AÇMA
мырҙалар, кәңәшеңде ары һал, ҡолағыңды бире һал. Ҡобайырҙан.
АҪАЛАУ (аҫала-) (Р.: ткать узорчатый ковёр; И.: weave pattered carpet; T.: motifli halı dokumak) ҡ.
Биҙәк ултыртыу (балаҫҡа)', биҙәкләү. □ Ткать узорчатый ковёр. Аҫалап һуғыу. Балаҫты аҫалау. ■ Мәрхүм өләсәйем .. хәллеләргә балаҫын да аҫалаған. Р. Рөстәмова.
АҪАЛЫ (Р.: узорчатый; И.: patterned; T: motifli) с.
Биҙәкләп һуғылған. □ Узорчатый, с узорами. Аҫалы балаҫ. ■ Дим буйы башҡорттары аҫалы балаҫ һуғыу менән тирә-яҡта дан тота. Н. Бикбулатов. Өршәк — Дим буйы ауылдарының һәр береһендә аҫалы балаҫ һаҡланған. «Йәшлек», 1 апрель 2010.
АҪ АН (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Дыуан-табын ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение дуван-табынцев.
АҪАУ [боронғо төрки арсау] (Р: необъезженный; И.: unbroken; T: evcilleştirilmemiş) с.
1. Егелмәгән, ҡырағай. □ Необъезженный, неприрученный. Аҫау айғыр. Аҫау ат. ■ [Әүәҙбикә] бер аҫау айғыр, бер ҡама бүрек биреп, аҫабаларҙан ер һатып алған, Илсеғол ауылында тора башлаған. Әкиәттән.
2. Ярһып торған, уҫал. □ Разъярённый, горячий, резвый. ■ Аҫау булып ажғырырһың, сапсынырһың, ҡолоном. Р. Ғарипов.
АҪАУЛАНЫУ (аҫаулан-) (Р: дичать; И.: grow wild; T.: yabanileşmek) ҡ.
Аҫауға әйләнеү. □ Дичать. Йылҡылар йәй буйы иректә йөрөп, аҫауланып киткән.
АҪҠАҠ I (аҫҡағы) (Р: перекладина; И.: crossbeam; T.: lento) и.
Ниҙелер аҫып, элеп ҡуя торған ҡулайлама. □ Перекладина (приспособление для подвешивания чего-н.). ■ Әҙһәм ҡарт та ҡыуышы алдына ут яғып аҫҡаҡҡа сәй ҡайнатырға элде. Ж. Кейекбаев. [Хәйбулла бабайҙарҙың] һыйыры яҙын күтәртеп, аҫҡаҡта торған ерендә үлде. Н. Мусин.
АҪҠАҠ II (аҫҡағы) (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-усерган.
АҪҠАУ (аҫҡа-) ҡ. диал. ҡар. аҡһау.
АҪҠОРҺАҠ (аҫҡорһағы) и. бот. диал. ҡар. аҡһырғаҡ.
АҪҠЫ (Р: нижний; И.: lower; T: alt) с.
1. Аҫ яҡтағы, аҫта урынлашҡан. □ Нижний. Аҫҡы ирен. Аҫҡы теш. Аҫҡы кәштә.
■ Пароходтың аҫҡы ҡатында кемдеңдер моңландырып оҙон көйгә гармун уйнап ебәргәне ишетелде. М. Тажи.
2. Ниҙеңдер түбәнге яғында урынлашҡан. □ Нижний. Аҫҡы урам.
АҪҠЫ ДОНЪЯ (Р.: нижний мир; И.: nether world; T: alt dünya) и. миф.
Һыу аҫты, ер аҫты, үлеләр донъяһы.
□ Низ, нижний мир, преисподняя, мир мёртвых (под низом подразумевают подводное, подземное пространство).
АҪҠЫЛЫҠ (аҫҡылығы) и. диал. ҡар. аҫҡаҡ.
АҪҠЫРҒАҠ (аҫҡы р ға ғы) и. бот. диал. ҡар. аҡһырғаҡ.
АҪЛЫҠ (аҫлығы) (Р: подставка; И.: support; T: altlık) и.
Төрлө нәмәнең аҫтына ҡуя торған ҡулайлама; таҫтаҡ. □ Подставка. Үтек аҫлығы. Умарта аҫлығы.
АҪЛЫ-ӨҪЛӨ (Р: имеющий верхнюю и нижнюю часть; И.: having upper and lower parts; T: altlı üstlü) с.
Аҫты ла, өҫтө лә булған. □ Один на другой, имеющий верхнюю и нижнюю часть.
■ Өй ҡотлап, Гөлйөҙомдөң әсәһе бер кейеҙ, еңгәһе аҫлы-өҫлө ике сынаяҡ бүләк итте. һ. Дәүләтшина.
AÇMA I (Р.: отвес; И.: plumb; T: çekül) и.
1. Вертикаль йүнәлеште билдәләү өсөн бау осона тағылған ауырлыҡ; ауыртмаҡ.
□ Отвес.
355