АТҠАҘАНҒАН
(лат. Faba vulgaris). Am борсағының сәскәһе кү бәләккә оҡшаған. Ат борсағының бейеклеге 20-150 см.
АТ БӘЙЛӘГЕС (Р.: коновязь; И.: tethering post; T.: atları bağlama) и.
1. Ат бәйләр өсөн ике осон бағана башына һалған буй ағас; торғалыҡ. □ Коновязь.
2. миф. Изге урын, донъя үҙәге. □ Священное место, центр мироздания.
АТ ДАҒАҺЫ (Р.: подкова; И.: (horse) shoe; T: nal) u.
1. Тайыуҙан һәм зарарланыуҙан һаҡлау өсөн ат тояғына ҡағыла торған тимер. □ Подкова. ■ Тауышты ишетепме, әллә үтеп барышлаймы, ҡуш эйәкле, сиртһәң ҡаны һарҡып сығырға торған, ҡолаҡтарына ат дағаһындай алтын алҡалар элгән, муйынындағы эре мәрйенле күгелйем гәүһәр муйынсағы ҡорһағына тиклем һалынып төшкән хужабикә килеп сыҡты. Ғ. Садиҡов.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, аттан төшөп ҡалған дағаны тупһаға ҡаҡһаң йәки ишек башына элһәң, өйгә тел-теш, ен-шайтан инмәй икән. □ По поверьям, выпавшая подкова оберегает от сплетен, наговоров, нечистых сил. ■ Өй ишегенең уң яҡ башына ат дағаһы эленгән, ул ырыҫ, бәрәкәт билдәһе. И. Аҡъюлов.
АТЕИЗМ [рус. < гр. а ‘юҡлыҡ киҫәксәһе’ + Theos ‘Алла’] (Р.: атеизм; И.: atheism; T: ateizm) и.
Алланы, динде кире ҡаҡҡан ҡараш; алла-һыҙлыҡ. □ Атеизм. Атеизм түңәрәге.
АТЕИСТ [рус.] (Р: атеист; И.: atheist; T: ateist) и.
Динһеҙ, аллаһыҙ кеше. □ Атеист. Атеист итеп тәрбиәләү.
АТЕИСТИК (Р: атеистический; И.: atheistic; T.: ateistik ) с.
Атеизм йүнәлешендәге. □ Атеистический. Атеистик ҡараш. Атеистик тәрбиә. Атеистик эш.
АТЕЛЬЕ [рус. < фр. atelier} (Р: ателье; И.: workshop; T.: atölye) и.
Кейем, аяҡ кейеме һ. б. тектерә, көнкүреш нәмәләрен йүнәттерә торған оҫта-
хана. □ Ателье. Тегеү ательеһы. Телевизион ателье.
АТЕРОСКЛЕРОЗ [рус. < лат. atherosclerosis} (Р: атеросклероз; И.: atherosclerosis; T.: ateroskleroz) и. мед.
Артерия көбөнөң эске яғында липоид матдәләр йыйылыуға һәм тоташтырғыс матдәләр үҫеүгә, ҡалынайып ҡатыуға бәйле оҙаҡҡа һуҙылған ауырыу. □ Атеросклероз.
АТ-ЗАТ и. ҡар. нәҫел-нәсәп.
АТЙЕТӘР (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ, табын, ҡыбау ырыуҙарының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-кыпчаков, табынцев, кубовцев.
АТ ЙӨРӨТӨҮ (ат йөрөт-) (Р: остужать коня; И.: cool a horse down after gallopping; T.: atı soğutmak) ҡ.
Шәп килеп тирләгән атты ҡапыл туҡтатмай алып йөрөү. □ Остужать коня после быстрой езды. М Йәштәр .. урам буйына am йөрөтөргә китте. Ғ. Дәүләтшин.
АТ ЙҮГЕРТЕҮ (ат йүгерт-) (Р: проводить; И.: spend; T.: geçirmek) ҡ. диал.
Егеттәрҙең ҡыҙҙарҙы оҙатыуы. □ Проводить девушку домой.
АТ ЙЫУАҺЫ и. бот. ҡар. оҫҡон.
АТ КЕШӘНЛӘҮ (ат кешәнлә-) (Р: стреножить коня; И.: hobble; T.: köstekleme) ҡ.
Аттың алғы ике аяғын артҡы бер аяғына ҡушып бәйләү. □ Стреножить коня.
АТ КӨСӨ (Р: лошадиная сила; И.: horse power; T.: beygir gücü) и. физ.
Ҡеүәт үлсәй торған, бер системаға ла инмәгән берәмек. □ Лошадиная сила. ■ Еңел машина текә түмәләстәрҙе «ыһ» та итмәй артыла. Шофёрҙан уның нисә ат көсөнә эйә икәнлеген белешәм. И. Аҡъюлов.
АТҠАҘАНҒАН (Р: заслуженный; И.: merited; T.: hakedelmiş) с.
Хеҙмәте менән дан алған. □ Заслуженный. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Атҡаҙанған фән эшмәкәре. Атҡаҙанған табип. Атҡаҙанған уҡытыусы.
365