АУДИОЛОГИЯ
АУДИОЛОГИЯ [рус. < лат. audio + logos] (Р.: аудиология; И.: audiology; T.: odyo-loji) и. мед.
Медицинала ишетеү һәләтенең боҙоло-уын, диагностикалау һәм дауалау ысулдарын өйрәнеүсе бүлек. □ Аудиология.
АУДИОМЕТР [рус. < лат. audio + metreo] (Р: аудиометр; И.: audiometer; T.: odyometre) и. мед.
Кешенең ишетеү һәләтен тикшерә торған прибор. □ Аудиометр.
АУДИОМЕТРИЯ [рус. < лат. audio + metreo] (P: аудиометрия; И.: audiometrics; T.: odyometri) и. мед.
Аудиометр приборы ярҙамында ишетеү һәләтен билдәләү. □ Аудиометрия. Ультратауыш аудиометрияһы.
АУДИОТЕХНИКА [рус. < лат. audio + гр. techne ‘сәнғәт’I (Р: аудиотехника; И.: audio equipment; T.: ses donanımı) и.
Тауыш яҙҙырыу һәм яҙҙырылған тауышты тыңлау өсөн ҡулланылған төрлө аудио һәм радио йыһаздары. □ Аудиотехника. Аудиотехника алыу. Аудиотехника һатыу.
АУДИТ [рус. < ингл. audit ‘тикшереү’] (Р: аудит; И.: audit; T.: denetim) и.
Компания һәм ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә ревизия яһау рәүешендә үткәрелә торған финанс контроленең бер төрө. □ Аудит. Аудит тикшереуе.
АУДИТОР [рус. < лат. auditor] (Р: аудитор; И.: auditor; T.: denetçi) и.
Бухгалтерия кенәгәләрен, отчёт документтарын ревизиялау менән шөғөлләнгән кеше. □ Аудитор.
АУДИТОРИЯ [рус. < лат. auditorium ‘тыңлау өсөн урын’] (Р: аудитория; И.: lecture hall; T: konferans salonu) и.
1. Лекция, доклад уҡыла торған махсус бүлмә. □ Аудитория. Институт аудиторияһы. ■ Уҡытыусы килеп ингәс, әлегә тиклем ҡайнап торған аудитория тып-тыныс булып ҡалды. Я. Хамматов.
2. йыйн. Лекция, доклад һ.б. тыңлаған кешеләр. □ Аудитория. Аудиторияны ҡы
ҙыҡһындырыу. ■ Беҙҙең поэзия бөгөн ысын мәғәнәһендә ҙур аудитория яулап алды. Ә. Хәкимов.
АУҘАРМАЛЫ (Р: саморазгружающий-ся; И.: self-dumping; T.: damperli) с.
Үҙе ауҙарыла торған; үҙбушатҡыс. □ Са-моразгружающийся, опрокидывающийся; самосвал. Ауҙармалы арба. Ауҙармалы машина.
АУҘАРТЫУ (ауҙарт ) ҡ. йөкм. ҡар. ауҙарыу 1,1—4. понуд. от ауҙарыу 1,1 — 4.
АУҘАРЫЛЫУ (ауҙарыл-) ҡ. төш. ҡар. ауҙарыу 1,1, 2. страд, от ауҙарыу 1,1, 2.
АУҘАРЫУ I (ауҙар-) (Р: валить; И.: bring down; T.: yıkmak) ҡ.
1. Кемделер йәки нимәнелер этеп, тартып йығыу; ҡолатыу. □ Валить, сваливать. Ағас ауҙарыу. ■ [Сөмбөл:] Әхмәт, ҡапыл арттан килеп, .. санаға төртөп ауҙарҙы. Ф. Әсәнов. • Куренмәгән туңгәк сана ауҙарыр. Әйтем. Тауҙы тәкә һөҙөп ауҙара алмаҫ. Әйтем.
2. Өҫтөн аҫҡа түңкәреү; түңкәреп түгеү. □ Опрокидывать, перевёртывать. // Опрокидывание, переворачивание. Табаҡты ауҙарыу. Биҙрәне ауҙарыу. Өҫтәлде ауҙарыу.
■ Бер туҡтауһыҙ гөрһөлдәп ауҙарылған йөк, тимер иләккә һәм таштарға ышҡылған көрәктәр тауышы шатырлауы кис нығыраҡ ишетелде. Я. Хамматов.
3. кусм. Ғәйепте кешегә ябыу; эште, бурысты кешегә йөкмәтеү. □ Валить, сваливать, взваливать (вину) и т.п. // Сваливание, взваливание. Бурысыңды ауҙарыу.
■ Хангилдин, район кәңәшмәләрендә һуҙ ишетеп, әрләнеп ҡайттымы, енен сәсеп Ғафарға йәбешә, бөтә ғәйепте [уға] ауҙара. Н. Мусин.
4. кусм. Кешене ҡаршы тарафтарҙың береһенән икенсеһенә күсереү. □ Сманивать, переманивать, перетягивать, склонять (на чью-л. сторону). // Переманивание, перетягивание, склонение. Кешеләрҙе уҙ яғына ауҙарыу. ■ Ялаев тағы бер нисә ҡартты, бик әсе тауышлы бер нисә бисәне уҙ яғына ауҙарҙы. F. Әхмәтшин.
374