Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 357


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АҪЫЛ
1. Аҫтарға тәғәйенләнгән туҡыма. □ Ткань под подкладку. Аҫтарлыҡ туҡыма. Аҫтарлыҡ буҙ.
2. диал. ҡар. эслек.
АҪТЫНА (Р.: под; И.: under; T.: altına) бәйл.
1. Эш-хәлдең ниҙеңдер түбәнге яғына йүнәлеүен белдергәндә ҡулланыла. □ Под. Боҙ аҫтына китеу.
2. Ниҙеңдер йоғонтоһона алыуҙы белдергәндә ҡулланыла. □ Под. Һаҡ аҫтына алыу. Куҙәтеу аҫтына эләгеу.
АҪТЫНАН (Р.: из-под; И.: from under; T: altından) бәйл.
Эш-хәл, хәрәкәттең ниҙең дә булһа түбәнге өлөшөнән башҡарылыуын белдергәндә ҡулланыла. □ Из-под.
АҪТЫНДА (Р: под; И.: under; T.: altında) бәйл.
1. Ниҙең дә булһа түбәнге өлөшөндә башҡарылыуҙы, урынлашыуҙы белдергәндә ҡулланыла. □ Под (послелог употребляется при указании места, ниже которого находится кто-что-л.). Карауат аҫтында ятыу. Ағас аҫтында тороу. Ер аҫтында эшләу. ■ Ҡаҙан аҫтындағы ҡуҙҙарҙы ел һыйпай-һыйпай һурелтә. Т. Ғарипова.
2. Нимәнеңдер тәьҫиренә ҡалыуын белдергәндә ҡулланыла. □ Под (послелог употребляется при указании лиңа, предмета, который находится под действием чего-л.). Ямғыр аҫтында ҡалыу. Ут аҫтында ҡалыу.
3. Эш-хәлдең сәбәбен белдереү өсөн ҡулланыла; арҡаһында, һөҙөмтәһендә. □ Под (послелог в значении 'в результате', 'вследствие' чего совершается действие). Температура тәьҫире аҫтында есемдәр киңәйә.
4. Кемдең йәки ниҙең тәьҫирендә, йоғонтоһонда булыуҙы белдергәндә ҡулланыла. □ Под (послелог употребляется при указании условий, которые создаются для кого-чего-л.), һаҡ аҫтында тотоу. Куҙәтеу аҫтында булыу. Дуҫтың ҡанаты аҫтында.
5. Предметты, затты айырып күрһәткәндә ҡулланыла. □ Под (послелог употреб
ляется при особом, отдельном указании предмета). Яңы атама аҫтында биреу.
• Аҫтындағын алты ай эҙләгән. Мәҡәл.
АҪТЫ-ӨҪКӘ (Р.: вверх дном; И.: upside down; T.: alt üst) р.
Ныҡ бола, тәртипһеҙ хәлдә. □ Вверх дном. Аҫты-өҫкә килеу. Аҫты-өҫкә әйләнеу.
АҪТЫН-ӨҪКӘ КИЛТЕРЕҮ (аҫтын-өҫкә килтер-) (Р: переворачивать вверх дном; И.: turn upside down; T.: ters çevirmek) ҡ.
Ныҡ болартыу, тәртипһеҙ хәлгә килтереү. □ Переворачивать вверх дном. ■ Ул [Тимербулат] аҡтарынып, өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерҙе. Һ. Дәүләтшина.
АҪТЫРТЫН I (Р: скрытный; И.: clandestine; T.: gizli) с.
Уй-ниәтен һиҙҙермәй, йәшерен эш итеүсән. □ Скрытный, тайный. Аҫтыртын кеше. ■ Минең эсемдәге тышымда, ә Нуретдин аҫтыртын. Ғ. Әмири.
АҪТЫРТЫН II (Р: скрытно; И.: secretly; T.: gizlice) р.
Нәшерен рәүештә, шым ғына. □ Скрытно, тайно, тайком, втихоньку, исподтишка. ■ [Ул ҡыҙ] куп һөйләшмәй, аҫтыртын ғына ҡарап йөрөй торғайны. Н. Мусин.
• Аҫтыртын эт өрмәй тешләй. Мәҡәл.
АҪТЫРЫУ (аҫтыр ) ҡ. йөкм. ҡар. аҫыу. понуд. от аҫыу.
АҪЫЛ I (Р: изящный; И.: refined; T.: zarif) с.
1. Бик матур һәм ҡиммәтле; затлы. □ Изящный, красивый и дорогостоящий. Аҫыл келәм. Аҫыл кейем. Н Аҫыл алтын сапанлы батша, тиҙәр, Бугәсәу; аҫыл көмөш эйәрле атта, тиҙәр, Бугәсәу.
С. Юлаев.
2. Бик матур. □ Очень красивый. Аҫыл сәскә. Аҫыл ағас. Аҫыл гөл. ■ Йәнлеге, аҫыл ҡоштары, гөж килеп ҡайнап тора. Р. Ниғмәти.
3. кусм. Абруйлы, арҙаҡлы, хөрмәткә лайыҡ, матур, һомғол. □ Достойный, почитаемый, грациозный, красивый. Аҫыл егет.
357