Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 359


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

AT
АҪЫЛЫУ (аҫыл-) ҡ. төш. ҡар. аҫыу страд, от аҫыу.
АҪЫУ (аҫ-) (Р.: вешать; И.: hang, suspend; T.: asmak ) ҡ.
1. һалындырып тағыу, күтәреп бәйләү. □ Вешать, подвешивать, привешивать. Билгә аҫыу. Муйынға аҫыу. Сумканы арҡаға аҫыу. Утҡа сәйнүк аҫыу. ■ Малай бара. Ҡайҙа бара, тоҡсай аҫып арҡаһына? М. Кәрим. Ниһайәт, барыһын да теүәлләп-бар-лап һалалар ҡалын папкаға. Папканы Вил яурынына аҫҡан модалы сумкаһына тыға. Ә. Әминев.
2. Муйынына элмәкле бау һалып күтәреү (үлем язаһының бер ысулы). □ Вешать (казнить). Аҫып үлтереү. ■ Ялан башҡорттарының ата-бабаларында уйнаш итеп тотолғандарҙы дөйәгә ике яҡлап аҫыу йолаһы булған. Ф. Хисамитдинова.
3. диал. Бешерергә ҡуйыу. □ Поставить вариться. Ҡаҙан аҫыу.
AT I [дөйөм төрки ат, боронғо төрки ахта ‘алаша’] (Р.: лошадь; И.: horse; Т.: at) и.
1. Йомро тояҡлы, ялбыр ҡыл ҡойроҡло, яллы эре йорт хайуаны. □ Лошадь, конь. Башҡорт аты. Ғәрәп аты. Бүртә ат. Туры ат. Бәйге аты. Ат заводы. Ат һарайы. Ат егеү. Ат менеү. Ат сабыштырыу. ■ Боронғо башҡорттарҙың ҡарашы буйынса, ат ен-пәрейҙәрҙең арбауына, күҙ бәйләүенә бирешмәгән. Халыҡ ижадынан. • Ир ҡанаты ат булыр. Әйтем. Йүгерек атҡа ял теймәй. Әйтем. Ат юлда, ир яуҙа һынала. Әйтем.
2. спорт. Ат башын хәтерләткән шахмат фигураһы. □ Конь (шахматная фигура).
3. спорт. Дүрт тояҡҡа ҡуйылған йомшаҡ туҡыма менән уратылған брус рәүешендәге гимнастика снаряды. □ Конь (гимнастический снаряд).
4. күсм. Боҙҙа шыуыу өсөн эшләнгән үткер ҡырлы тимер табанлы аяҡ кейеме; коньки, тимер ат. □ Коньки. ■ Коньки шыуып ҡараған кеше генә белә — тимер аттарҙа боҙҙа шыуыу үҙе бер ғүмер, кинәнес, иркенлек! «Көнгәк», 28 август 2010.
5. миф. Башҡорт мифологияһында ат — тотем, ырыу башы, ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы, ярҙам итеүсе. □ В башкирской мифологии лошадь — тотем, прародитель, защитник и помощник. ■ Ат дағаһын, ҡыу башын элеп ҡуйыу йолаһы бар. Аттан төшөп ҡалған дағаны тупһаға ҡаҡһаң, өйгә тел-теш, ен-шайтан инмәй икән. Мал-тыуар, ҡорт, ҡош-ҡорт үрсеһен, ҡазаланмаһын тип, ҡыу ат башын кәртә-ҡураға, умартаға элеп ҡуйыу йолаһы әле лә һаҡланған. Ф. Хисамитдинова.
♦ Ат кеүек эре һөйәкле, һауһаҡ. □ Как лошадь (о дородном человеке). Ат кеүек эшләү арыуҙы белмәй емереп эшләү. □ Работать как лошадь. Ат күҙендәй 1) үҙ самаһынан бәләкәй булған нәмәгә әйтелә. □ Слишком маленький, букв. С конский глаз (говорится при приуменьшении размера чего-л.). Ат күҙендәй генә каса; 2) үҙ самаһынан ҙур булған бәләкәй нәмәгә әйтелә. □ Слишком большой (говорится при преувеличении размера чего-л.). Ат күҙендәй күбек. Ат ҡолонлатыу оҙон-оҙаҡҡа һуҙыу (һүҙҙе). □ Тянуть время, медлить. ■ Бигерәк тә күп һөйләгән Шакир булды: ул ҡыҙҙарға беҙҙең төнгө сәйәхәтте ат ҡолонлатып һөйләй ине. Н. Иҙелбай. Ат менгәндәй булыу бик ныҡ ҡыуаныу. □ Бурно радоваться, соотв. На седьмом небе. Атаһы ҡайтҡас, бала ат менгәндәй булды. Ат еткән ергә — ат, хат еткән ергә хат ебәреү бөтә яҡҡа хәбәр таратыу. □ Распространение новости в разные стороны, разным способом.
AT II [дөйөм төрки аат, боронғо төрки айт] (Р: имя; И.: nickname; T.: lakap) и.
1. Кешегә ҡушылған исем. □ Имя, прозвище. Ат биреү. Атың кем? ■ Атаң ҡуйған атың менән аталырһың, хеҙмәтеңә ҡарай маҡталырһың. Аҡмулла.
2. күсм. Яҡшы йәки яман яҡ менән алынған дан. □ Слава, репутация. Яман ат алыу. Яҡшы ат алыу. ■ Атһыҙ, данһыҙ йәшәп булалыр ул, йәшәп ҡара бер кон икмәкһеҙ! X. Ғиләжев. • һағынып барғандың
359