Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 371


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АТЫП БӘРЕҮ
АТҺЫҘ I (Р.: безлошадный; И.: horseless; T.: atsız) с.
Аты (I) булмаған. □ Безлошадный.
АТҺЫҘ II (Р.: безымянный; И.: anonymous; T.: isimsiz) с.
Аты (II) булмаған. □ Безымянный.
АТҺЫҘ III (Р: табуированное название злых демонов; И.: tabuated name of evil spirits; T.: yasaklanmış ervah adları) и. диал. миф.
1. Яман мифик персонаж. □ Мифический персонаж, демон.
2. Ҡара көстәрҙең йәшерен исеме. □ Табуированное название злых демонов.
АТҺЫҘ АРБА (Р: автомобиль; И.: car; T: araba) и. иҫк.
Автомобиль. □ Машина, автомобиль.
АТ ҺЫЛЫУЛАУ (ат һылыула-) ҡ. вет. диал. ҡар. айғыр көйҙөрөү.
АТ ҺЫУЫТЫУ (ат һыуыт-) (Р: ставить потного коня на выстойку; И.: tie a sweaty horse; T.: atı bağlamak) ҡ.
Юлдан тирләп килгән атты ашатмай, эсермәй, билдәле ваҡытҡа бәйләп ҡуйыу. □ Ставить потного коня на выстойку.
АТЫЙ и. диал. ҡар. атай 2.
АТЫЛ М АҠ (атылмағы) и. диал. ҡар. бәүелсәк.
АТЫЛЫУ (атыл-) (Р: бить струей; И.: gush forth; T.: cereyanla akmak) ҡ.
1. төш. ҡар. атыу. страд, от атыу.
2. Ниҙеңдер эсенән тышҡа бәреү; атлығыу. □ Бить струёй. Маңлайҙан тир атыла. Шишмә атылып сыға. ■ Бармаҡ араларынан атылып сыҡҡан ҡан [Тарастың] беләге буйлап аҡты. И. Насыри. Насирҙың күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты. 3. Ураҡсин.
3. Ҙур тиҙлек менән алға ынтылыу; атлығыу, ташланыу. □ Ринуться, броситься, устремляться. Йондоҙ атылыу. ■ Гөлсөм Ҡасимдың ҡул аҫтынан шыуып сыҡты ла тышҡа атылды. Н. Мусин. [Айһылыу:] Ҡорҙо ташлап йылға буйына атылған Ғәлиә артынан йүгерҙем. Т. Ғарипова.
4. күсм. Ҙур теләк менән ярһып ынтылыу; атлығыу. □ Рваться, стремиться.
Эш өсөн атылып тороу. ■ Түҙемһеҙ мин, хатың асҡан саҡта, атылып сығыр кеүек был йөрәк. М. Хәй.
АТЫНҒЫС и. диал. ҡар. бәүелсәк.
АТЫНЫУ (атын-) ҡ. диал. ҡар. бәүелеү.
АТЫУ (ат-) [дөйөм төрки ат-, аат-< ағыт ‘юғары ырғытыу’] (Р: бросать; И.: fling; T.: atmak) ҡ.
1. Көс менән һелтәп ырғытыу; бәреү. □ Бросать, кидать. // Бросок. Таш [менән] атыу. ■ Күккә аттым илап һөйөүемде — болоттарға инеп уралһын. Г. Юнысова.
2. Ҡоралдың уҡ-яһағын осортоу. □ Стрелять, выстреливать. // Стрельба, выстрел. Туп атыу. Уҡ атыу. ■ Биреләр өйгә эйәләһә, уны мылтыҡ алып ҡоро дары менән атып ҡыуалар. Экспедиция материалдарынан.
3. Яһаҡлы ҡорал менән үлтереү. □ Расстреливать. // Расстрел. ■ Атаһын аҡтар атып киткән саҡта Тимергә һигеҙ йәш тә юҡ ине әле. Б. Бикбай.
4. Тейеп, һуғып, көс менән зарарлау (йәшенгә ҡарата). □ Ударить, сразить. // Удар. Йәшен атты.
5. күсм. Ҙур теләк менән ярһып ынтылыу; атылыу (4). □ Стремиться. // Стремление. Йән атыу.
6. миф. Яман көстәрҙе ҡыуыу ысулы. □ Способ отгона нечистых сил. ■ Өй тынысһыҙ булһа, дүрт мөйөшөнә мылтыҡ атыу йолаһы бар. Экспедиция материалдарынан.
♦ Күҙ атыу шул уҡ күҙ ташлау.
■ Уйҙарынан арынып, Байғөбәк батыр алға күҙ атты: һаман да икһеҙ-сикһеҙ ҡылғанлы дала. Р. Байымов. Атмаған ҡуянға ҡаҙан аҫыу әле булмаған эште һөйләү. □ Не убив зайца, подвешивать котёл, соотв. Делить шкуру неубитого медведя.
АТЫП БӘРЕҮ (атып бэр-) (Р: бросать; И.: throw; T: atmak) ҡ.
Көс менән ситкә ташлау. □ Бросать, швырнуть. ■ Фуражкамды атып бәреп, [атымдың] ялына ятып иланым. Б. Ишемғол.
13*
371