АТАЛЫҠ ОРЛОҒО
2. Ҡайһы бер ҡош-ҡорт һәм үҫемлектәрҙең ата енеслеһе. □ Самец, мужская особь (у птиц, растений). Ҡаҙҙың аталығы. Өйрәктең аталығы.
АТАЛЫҠ ОРЛОҒО (Р.: сперматозоид; И.: spermatozoon; T.: spermatozoit) и. мед.
Өлгөргән ир енес күҙәнәге; мәней.
□ Сперматозоид. Аталыҡ орлоғо буленеу.
АТАЛЫ-ҠЫҘЛЫ (Р.: отец и дочь; И.: father and daughter; T.: baba ve kız) p.
Атаһы менән ҡыҙы бергә. □ Отец и дочь, отец с дочерью. ■ Улар аталы-ҡыҙлы бөтә яҙ, йәй, көҙ буйына эшләне. Һ. Дәүләтшина.
АТАЛЫУ (атал-) ҡ. төш. ҡар. атау I. страд, от атау I.
АТАЛЫ-УЛЛЫ (Р: отец и сын; И.: father and son; T.: baba ve oğul) p.
Атаһы менән улы бергә. □ Отец и сын, отец с сыном. Аталы-уллы һунар итеу.
АТАМА I (Р: название; И.: name; Т: isim) и.
Нимәгәлер бәйләп ҡушҡан исем. □ Название, имя. Ер-Һыу атамалары. Халыҡ атамаһы. ■ Әлеге көндә .. йәшәуселәр был китаптан уҙҙәренең зат-ырыуын, уның атамаһы тарихын, яҡын туған-тыумасаһының исемдәрен .. асыҡлай ала. М. Нәҙерғолов.
АТАМА II (Р: именной; И.: personal; T.: ada yazılı) с.
Бер кешенең үҙенә исемләнгән; исемле.
□ Именной. Атама беләҙек. Атама ҡорал. ■ [Таҙ — ханға:] Ханым, ҡулыңдағы атама балдағыңды бир. «Маҡтымһылыу».
АТАМА ИСЕМ (Р: прозвище; И.: nickname; T.: lakap) и.
Тағылған исем, ҡушамат. □ Прозвище.
АТАМА ҺӨЙЛӘМ (Р: назывное предложение; И.: nominative sentence; T.: öznel cümle) и. лингв.
Баш киҫәге төп килештәге исем менән белдерелгән номинатив һөйләмдәрҙең бер төрө. Унда эйә һәм уға эйәреп килгән һөйләм киҫәктәре генә була. □ Назывное предложение.
АТАМАН [рус. < укр. otaMUH ‘башлыҡ’] (Р: атаман; И.: ataman; T: ataman) и.
Атлы казактарҙа ғәскәр һәм ауыл башлығы. □ Атаман. Атаман вазифаһы. Атаман булыу.
АТАМ ЗАМАНЫ (Р: давным-давно; И.: in the days of yore; T: çoktan) и.
Әллә ҡасан үткән ваҡыт. □ Давным-давно, в давние времена. Атам заманындағы иҫке китаптар.
АТАН [боронғо төрки атан, актан] (Р: племенной верблюд; И.: pedigree camel; T: safkan deve) и.
1. зоол. Тоҡом өсөн тотолған айғыр дөйә.
□ Племенной верблюд. ■ [Маҡтымһылыу] йылҡы өйөрөнә бара — айғырҙы сәнсеп йыға, дөйә көтөуенә бара — атанды сәнсеп йыға, ҡуй көтөуенә бара — ҡусҡарҙы сәнсеп йыға. «Маҡтымһылыу».
2. диал. Дөйәнең тәүге балаһы. □ Верблюжонок, родившийся первым.
АТАН ҮГЕҘ (Р: племенной бык; И.: pedigree ox; T: kabile boğası) и. зоол.
Тоҡом үгеҙе. □ Племенной бык.
АТА-ОЛАТАЙ и. йыйн. ҡар. ата-баба.
АТ-АРБА (Р: лошадь, повозка и сбруя; И.: horse, cart and all; T: at ve arabası) и. йыйн.
Ат менән арба һәм егеү ҡорамалдары.
□ Лошадь, повозка и сбруя. Аты-арбаһы менән һау ғына ҡайтһын инде.
АТАРЪЯН (Р: дыбка; И.: predatory bush cricket; Т: saga sübyancı) и. зоол.
Эре ялан сиңерткәһе; айыу сиңерткәһе.
□ Дыбка (лат. Saga pedo).
АТАС (Р: похожий на отца; И.: the (very) image of his father; T: babasına benzer) c.
Төҫө, холоҡ-ҡылығы менән атаһына ныҡ оҡшаш (балаға ҡарата). □ Похожий на отца, весь в отца. ■ [Шәрифә әбей — Тимербулатка:] Атас, был тиклем уҙ һуҙле булырһың икән. Һ. Дәүләтшина.
АТА ТАШ (Р: камень для вызывания дождя; И.: sort of ritual stone; T: ritüel taş) и. миф.
362