Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 373


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АУДИОКАССЕТА
Юғары күтәрелеү; үрләү. □ Подниматься высоко, выситься. Ҡояш ауалағанса йоҡлау. • Торна бик ауалап килһә, йыл ҡыуан була. һынамыш.
АУАН (Р.: бесхитростный; И.: artless; T.: sade) с.
1. Хәйләһеҙ, ихлас. □ Бесхитростный, простодушный. Ауан кеше. Эшкә ауан.
■ [Ҡартәсәйем:] Йәшлегемә барып, эшкә ауан булдым, ауыр кутәреп имгәндем. Г. Яҡупова.
2. Айыш-тойошто бик белмәгән; алабарман. □ Опрометчивый, неосмотрительный.
■ [Ҡадир:] Был эштә инде, Фатима, мин ауан кеше, ул яғын уҙең ҡара. Б. Бикбай.
АУ АНАЬЫ (Р.: наружный третий ряд сети; И.: fishing net’s outer row; T.: ağın dış sırası) и.
1. Ауҙың эре күҙәнәкле итеп бәйләнгән тышҡы ҡаты. □ Наружный третий ряд сети.
2. миф. Балыҡ ауының хужаһы, ау эйәһе.
□ Дух — хозяин рыбной сети. ■ Балыҡсылар уҡынып, ау анаһын саҡырып, кул төбөнә ау төшөрҙөләр. Ф. Хисамитдинова.
АУАРА [фарс. ûjljl ‘дәрүиш; меҫкен’] (Р: растерянный; И.: dazed; T.: şaşkın) с.
Уйлау, әмәл, сара табыу һәләтенән мәхрүм; аптырашлы, аңҡы-тиңке. □ Обалделый, растерянный, озадаченный, одурелый. Ауара булыу. Ауара итеу. ■ Фәхриҙе был хәбәр бөтөнләй ауара яһаны. Б. Бикбай.
АУАРА БУЛЫУ (ауара бул-) (Р: отупеть; И.: become blunt; T.: aptallaşmak) ҡ. диал.
Миңрәүләнеү. □ Отупеть. Уйлай-уйлай башым ауара булды инде.
АУАРАЛАНДЫРЫУ (ауараландыр-) (Р: озадачивать; И.: puzzle; T.: şaşırtmak) ҡ.
Ауараға әйләндереү, ауара итеү. □ Озадачивать, приводить в недоумение, замешательство. ■ Елбәҙәк ҡыҙҙың куңелен ауараландырырға куп кәрәкме ни? Н. Мусин.
АУАРАЛАНЫУ (ауаралан-) (Р: быть в недоумении; И.: be at a loss; T.: şaşkın olmak) ҡ.
Ауара булыу. □ Быть в недоумении, замешательстве; растеряться. ■ Сөнәғәт .. башын ҡайҙа ҡуйырға белмәй ауараланып йөрөнө-йөрөнө лә тышҡа сығып китте. Ҡ. Ибәтуллин.
АУА-ТҮНӘ (Р: вперевалку; И.: swinging from one side to the other; T.: badi badi) р.
Бер ауып, бер тороп; ауып-ауып китер хәлдә. □ Вперевалку, вразвалку. Ауа-тунә атлау. ■ Мин ауа-тунә урыныма барып ултырҙым. Д. Юлтый. Ваҡ ағастар араһында оҙон ҡанаттарын бер йәйеп, бер ҡаушырып, ауа-тунә ҙур бер ҡош әллә осорға, әллә уларҙан ҡасырға маташа ине. Ә. Әминев.
АУ-АУ (Р: ау, ау; И.: ау; Т.: һеу) ымл.
Ҡабат-ҡабат ау иткән тауыш. □ Ау. Ау-ау итеп ҡысҡырыу.
АУДИЕНЦИЯ [рус. < лат. audientia | (Р: аудиенция; И.: audience; T.: resm: görüşme) и.
Юғары дәүләт вазифаһындағы кешенең рәсми ҡабул итеүе. □ Аудиенция. Аудиенция көтөу.
АУДИО [рус. < ингл. < лат. audio ‘ишетәм’] (Р: аудио; И.: audio; T.: ses) с.
Ишетеүгә, ишетеп ҡабул итеүгә бәйле ҡушма һүҙҙәрҙең беренсе өлөшө. □ Первая часть сложных слов со значением ‘относящийся к слуху, к восприятию слухом’. Аудиотехника. Аудиокассета. Аудиояҙма.
АУДИОГРАММА [рус. < лат. audio -gramma] (Р: аудиограмма; И.: audiogramme; T.: odyogram) и. мед.
Ишетеү функцияһын тикшереү нәтижәһен сағылдырған яҙма. □ Аудиограмма. Аудиограмма эшләтеу.
АУДИОКАССЕТА [рус. < лат. audire + ингл. cassette] (Р: аудиокассета; И.: audiocassette; T.: teyp kaseti) u.
XX быуаттың икенсе яртыһында таралған тауыш яҙҙырыу һәм яҙҙырылған тауышты тыңлау өсөн ҡулланылған магнитофон таҫмаһы, магнит таҫмаға яҙылған мәғлүмәт һаҡлағысы. □ Аудиокассета. Аудиокассетаға яҙҙырыу.
373