АРЫУЛАП (Р: хорошо; И.: well; Т: iyice) р.
Яҡшы итеп, тейешенсә, еренә еткереп.
□ Хорошо, как следует. ■ Арыулап ҡына тамаҡ туйҙырырға кәрәк. Н. Мусин.
АРЫУ-ТАЛЫУ (Р: усталость; И.: fatigue; T: yorgunluk) и. йыйн.
Көс-хәлдән яҙған, хәлһеҙләнгән торош.
□ Усталость, утомлённость. Арыу-талыуың бөтөр. Арыу-талыу белмәй эшләү. ■ Ғилман урманға йәне-тәне менән бирелгән, арыу-талыуҙы белмәҫ... Н. Мусин.
АРЫУ УҠ (Р: значительно, немало; И.: fairly; T: az değil) p.
Күп кенә, байтаҡ. □ Значительно, немало, изрядно. Арыу уҡ көтөү ■ Оҙонталдан Әпшәнгә арыу уҡ ара бит... Р. Камал. Котелокта балыҡ та арыу уҡ булды. 3. Биишева.
АРЫШ I [рус.] (Р: рожь; И.: rye; T.: çavdar) и.
1. Оҙонса нәҙек орлоҡло, ҡыяҡ япраҡлы ашлыҡ. □ Рожь. ■ Беренсенән, ул [тары] иртә өлгөрә, арыш, бойҙай культураларынан урыу ваҡыты яғынан әллә ни ҡалышмай. Д. Бүләков. Хәүеф-хәтәр менән арыш баш ҡоҫҡан мәл дә килеп етте. 3. Ураҡсин. Далаларҙан көйгән әрем, өлгөргән арыш еҫтәре бөркөлөп йәнде ҡыуандырҙы .. 3. Биишева. Арыштарҙың еҫен, ярыштарҙың көсөн, дан халҡымдың эшен һөйләй һандуғас... Р. Назаров. Ямғыр яу, яу, яу, иген үҫһен тау, тау, арыштан, бойҙайҙан, беҙ һорайбыҙ Хоҙайҙан. Халыҡ ижадынан. • Атың барҙа арыш сәс. Әйтем, һаламға үҫкән арыштың башы булмай. Әйтем.
2. Шул ашлыҡтың орлоғо. □ Рожь. ■ [Бикмырҙа:] Улай ҙа ике йок арыш оно бирергә булдым. Ә. Хәкимов. Арыш ыумасы һалып бешерелгән өйрәне эскәндә, әлеге шул һуғышҡа тиклемге тәмле аштар иҫкә төшөп китә. Н. Мусин. Тирмән таштары арыш, бойҙай бөртөктәрен он яһап әйләнә. Ғ. Хәйри. • Арыш икмәген баллап аша. Әйтем.
♦ Арыш боламығы былағай, аҡылға ултырып өлгөрмәгән кешегә әйтелә. □ Мям-
338