АТАШЫУ
АТАШЫУ (аташ-) ҡ. диал. ҡар. уҙаҡлашыу.
АТА-ӘСӘ (Р.: родители; И.: parents; T.: anne-baba) и. йыйн.
Ата менән әсә (уҙ балаларына ҡарата). □ Родители, отец и мать. Ата-әсәле бала. Ата-әсәләр йыйылышы. Ата-әсәләр комитеты. ■ Детдомда улар [балалар] ата-әсә йылыһын курмәй, шуға донъяға, кешеләргә усле була. Быға уҙҙәре ту гел, ә йәнәштәге кешеләр, куршеләр ғәйепле. Р. Камал. Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ, атаң-әсәң килгән. Һыуыҡ ағай, кит, кит, атаң-әсәң улгән. Халыҡ ижадынан. • Ата-әсә алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ. Әйтем. Ата-әсәңә ни ҡылһаң, уҙең шуны курерһең. Мәҡәл.
АТБАШ БАЛЫҠ (Р: морской конёк; И.: hippocampus; T.: denizatı) и. зоол.
Башы ат башына оҡшаңҡыраған ваҡ диңгеҙ балығы. □ Морской конёк (лат. Hippocampus).
АТБАШСЫ и. диал. ҡар. кейәү егете.
АТ БАШЫ (Р: конский череп; И.: ritual horse cranium; T.: atın başı) и.
1. Ат малының башы. □ Конская голова. ■ Улар [дейеу балалары] атышып уйнаған арала Урал эргәләге бер ҡарама ботағына бау менән ат башы хәтле бер таш аҫып ҡуя ла уҙе, ҡасып-боҫоп ҡына, дейеу йәшәгән мәмерйә алдына утеп китә. Әкиәттән.
2. кусм. Ат. □ Лошадь. ■ Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр курмәй ир-егеткәй менән ат башы. Халыҡ йырынан.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, ишек алдын, малды, ҡорттарҙы төрлө ауырыуҙарҙан, насар көстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлай торған аттың баш һөйәге. □ Конский череп (вывешивался на изгороди, возле домов, сараев, пасек для оберегания скота, пчёл, двора от нечистых сил и болезней).
♦ Ат башындай 1) бик ҙур. □ С конскую голову, очень большой (говорится при сравнении с другими маленькими предметами). ■ Ирмен генә тигән ир-егеттең ат башындай булыр йөрәге. Халыҡ йырынан. Ә тон, унан да уҙҙырырға теләгәндәй,
ишек кугәндәрен асыулы шығырлата, ат башындай йоҙаҡтарҙы шатыр-шотор элеп ҡуя. Б. Рафиҡов; 2) таш, алтын кеүек нәмәләрҙең ҙурлығын, дәүмәлен күрһәткәндә ҡулланылған сағыштырыу. □ Сравнение, используемое для подчёркивания величины камня, золота и т.д. Я Олатайҙарҙың һөйләуҙәренә ҡарағанда, көндәрҙең береһендә бик ҙур бер киҫәк самородок алтын табыла. Уның ҙурлығы ат башындай булған, имеш, тиҙәр. Легенданан. Әгәр ҙә 80-се йылдарҙа йәшәгән кешеләрҙе бөгөнгө башҡорт өйөнә индерһәң, улар: «Былар ҡайһылай бай йәшәй ул. Былар берәр матди сығанаҡ йә ат башындай алтын таптымы икән?» — тип әйтер ине. «Киске Өфө», 30 апрель 2010. Бай көн дә тау итәгендәге көс еткеһеҙ, ат башындай ташты бер урындан икенсе урынға шылдыра торған булған. Әкиәттән. Ат башындай алтын табыу нимәгәлер ныҡ ҡыуаныу. □ Радоваться чему-л. ■ Емле ергә юлыҡһаҡ, ат башындай алтын тапҡандай, ҡыуанғанбыҙ. Т. Йосопов. Ат башындай алтын тапҡандай ҡыуаныс кисерҙем, тиһәм яңылыш булмаҫ. «Шоңҡар», № 12, 2010.
АТ БАШЫНАН АЛЫУ (ат башынан ал-) (Р: принять поводок лошади; И.: take the horse by the bridle; T.: atlı misafirleri karşılamak) ҡ.
Ҡунаҡҡа ҡаршы сығып, атын етәкләү. □ При встрече гостя взять поводок его лошади. ■ Тора бейҙең бер ҡоло шул саҡ сығып тирмәнән, ҡунаҡ итеп олпатлап, ат башынан алған, ти. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
АТ БАШЫНДА ЙӨРӨҮ (ат башында йөрө-) (Р: водить лошадь; И.: to drive a horse; T.: at kullanmak) ҡ.
Ҡыр эшендә ат йөрөтөү. □ Водить лошадь (на полевых работах).
АТ БОРСАҒЫ (Р: бобы конские; И.: horse bean; T.: bakla) и. бот.
Оҙонса ҡыяҡ япраҡлы, аҡ сыбар сәскәле, оҙонсараҡ төрлө төҫтәге эре орлоҡло, бейек һабаҡлы үҫемлек; ҡара борсаҡ, мал борсағы. □ Бобы конские, обыкновенные
364