Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 376


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АУМАҠАЙ
вать, овладевать, соблазнять. Куңелде аулау.
■ Эй, донъя, шашма, юҡты алдашма, алдама мине яҙың курһәтеп, аулама мине ҡыҙың курһәтеп. Ш. Бабич.
АУМАҠАЙ (Р.: непостоянный; И.: changeable; T.: kararsız) с.
Бер һүҙҙә, бер тарафта тормай, төрлө яҡҡа ауыусан. □ Непостоянный, изменчивый, неустойчивый, слабохарактерный.
■ [Фәйзрахман бабай:] Аумаҡай малайға оҡшай шул [Фәнил] — ел тирмәне кеуек: ел ҡайһы яҡтан иҫһә, шул яҡҡа боролорға әҙер тора. Ш. Бикҡол.
АУМАҠАЙЛАНЫУ (аумаҡайлан-) (Р: проявлять непостоянство; И.: display inconstancy; T.: kararsızlık göstermek) ҡ.
Аумаҡайлыҡ ҡылыу, аумаҡайлыҡ күрһәтеү. □ Проявлять непостоянство, неустойчивость. ■ Ғафури тура һуҙле, уткер зиһенле, уйындағын туп-тура ярып һала торған кеше ине, аумаҡайланып тормай ине. Ғ. Ғүмәр.
АУМАҠАЙЛЫҠ (аумаҡайлығы) (Р: непостоянство; И.: unsteadiness; T.: kararsızlık) и.
Бер һүҙҙә тормай, төрлө яҡҡа ауыу сифаты. □ Непостоянство, изменчивость, неустойчивость. Аумаҡайлыҡ курһәтеу.
АУМАЛАТЫУ (аумалат-) ҡ. һөйл. ҡар. аунаҡлатыу 1.
АУМАЛАУ (аумала-) ҡ. диал. ҡар. аумаҡайланыу.
АУМАЛЫ с. диал. ҡар. аумаҡай.
АУМАЛЫ-ТҮКМӘЛЕ р. диал. ҡар. аңҡы-тиңке.
АУМАҺАР с. диал. ҡар. ауан 1.
АУНАҠ (Р: неустойчивый; И.: unstable; T.: kağşar) с.
Ауа һалып барыусан. □ Неустойчивый, шаткий. Аунаҡ арба. Аунаҡ кәмә.
АУНАҠЛАТЫУ (аунаҡлат-) (Р: ва лять; И.: drag; T.: sürüklemek) ҡ.
1. Бер яҡтан икенсе яҡҡа әйләндереү; аунатыу. □ Валять, вывалять. Ерҙә аунаҡлатыу. Баланы тушәктә аунаҡлатыу. Ҡурсаҡты иҙәндә аунаҡлатып уйнатыу.
2. Ултырышы ныҡ булмаған нәмәне тегеләй-былай ҡыйшайтыу; аушанлатыу.
□ Качать, шатать. Кәмәне аунаҡлатыу.
АУНАҠЛАУ (аунаҡла-) (Р: валяться; И.: lie about; T.: yuvarlanmak) ҡ.
1. Бер тегеләй, бер былай тәгәрәү йәки ауыу. □ Валяться. ■ Өлпөлдәп торған улән-дә аунаҡлауы, Хәлил бабай менән баллап сәй эсеп, һөйләшеп ултырыуы уҙе бер ғумер. Т. Килмөхәмәтов.
2. Ултырышы ныҡ булмағанлыҡтан, тегеләй-былай ауыу. □ Качаться, шататься. Аунаҡлап торған кәмә.
АУНАҠСЫУ (аунаҡсы-) ҡ. диал. ҡар. аунау 2.
АУНАТЫУ (аунат-) (Р: валять; И.: roll; T.: yuvarlamak) ҡ.
Бер яҡтан икенсе яҡҡа әйләндереү; аунаҡлатыу. □ Валять. Ҡарҙа аунатыу. ■ Бай Ҡыҙрасҡа ишәкте йөҙҙөрөп, аунатмай алып ҡайтырға ҡушҡан. Әкиәттән.
АУНАУ (ауна-) [боронғо төрки агна-< ағ ‘ауыу’] (Р: валяться; И.: wallow; T.: yuvarlamak) ҡ.
1. Ятып, тегеләй-былай ауғылау; аунаҡлау. □ Валяться. Үләндә аунау. ■ Их, шул мамыҡ ҡар өҫтөндә аунай-аунай уйнарға. А. Игебаев. • Яҡшыға эйәргән — тушәктә аунар, яманға эйәргән — тиҙәктә аунар. Мәҡәл.
2. Салҡан ятып ышҡыныу (йәнлек, малға ҡарата). □ Валяться (о животных). • Ат аунаһа, көн боҙолор. Һынамыш. Ат аунаған ерҙә төк ҡала. Әйтем.
3. Тормай, йөрөмәй бер урында ятыу.
□ Валяться, бездельничать. Диванда аунау.
4. Теләһә нисек ташланған хәлдә булыу.
□ Валяться, лежать в беспорядке. Ишек алдында төрлө ҡоралдар аунап ята.
5. диал. ҡар. ауыу 1.
АУНАШЫУ (аунаш ) ҡ. урт. ҡар. аунау. взаимн. от аунау.
АУРА [рус. < лат. aura ‘ел’] (Р: аура; И.: aura; T.: ruh) и.
Кешенең тәне эргәһендә уның энергетикаһы менән барлыҡҡа килтерелгән энер
376