ATA
хаҡы оло, саҡырып барғандың аты оло. Мәҡәл.
ATA I [дөйөм төрки ата\ (Р.: отец; И.: father; T.: baba) и.
1. Балаһы булған ир кеше (уҙ балаһына ҡарата). □ Отец, родитель. Ата йорто. Ата малы. ■ Кук ыласындың балаһы бауҙа улә талпынып, яҡшы атаның балаһы шәһит улә яу йөрөп. С. Юлаев. • Ата һуҙен тотмаған, әсә һуҙе йоҡмаған. Әйтем. Атанан кургән уҡ юныр, инәнән кургән тун бесер. Мәҡәл.
♦ Аталарының малы уртаҡмы әллә тынышмай йәшәгән кешеләргә ҡарата әйтелә. □ Чего не поделили (о людях, ссорящихся из-за пустяка). Атаң башы! әрләгәндә, орошҡанда әйтелә. □ прост. Употребляется при выражении упрёка, порицания. ■ [Ағалары — Биктимергә:] Беҙ килмәһәк, мәңге йоҡлар инең әле, атаң башы! Әкиәттән. Ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй һис бер тәртип булмағанда әйтелә. □ Неразбериха. букв. Отец сына, мать дочери не знает. ■ [Ямал:] Тыштан ғына колхоз инде, ә эсенән ҡырҡ ямау, илле сөй. Ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй. М. Тажи. Атаһын күргәндәй булыу бик ныҡ шатланыу. □ Бурно радоваться. букв. Будто отца увидел. Атаһын танытыу әрләү йәки туҡмау. □ соотв. Показать, где раки зимуют. ■ [Сәхип -Низамға:] Өтөк! Мин һинең атаңды танытайым әле, вон бынан сығып кит! М. Тажи. Буштың атаһы үлгән ниҙелер буш бирергә теләмәгәндә әйтелә. □ Ничего не даётся даром. К [Карыя — Рахмайға:] Буштың атаһы улгән ул, ашаған хаҡыңа туләп кит! К. Кинйәбулатова. Ете атаһына етеү кешене ата-бабаһын ҡушып әрләү. □ Разбирать по косточкам, букв. Дойти до седьмого колена. Ҡырҡ ата балаһы төрлө ерҙән йыйылған төрлө кеше. □ Разношёрстная компания; сборище. Ата бер, әсә башҡа аталаш. □ Единокровный. Бер ата, бер әсә бер туған. □ Родные (о детях по отношению друг к другу). Әсә бер, ата башҡа әсәләш. □ Единоутробные.
2. Ата-бабалар. □ Предки. ■ Ата-баба ләғнәтен алма. Ун ете ата ҡәберенә барҙыҡ.
3. миф. Ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы, ярҙам итеүсе изге рух. □ Святой дух, спаситель, покровитель. Айыу ата. Кук ama.
ATA II (P: самец; И.: male; T.: erkek) c.
1. Ҡайһы бер йән эйәһенең ир енеслеһе (енес буйынса махсус атамаһы булмағанда). □ Самец. Ата айыу. Ата бесәй. Ата буре. Ата дөйә. Ата ҡаҙ. Ата ҡуян. Ата сусҡа.
2. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең ир енеслеһе. □ Мужская особь (у растений). Ama сәскә. Ата һырғанаҡ. Ата арыш.
3. Билдәле бер сифаты бик ныҡ көслө; бик, үтә. □ Очень (выражает усилительное значение). Ата ҡараҡ. Ата ялҡауҙар.
АТА-БАБА (Р: предки; И.: forefathers; T.: ata) и. йыйн.
Элекке оло быуындар. □ Предки, прародители. Ата-баба йолаһы. Ата-бабанан ҡалған ғәҙәт. ■ Раушания аңланы: барыбер бушҡа йөрөмәне, бушҡа ҡайтмаған тыуған иленә. Ата-бабалар еренә баш эйеу ҙә дауалай, игелекле балаһын ер шулай ҡурсалай. Р. Камал.
АТА-ИНӘ и. йыйн. ҡар. ата-әсә. • Ата-инәң ҡәҙерен балалы булғас белерһең. Мәҡәл.
АТАЙ (Р: отец; И.: father; T.: baba) и.
1. ҡар. ата I. • Атайҙан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым. Мәҡәл. Атай — еҙнә, инәй — ҡаҙна. Мәҡәл. Атаһы аяҡ кейгәнсе, улы Мәскәугә етә. Йомаҡ. Атаһы улын кутәргән, улы буркен кутәргән. Йомаҡ. Атаһы арҡыры ятыр, балалары буй ятыр. Йомаҡ.
2. Кешенең үҙ атаһына өндәшеү һүҙе. □ Отец, папа (употребляется как обращение). ■ Атай, миңә ат кәрәк, атыр өсөн уҡ кәрәк. Әкиәттән.
АТАЙҘАУЫС и. диал. ҡар. ҡыҙылтүш 1.
АТАЙСАЛ (Р: родина предков; И.: forefathers’ homeland; T.: atalar yeri) и.
360