АТЛАС
2. диал. Ат ҡуҙғалағының орлоғо. □ Семена конского щавеля.
АТ ҠЫЛЫ (P.: конский волос; И.: horsehair; T.: at kılı) и.
Аттың тиреһендә сыҡҡан еп кеүек үҫенте.
□ Конский волос.
АТҠЫРҒЫС (Р.: скребница; И.: horsecomb; T.: kaşağı) и.
Атты ҡырып таҙартыу өсөн ҡулланылған тешле ҡорал. □ Скребница. Атҡырғыс менән таҙартыу.
АТҠЫРСАҠ (атҡырсағы) и. диал. ҡар. атҡый.
АТҠЫС I (Р: стрелок; И.: rifleman; T.: atıcı) и.
Бик оҫта атҡан кеше. □ Стрелок, снайпер. ■ [Пулемётсы:] Ҡара, ниндәй атҡыстар беҙҙең прапорҙар! — тигән ҡиәфәт менән башын сайҡай ине. А. Таһиров.
АТҠЫС II и. ҡар. атҡый.
АТҠЫС ЕМЕШ (Р: плод метательный; И.: shooting fruit; T: atma meyve) и. бот.
Өлгөргән емеше атылып, сәселеп китә торған үҫемлектәр (мәҫәлән, акация).
□ Плод метательный.
АТЛАҒАН КӨН (Р: вторник; И.: Tuesday; T: sah) и. диал.
Аҙнаның икенсе көнө. □ Вторник.
АТЛАҒАН МАЙ и. диал. ҡар. аҡ май.
АТЛАМ (Р: шаг; И.: step; T: adım) и.
1. Аяҡ атлаған хәрәкәт; аяҡ баҫымы, аҙым. □ Шаг. ■ Атаһы, әсәһе, ағалары [Фа-тиманы] аҫтыртын ғына күҙәтһә, һенлеләре иһә бер атлам да ҡалманы, ҡайҙа барһа ла артынан эйәрер булдылар. Ж. Кейекбаев.
2. Атлағандағы ике аяҡ араһы ер; аҙым.
□ Расстояние в один шаг. ■ Ул саҡта Билал отряды сәселеп тау башына менеп еткән, казактар менән уларҙың араһы күп булһа ике-өс йөҙ атлам ғына ҡалғайны. А. Таһиров.
АТЛАМА I (Р: скоба; И.: cramp; T: dirsek) и.
1. Аша һалып ике осо ҡағыла торған кәкре тимер, беркеткес (ағас нәмәләрҙе
нығытып тоташтырыу өсөн). □ Скоба. Атлама ҡағыу. Атлама һалыу.
2. Кәмәнең һыҙлыҡ сүбәге өҫтөнән ҡағылған буй ҡалай. □ Обод, жестяная полоска (набивается на законопаченные пазы лодки ).
АТЛАМА II и. диал.
1. ҡар. асамай I.
2. Башағас. □ Слега.
АТЛАМЛЫ (Р: ходкий; И.: fast; T: hızlı) с.
Аҙымы ырамлы, аҙымлы, йөрөшлө.
□ Ходкий. Атламлы ат. Атламлы дөйә.
АТЛАНДЫРЫУ (атландыр-) (Р: подсаживать; И.: help to climb; T: atlanmak) ҡ.
1. Һыңар аяғын аша һалдырып ултыртыу, мендереү. □ Подсаживать (например, на лошадь). Атҡа атландырыу.
2. күсм. Үҙең эшләмәй кемдеңдер, нимәнеңдер иҫәбенә йәшәү; еңеп алыу, буйһондороу. □ Сажать, посадить на шею кого-л.
♦ Ағас атҡа атландырыу бик оҫта итеп алдау; һемәйтеү. □ Обмануть, провести. доел. Подсадить на деревянную лошадь.
АТЛАНЫУ (атлан-) [дөйөм төрки am] (Р: садиться верхом; И.: mount; T.: atlanmak) ҡ.
1. Һыңар аяҡты аша һалып ултырыу.
□ Садиться, свесив ноги. Бүрәнәгә атланыу. ■ Хисбулла бүкәнгә атланып ултырып алған да, бик тырышып бысаҡ ҡайрай.
3. Биишева.
2. Менге малдың өҫтөнә ултырыу; менеү.
□ Садиться верхом, оседлать. К Дошмандан илен ҡурсыған, эйәрләп атҡа атланған, ажғырып яуға ташланған — илдең батыры шул булыр, илдең күрке шул булыр. С. Юлаев.
♦ Елкәгә атланыу еңеп алыу, буйһондороу. □ Сесть на шею.
АТЛАС I [ғәр. ‘шыма киндер’] (Р: ат-
лас; И.: satin; T.: atlas) и.
Уң яғы ялтырап торған ебәк туҡыма.
□ Атлас. // Атласный. Атлас елән. Атлас
367