АУЛАУ
♦ Юҡты бушҡа ауҙарыу файҙаһыҙ эш менән шөғөлләнеү. □ соотв. Переливать из пустого в порожнее.
АУҘАРЫУ II (ауҙар-) (Р.: переводить; И.: translate; T.: çevirtek ) ҡ.
Бер телдән икенсе телгә күсереү, тәржемә итеү. □ Переводить. // Перевод. Башҡортсалай инглиз теленә ауҙарыу. ■ [Вил] ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исабековтың «Көтөр кешем бар минең» тигән әҫәрен башҡортсаға ауҙарҙы. Ә. Әминев.
АУҘАРЫШЫУ (ауҙарыш-) ҡ. урт. ярҙамл. ҡар. ауҙарыу I, 1, 2. взаимн. вспом. от ауҙарыу 1,1, 2.
АУКЦИОН [рус. < нем. auktion < лат. audio ‘арта барыу’] (Р.: аукцион; И.: auction; T.: açık artırma) и.
Берәй мөлкәтте йәки нәмәне халыҡ алдында хаҡты күберәк биреүсегә һатыу. □ Аукцион. Аукционда һатыу. Валюталар аукционы. Векселдәр аукционы. Халыҡ-ара аукцион.
АУКЦИОНЕР (Р: аукционер; И.: bidder; T.: açık artırmacı) и.
Аукционда ҡатнашыусы. □ Аукционер.
АУКЦИОНСЫ (Р: аукционист; И.: auctioneer; T.: mezatçı) и.
Аукционды үткәреүсе. □ Аукционист.
АУ ҠАЛАҒЫ и. ҡар. ау таҡтаһы.
АУҠАН (Р: тихий; И.: quiet; T.: sakin) с. һөйл.
Кеше-ҡара булмаған; тыныс, аулаҡ. □ Тихий, свободный. Ауҡан урын. Ауҡан ваҡыт. ■ [Маһиҙа:] Бабай урманға киткәс, ауҡанда ғына иркенләп икәүләп һөйләшеп алырбыҙ. Ә. Үтәбай.
АУҠАНЛАУ (ауҡанла-) ҡ. ҡар. аулаҡлау.
АУҠАТ [ғәр. Oljâl| (р.: Пища; И.: food; T.: gıda) и. иҫк.
1. Ашамлыҡ, ризыҡ. □ Пища, продукты.
2. диал. ҡар. байлыҡ, муллыҡ.
АУҠАТЛЫ и. диал. ҡар. хәлле.
АУ ҠАТЛАНЫУ (ауҡатлан-) (Р: есть;
И.: eat; T.: yemek) ҡ. иҫк.
Ашау. □ Есть, принимать пищу. Ауҡат-ланып алыу.
АУЛАҠ I [дөйөм төрки ағлак ‘аулаҡ урын’] (Р.: укромный; И.: secluded; T.: kuytu) с.
Кеше-ҡара булмаған, буш, тыныс. □ Укромный, безлюдный, свободный, тихий. Аулаҡ ваҡыт. Аулаҡ урын.
АУЛАҠ II (аулағы) (Р: тихое место; И.: get-together; T: sakin bir yer) и.
1. Кеше булмаған, тыныс урын. □ Тихое, безлюдное место. ■ Егет менән ҡыҙға аулаҡта осрашыу мөмкин түгел ине. С. Агиш. Берҙән-бер көн аулаҡта, Һомай булған торлаҡта, Шүлгән барған янына, ҡулын һалған яурынына. «Урал батыр».
2. Буш өйҙә йыйыла торған йәштәр кисәһе; аулаҡ өй. □ Посиделки, вечеринка. Аулаҡ өйгә барыу. Аулаҡҡа йыйылыу. ■ Аулаҡ өй бала саҡтың шундай яҡты илһам биреүсе усағы булған. Ҡыҙ балалар бергә йыйылышып үҙ һәнәрҙәрен күрһәткән. Йыр-бейеү, йомаҡ ҡойоу, уйын — береһе лә ҡалмаған. Ф. Аҡбулатова.
АУЛАҠЛАУ (аулаҡла-) (Р: чувствовать покой; И.: feel liberty; T.: serbestliği hissetmek) ҡ.
Аулаҡтан файҙаланыу, аулаҡ тороу.
□ Чувствовать покой, свободу. ■ Аулаҡлап үҙебеҙгә кәрәк нәмәләрҙе һорашҡылайыҡ әле, тип килгәйнек. Ғ. Дәүләтшин.
АУЛАҠ ӨЙ и. ҡар. аулаҡ II, 2.
АУЛАНЫУ (аулан-) ҡ. төш. ҡар. аулау. страд, от аулау.
АУЛАУ (аула-) [боронғо төрки abla-\ (Р: ловить сетью; И.: net; T: ağla tutmak) ҡ.
1. Ауға эләктереү (балыҡты, ҡошто).
□ Ловить сетью (рыбу, птицу). Балыҡты аулап тотоу тыйыла.
2. һунар итеп тотоу. □ Охотиться. ■ Бүре аулауҙың үҙенә күрә әкәмәте була. С. Кулибай. • Бөркөт ҡартайһа, сысҡан да аулай алмай. Әйтем.
3. күсм. Үҙ яйыңа ыңғайлатыу, үҙеңә ҡаратыу; әүрәтеү. □ Склонить, завладе-
375