АТ ҠАРАҒЫ
AT ҠАРАҒЫ (P.: конокрад; И.: abactor; T.: at hırsızı) и.
Аттарҙы урлауҙы кәсеп итеп алған кеше.
□ Конокрад. ■ [Алтынбай] малай сағында бер ат ҡарағының арҡаһын шеш тимер менән яндырғандарын кургәне иҫенә төшөп, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. 3. Ураҡсин.
АТ ҠАРАУСЫ (Р.: конюх; И.: groom; T.: seyis) и.
Аттарҙы ҡараған кеше. □ Конюх. ■ Ат ҡараусыға мал йәнлелек хас. И. Аҡъюлов.
АТҠАРЫЛЫУ (атҡарыл-) ҡ. төш. ҡар. атҡарыу, страд, от атҡарыу.
АТҠАРЫУ (атҡар-) (Р: выполнять; И.: соре; T.: görevi yapmak) ҡ.
1. Эш, бурысты еренә еткереү; үтәү, башҡарыу. □ Выполнять, исполнять обязанности, справляться. // Выполнение, исполнение. ■ Хәрби бурысты атҡарыуҙа оҫта етәкселек итеуе өсөн Таһир Тайып улы Кусимовҡа Советтар Союзы Теройы тигән маҡтаулы исем бирелде. К. Мәргән.
2. Ойоштороу, уҙғарыу. □ Проводить, справлять, организовать. // Проведение, организация. Туй атҡарыу. Мәжлес атҡарыу. Һабантуй атҡарыу.
3. Билдәле ваҡытты нисектер үткәреү, йәшәп уҙғарыу. □ Проводить, осуществлять. // Проведение, осуществление. Көн атҡарыу. ■ Берәу шуны гел-гел тылҡып торҙо, шуны һөйләп ғумер атҡарҙы. С. Әлибаев.
4. Тәғәйенләнгән ергә ебәреү; оҙатыу.
□ Сбывать. Баҙар уңды, һыйырҙы атҡарҙым. ■ [Насир:] Айғырҙы ҡаҙаҡ яғына-фә-лән атҡарманылармы икән? 3. Ураҡсин.
АТҠАРЫШЫУ (атҡарыш-) ҡ. урт. ярҙамл. ҡар. атҡарыу 1, 2, 4. взаимн. от атҡарыу 1, 2, 4.
АТҠАТАШ и. диал. ҡар. бишташ.
АТҠАЯҠ (атҡаяғы) и. диал. ҡар. атҡый.
АТ ҠОЙРОҒОН ҠЫРҠЫУ (ат ҡойроғон ҡырҡ-) (Р.: обычай тайной стрижки хвоста лошади; И.: ritual horse rite; T: atın kuyruğunu kesmek âdeti) ҡ. этн.
Боронғо йола буйынса, туй ваҡытында йәшерен рәүештә ҡоҙа атының ҡойроғон ҡырҡып, ҡыҙҙың намыҫы (ғиффәте) юҡлығын, саф түгеллеген күрһәтеү өсөн эшләнгән йола. □ Обычай тайной стрижки хвоста лошади свата, чтобы указать на отсутствие целомудрия невесты.
АТҠОЛАҠ (атҡолағы) (Р: щавель конский; И.: horse sorrel; T.: kuzukulağı) и. бот.
Оҙонсараҡ киң япраҡлы, оҙон яланғас һабаҡлы, көрәнерәк суҡ орлоҡло ҡыр үләне. □ Щавель конский (лат. Rumex confertus). Атҡолаҡ йыйыу. ■ Өләсәйем, бешереп иҙгән атҡолаҡ боламығына бер ус мысай оно һибеп, икебеҙгә ике кәлсә ҡатырып бирҙе. 3. Ураҡсин. Бында [Торатауҙа] дегәнәк, сәнскәк, атҡолаҡ кеуек башҡа тор улән-уҫемлек осрай. Ә. Әминев.
АТ ҠУҘҒАЛАҒЫ и. бот. ҡар. атҡолаҡ.
АТ ҠУНЫУ (ат ҡун-) (Р: пасти лошадей ночью; И.: graze horses at night; T: atı gece otlatmak) ҡ.
Төнгөлөккә ҡалып ат көтөү. □ Пасти лошадей ночью. ■ Ул [Тимеркәй] эш араһында ла, кис менән туғайға ат ҡуна барғанда ла уҙе тураһында уйлай. Д. Юлтый.
АТ ҠУШАҠЛАУ (ат ҡушаҡла-) (Р: взять запасную лошадь; И.: take a spare horse; T.: yedek atı almak) ҡ.
Һыбай йөрөгәндә алмаш өсөн янға ат етәкләп алыу. □ Взять запасную лошадь. ■ Ат ҡушаҡлап сабырҙар фарман алып килгәндә. М. Буранғолов.
АТ ҠУШСЫ (Р: проводник; И.: guide; T: iletken) и. тар.
Юл йөрөгәндә атты ҡарап, бергә оҙатып йөрөгән кеше. □ Проводник (в пути).
АТҠЫ и. диал. ҡар. атҡый.
АТҠЫЙ (Р: вид стрелы; И.: kind of arrow; T: ok çeşiti) и.
1. Таяҡ осонан һелтәп осора торған туҙ ҡанатлы ҡыҫҡа уҡ. □ Вид стрелы с берестяными крылышками (закрепляют на конце палки и мечут махом). ■ Кинйә лә, туҙ ҡанатлы атҡый уғын янға һалып, уның кеҙеһен керешкә ҡуйҙы. Ғ. Ибраһимов.
366