Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 372


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АТЫУСЫ
АТЫУСЫ (Р.: стрелок; И.: shot; T.: atıcı) и.
Атыу ҡоралы менән атҡан кеше. □ Стрелок.
АТЫ-УТЫ МЕНӘН (Р.: со всем имуществом; И.: with all property; T: tamamen) p.
Бөтә булған мал-мөлкәте менән. □ Co всем имуществом. Аты-уты менән күсеп киткән.
АТ ЯРАТЫУ (ат ярат-) ҡ. ҡар. ат таныу.
АТ ЯҪҠЫТЫУ (ат яҫҡыт-) ҡ. ҡар. ат уйнатыу.
АУ I [боронғо төрки ab] (Р: охота; И.: hunt; T.: av) и.
1. Йәнлек тотоу шөғөлө, һунар. □ Облава, коллективная охота. Ау ҡоралы. Ауға сығыу. Ауға йөрөү. • Ауға барһаң, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул. Әйтем.
2. иҫк. Тотола торған йәнлек. □ Животное, за которым охотятся. ■ Мәсем хан ғәскәр менән ауға сыҡҡан, ау эҙләп, бейек-бейек тауға сыҡҡан. «Бабсаҡ менән Күсәк». • Арыҫлан ау тапмай ҡайтмаҫ. Мәҡәл.
АУ II [дөйөм төрки ав/аг/аң ‘ау ҡоралы’] (Р: ловушка; И.: snare; T.: tuzak) и.
1. Ҡош, йәнлек тота торған селтәр рәүешендәге төрлө ҡорал. □ Ловушка, западня. Ҡош ауы. Сүмес ау. Ау ҡороу. Ауға эләгеү.
2. Ептән оҙон, киң итеп үрелгән өс ҡатлы балыҡ тотоу ҡоралы (һыуҙың иңенә ҡороп ҡуйыла). □ Сети, бредень, невод. Ваҡ ay. Эре ау. Сабаҡ ауы. Суртан ауы. Ау бәйләү. Ау ултыртыу. Ау һалыу. ■ Ағиҙелкәйҙәргә ауҙар һалдым аҡ балыҡҡай менән һаҙанға. Халыҡ йырынан.
3. (йәки үрмәксе ауы) Үрмәксе үргән еп. □ Паутина. ■ Мәсеттең тәҙрәләрен саң баҫты, үрмәкселәр, уңайлы урын һайлап, ау ҡорҙо. И. Көҫәпҡол. Тышта, ҡояшта ялтырап, оса үрмәксе ауы. Р. Ниғмәти.
4. күсм. Яуызлыҡ менән уйланған хәйлә, мәкер. □ Сеть (хитрыми уловками стремиться поставить кого-н. в неприятное по
ложение, поймать на чём-н.). Ау ҡороу. Ауға эләгеү. ■ Эләгә халыҡ, эләгә бизнесмен ҡорған ауға. М. Ямалетдинов.
АУ III (Р: ау; И.: hi; Т.: һеу) ымл.
1. Үҙ-ара саҡырып тауыш биргәндә әйтелә. □ Употребляется при перекличке: ay. Ay ҙа ay ҡысҡырыу. Ay, ҡайҙа киттегеҙ?
2. Йыр, ҡобайырҙа үлсәм йәки көй өсөн ҡушып ебәрелә. □ Употребляется в народных песнях, кубаирах для дополнения размера стиха или усиления эмоциональности. ■ Ҡайҙа ла ғына барһаң, ау, дуҫ-иш кәрәк. Халыҡ йырынан. Ир-егеттең ҡылғаны илдән башҡа була алмаҫ, ау, илдән башҡа була алмаҫ. Ҡобайырҙан.
АУА. и. диал. ҡар. һауа.
АУ\3 [фарс. jljl] (Р: звук; И.: sound; T.: ses) и. кит.
Өн, тауыш. □ Звук, голос; возглас. ■ Ят телдә бойороҡҡа оҡшаш өҙөк-өҙөк ҡырҡа ауаздар яңғыраны, буталыш китте. Р. Байымов. Был ҡурайҙың тауышында Зөлхизә үҙе белгән бик күп ауаздарҙы таныны. Г. Яҡупова.
АУАЗ БИРЕҮ (ауаз бир-) (Р: подать голос; И.: submit a voice; T.: ses çıkarmak) ҡ.
Өн, тауыш сығарыу, ҡысҡырыу. □ Подать голос.
АУАЗДАШ (Р: созвучный; И.: consonant (with); T.: uyumlu) c.
1. кит. Оҡшаш тауышлы, үҙ-ара ярашлы; аһәңдәш. □ Созвучный, гармоничный.
2. күсм. Оҡшаш тәбиғәтле, оҡшаш йөкмәткеле. □ Созвучный. ■ «Ҡара йөҙҙәр» иҫке тормошто фашлауы менән генә түгел, кешенең бәхет хоҡуғын раҫлау ы менән беҙҙең заманға ауаздаш. М. Минһажетдинов. Түлебаев миңә оҡшаны. Күпте белә. Фекер йөрөтөүе миңә ауаздаш. М. Кәрим.
АУАЗЛАУ (ауазла-) (Р: окликать; И.: hail; T.: seslenmek) ҡ. кит.
Тауыш биреү, ҡысҡырыу. □ Окликать.
АУАЛАУ (ауала-) (Р: подниматься высоко; И.: sore; T.: yükselmek) ҡ.
372