АТЛАС
кулдәк. Атлас юрған. ■ Таңһылыу сиккән атласын стенаға элеп ҡуйҙы. Ғ. Ғүмәр.
АТЛАС II [рус. < нем. Atlas < гр. Atlas (Atlantos) ‘яңғыҙлыҡ исем’] (Р.: Атлас; И.: atlas; T.: atlas) и.
1. Географик карталар йыйынтығы.
□ Атлас. Донъя атласы. Рәсәй атласы.
2. Картаға төшөрөлгән төрлө мәғлүмәттәр йыйынтығы. □ Атлас. Диалектоло-гик атлас. Тимер юлдар атласы. Йондоҙҙар атласы.
АТЛАТЫУ (атлат-) (Р.: идти шагом; И.: walk; T.: yürütmek) ҡ.
1. йөкм. ҡар. атлау, понуд. от атлау.
2. Юрттырмай, аҙымлатып йөрөтөү.
□ Идти шагом. ■ Аттарҙы атлатып ҡына ауылға йунәләбеҙ. Р. Низамов.
АТЛАУ (атла-) [боронғо төрки аат-\ (Р: шагать; И.: walk; T.: yürümek) ҡ.
1. Аҙымлап хәрәкәт итеү. □ Шагать, ступать, идти шагом. Шәп атлау. Әкрен атлау. ■ Сәйҙел дә шул, Зәйнәбен оҙатҡас, ҡалаға атланы яй ғына. Ғ. Сәләм.
2. кусм. Эш, тормош юлынан хәрәкәт итеү; барыу. □ Двигаться, направляться (в работе, жизни). Заман менән бергә атлау. Тормош алға атлай. Бөгөн ижади коллектив киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлай.
Ф Атлаған һайын туҡтауһыҙ, гел генә, аҙым һайын. □ На каждом шагу, постоянно.
АТЛЕТ [рус. < гр. athletes] (Р: атлет; И.: athlete; T.: atlet) и.
Ҙур көс талап итә торған күнегеүҙәр менән шөғөлләнгән спортсы йәки цирк артисы. □ Атлет.
АТЛЕТИКА [рус. < гр. athletikos < athle-sis ‘көрәш’] (Р: атлетика; И.: athletics; T.: atletizm) и.
Көс, сыҙамлылыҡ, етеҙлек талап иткән күнекмәләр йыйылмаһы. □ Атлетика. Ауыр атлетика. Еңел атлетика.
АТЛЫ I (Р: имеющий лошадь; И.: possessing a horse; T.: ath) c.
1. Аты булған, ат тотҡан. □ Имеющий лошадь. Атлы кеше.
2. Ат менән йөрөгән; һыбайлы. □ Конный, верховой, кавалерийский. Атлы ғәскәр. Атлы дивизия. Атлы милиция. ■ Инде сыҡты атлылар, унда-бында саптылар. Ш. Бабич. Башҡорт атлыларынан бер дивизия төҙөргә. Р. Өмөтбаев.
♦ Атлы килеп, йәйәү ҡайтыу буш ҡул менән ҡайтыу. □ Вернуться ни с чем, вернуться с пустыми руками.
АТЛЫ II (Р: по имени; И.: named; T.: isimli) с.
Исемле, ҡушаматлы. □ По имени, по прозвищу, по кличке. Был Бәхтиәр атлы егет.
АТЛЫҒЫУ (атлыҡ-) [төрки ат-ыл-< атыл-ык-у\ (Р: стремительно бить струей; И.: gush; T.: hızlı akmak) ҡ.
1. Ниҙеңдер эсенән тышҡа бәреү; атылыу. □ Стремительно бить, течь струей. Крандан һыу атлығып аға. ■ Ике бөртөк йәшем куҙҙәремдән сыҡһа атлығып, береһе уның һине һөйөу булыр, береһе булыр Еңеу шатлығы. Р. Ниғмәти.
2. Ҙур тиҙлек менән алға ынтылыу. □ Ринуться, устремиться. ■ Берәу алға сыҡты атлығып. Был ҡаһарман — ғәскәр башлығы. М. Кәрим.
3. кусм. Ҙур теләк менән ярһыу. □ Рваться, стремиться. // Рвение, стремление. Өйгә ҡайтырға атлығып тороу. Эшкә атлығып тотоноу.
АТЛЫҠСА (Р: конюшня; И.: stable; T.: ahır) и.
1. Ат ҡуя торған һарай. □ Конюшня, конный двор. ■ Нурый бабай сыҡмай атлыҡсанан, көнө-төнө шунда ат ҡарай. Б. Ишемғол.
2. диал. ҡар. утлыҡса.
АТЛЫ-ТУНЛЫ (Р: состоятельный; И.: well-to-do; T.: varlıklı) с. һөйл.
Донъя көтөр мал-мөлкәтле; хәлле. □ Состоятельный, зажиточный. Атлы-тунлы кеше.
АТМА (Р: вид рыболовной снасти; И.: weir species; T.: takım çeşidi) и.
1. диал. Сүмес ay. □ Вид рыболовной снасти.
368