Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 369


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АТТАЙ
2. Ваҡ йәнлектәр аулау өсөн ағастан яһалған тоҙаҡ. □ Тип деревянной ловушки для ловли мелкого зверя.
АТМАЛАУ (атмала-) (Р.: шагать вприпрыжку; И.: hop; T: ziplaya yürümek) ҡ.
Оҙон-оҙон һикереп атлау. □ Шагать вприпрыжку.
АТ МЕНЕҮ (ат мен-) (Р.: садиться верхом; И.: bestride; T: ata binmek) ҡ.
Атта һыбай йөрөү. □ Садиться верхом на коня.
АТ МИСӘҮ (ат мисә-) (Р: припрячь лошадь; И.: harness an extra horse; T: koşum takmak) ҡ.
Төптәге атҡа тағы бер атты ҡушарлап егеү. □ Припрячь лошадь.
АТМОСФЕРА [рус. < гр. atmos ‘быу, һауа’ + sphaera ‘шар’] (Р: атмосфера; И.: atmosphere; T: atmosfer) и.
1. Планеталарҙы уратып алған газ хәлендәге һауа ҡатламы. □ Атмосфера. Ерҙең атмосфераһы. Атмосфера һауаһы.
2. физ. тех. Газ һымаҡ нәмәләрҙең баҫымын үлсәү берәмеге. □ Атмосфера. Йылытыу мейесенең атмосфераһы. Нормаль атмосфера. Техник атмосфера.
3. кусм. Йәмғиәттә, тормошта хөкөм һөргән шарт; мөхит, солғаныш. □ Атмосфера. Ижади атмосфера.
АТОМ [рус. < гр. atomos ‘бүленмәҫ’] (Р: атом; И.: atom; Т: atom) и.
Химик элементтың химик сифаттарын һаҡлаған иң бәләкәй өлөшсәһе. □ Атом. Атом төҙөлөшө. Атомды тарҡатыу. Атом ядроһы. Атом энергияһы. Атом реакторы.
АТ ӨЙРӘТЕҮ (ат өйрәт-) (Р: приучать коня к упряжке; И.: train horses to harness; T.: at terbiyesi) ҡ.
Йәш йылҡыны егенгә йәки менгегә өйрәтеү. □ Приучать коня к упряжке, седлу; объездка.
АТРАҢЛАУ (атрацла-) ҡ. диал. ҡар. аша атлау.
АТРАСМАН и. бот. диал. ҡар. һары умырзая.
АТРАФ [ғәр. (Р: округа; И.: entourage; T.: etraf) и. иҫк.
Ниҙеңдер яҡын тирә-яғы; тирә-йүн. □ Округа, окружение. Урал атрафтары. Ҡала атрафтары. ■ Ҡараһаң атрафҡа — хәтфә кеуек йәм-йәшел ялан. С. Яҡшығолов.
АТРИБУТ [рус. < лат. attributum ‘бирелгән’] (Р: атрибут; И.: attribute; T.: sıfat) и.
1. фәлс. Нәмәнең, күренештең иң төп даими билдәһе. □ Атрибут. Хәрәкәт — материяның атрибуты.
2. Нимәгәлер хас булған билдә. □ Атрибут. ■ Иң алыҫ райондарҙа ла хәҙер урындыҡ кеуек элекке атрибуттар урынына өҫтәл, карауат кеуек яңы нәмәләр ингән. К. Мәргән.
3. гром. Атрибут, күрһәткес, билдә, аныҡлаусы. □ Атрибут.
АТСАБАР (Р: гонец; И.: herald; T.: ulak) и. иҫк.
Хәрби башлыҡтың йомошон үтәп, янында йөрөгән һалдат. □ Гонец, нарочный.
АТ САБЫШТЫРЫУ (ат сабыштыр ) ҡ. ҡар. бәйге 1. һабантуйҙа һырғауылға ме-неу, тоҡ менән һуғышыу, ат сабыштырыу, милли көрәш кеуек ярыштар уткәрелде.
АТ САБЫШЫ и. ҡар. бәйге 1.
АТ СЕҘӘРЛӘҮ (ат сеҙәрлә-) ҡ. диал. ҡар. ат кешәнләү.
АТ СОЛОҒО и. зоол. диал. ҡар. бөгәләк.
АТ СПОРТЫ (Р: конный спорт; И.: equestrian sport; T.: at sporu) и.
Аттарҙа ярышыу, аттарҙы сабыштырыу менән шөғөлләнгән спорт төрө. □ Конный спорт.
АТСЫ (Р: конюх; И.: stableman; T.: seyis) и.
1. Ат ҡараусы. □ Конюх. Атсылар аттарҙы яҡшы ҡарай.
2. Атта йөрөүсе, һыбай. □ Наездник.
АТТАЙ (Р: как лошадь; И.: as horse; T.: at gibi) A
Ат һымаҡ, көслө; ныҡ итеп. □ Как лошадь. Аттай эшләу. Аттай сабыу.
13-1.0151.11
369