АҪЫЛ
Аҫыл ир. Аҫыл ҡыҙҙар. ■ Кешелек донъяһының купме аҫыл ир-егеттәре халыҡ бәхетен яулау юлында .. һәләк булды. Ә. Хәкимов.
4. кусм. Төплө, тәрән дәлилле, ныҡлы нигеҙле; аҡыллы. □ Обоснованный, основательный, серьёзный. Аҫыл һуҙ. Аҫыл фекер. • Аҫыл таш һыу төбөндә, аҫыл һуҙ куңел төбөндә. Мәҡәл.
АҪЫЛ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-тамьянцев.
АҪЫ Л АЙ ЛАР (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-бурзянцев.
АҪЫЛБӘК (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-кыпчаков.
АҪЫЛҠАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-минцев.
АҪЫЛ ҠОШ (Р: красотка; И.: pretty girl; T: fingirdek kadın) и. мыҫҡ.
Еңел холоҡло матур ҡатын-ҡыҙға ҡарата әйтелә. □ Красотка (о красивой женщине лёгкого поведения).
АҪЫЛЛАНЫУ (аҫыллан-) (Р: становиться красивым; И.: become lovely; T: güzel olmak) ҡ. шиғр.
Аҫылға әйләнеү. □ Становиться красивым, прелестным, прекрасным. ■ Tay биттәре хәтфә ябынып аҫылланған төндә яуған йылы йомшаҡ ямғыр менән. С. Ҡудаш.
АҪЫЛЛЫҠ (аҫыллығы) (Р: благородство; И.: nobleness; T: asalet) и.
Юғары дәрәжәлелек, баһалылыҡ, матурлыҡ, нәзәкәтлелек. □ Благородство, красота. ■ Ваҡ теләктән өҫтә тороу иргә өҫтәй аҫыллыҡ. Ҡ. Даян.
АҪЫЛМА с. ҡар. аҫмалы.
АҪЫЛМАЛЫ с. ҡар. аҫмалы.
АҪЫЛТАШ и. мин. ҡар. аҫыл таш.
АҪЫЛ ТАШ (Р: драгоценные камни; И.: jewel; T: kıymetli taş) и. мин.
Ҡиммәтле, затлы таштар. □ Драгоценные камни. ■ Беҙҙең телдә аҫыл таш исем-дәренең таралған булыуы — ата-бабаларҙың затлы минералдарҙы аҙ-маҙ таный белеуе .. тураһында һөйләй. Б. Мәһәҙиев.
АҪЫЛ ҺӨЙӘК (Р: знатный; И.: noble person; T: soylu insan ) и.
Затлы нәҫелдән, зифа буйлы, матур кеше. □ Знатный, благородный человек.
■ [Котлобай:] Был кем кәләше икән? Һай, һай, аҫыл һөйәк, һылыу ҡатын, — тип һоҡланды. һ. Дәүләтшина.
АҪЫЛЫ ҠЫБАУ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыбау ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир рода кубау.
АҪЫЛЫНДЫРЫУ (аҫылындыр-) (Р: свешивать; И.: lower down; T.: sarkıtmak) ҡ.
Аҫҡа сосрайтып төшөрөү; һалындырыу.
□ Свешивать, спускать. Аяҡты аҫылындырыу.
АҪЫЛЫНҠЫ с. диал. ҡар. һалынҡы.
АҪЫЛЫНЫУ (аҫылын-) (Р: свешиваться; И.: droop; T.: sarkmak) ҡ.
1. Эләгеп, йәбешеп, аҫҡа һалыныу.
□ Свешиваться, подвисать, обвисать. Муйынға аҫылыныу. ■ Тейен аҫылынып, зыр-зыр әйләнеп торҙо ла ҡарағайҙың башына уҡ менеп китте. М. Тажи. Ишек өҫкө кугәне-нән һурылып .. аҫылынып тора. Б. Бикбай.
2. ҡайт. ҡар. аҫыу 2. возвр. от аҫыу 2.
■ Аҫылынып улгән кешенең ҡәбере өҫтөнә 41 ижау һыу ҡойоу ҙа ямғыр яуҙыра. Экспедиция материалдарынан.
358