Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 378


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АУЫҘ
5. Эсе ҡыуыш нәмәнең асыҡ урыны. □ Отверстие, лаз, лазейка, устье. Баҙ ауыҙы. Мәмерйә ауыҙы. Өң ауыҙы. ■ ЛЬбгтс ауыҙына ҡуйған сәйнүк шыжлап та өлгөрмәне, өйөр айғыры .. тынысһыҙлана башланы. 3. Ураҡсин. Мәмерйә ауыҙы тар, унан Миңлеғол ғына иңкәймәй үтә ала, ә бер нисә аҙымдан түшәме бейегәйә башлай. Б. Рафиҡов.
6. Тоҡ, кеҫә һымаҡ нәмәләрҙең бәйләнә йәки ябыла торған өҫкө өлөшө. □ Верхняя несшитая часть мешка, кармана и т. д. Тоҡсай ауыҙы. Кеҫә ауыҙы.
7. Урман, ҡыуаҡ һ.б. башланған йәки бөткән урыны, сите. □ Опушка. Урман ауыҙы. Әрәмәлек ауыҙы. ■ Ҡыш уртаһы. Урман тып-тын. Береһенән-береһе көслө, мыҡты кәуҙәле өс ир-егет, әйтерһең, әкиә-ти батырҙар — ҡыҫҡа, яҫы саңғы .. кейеп алып, ҡалын ҡар өҫтөнән урман ауыҙына яҡынлаша. Г. Яҡупова. • Урман ауыҙы тар булыр, ҡыҙҙар ауыҙы бал булыр. Әйтем.
♦ Ағас ауыҙ һүҙ рәте белмәгән тупаҫ телле. □ Косноязычный. Асыҡ ауыҙ мәшәү, ебегән. □ Разиня, ротозей. Ауыҙға алғыһыҙ ашарлыҡ түгел; тәмһеҙ. □ В рот не возьмёшь (о невкусной пище). Бешергән ашы ауыҙға алғыһыҙ. Ауыҙға инерҙәй булыу йәки ауыҙға инеп барыу бик йотлоғоп тыңлау. □ Слушать внимательно. ■ [Ниса — Камилға:] Зинунәнең ауыҙына инә яҙҙың да баһа, оятһыҙ! Ә. Вәли. Ауыҙға йөҙөк ҡабыу өндәшер ерҙә өндәшмәү. □ Помалкивать, воды в рот набрать, играть в молчанку. ■ Айбулат, ауыҙына йөҙөк ҡапҡандай, өндәшмәй-тындашмай ултырып сәй эсте лә ҡайтып китте. Һ. Дәүләтшина. Ауыҙға <ҡара> ҡан тулыу бик ауыр хәлдә ҡалыу. □ Попасть в трудное положение. ■ Ауыҙына ҡара ҡан тулғанда ла серен бирмәҫ намыҫлы ир. Т. Хәйбуллин. Ауыҙға ҡарап тороу ни әйткәнде көтөп тыңларға әҙер тороу. □ Смотреть в рот кому. ■ [Әбей:] Беҙҙә уҫтең. Ҡунаҡлар итәгең булмағандай, шул Фәрхиә ауыҙына ҡарап тораһың. X. Ғилә
жев. Ауыҙға ҡаратыу һүҙгә әүрәтеп, бөтә иғтибарҙы алыу. □ Отвлекать, развлекать разговором кого, заставить внимательно слушать. ■ Мөҡтәсим ҡарт әңгәмәһен һөйләп, кешене ауыҙына ҡаратып ултыра ине. С. Кулибай. Ауыҙға һуҡмаҫ ниҙер әйтергә, һорарға тәүәккәлләгән йәки тәүәккәллек итергә кәңәш биргән саҡта әйтелә. □ Не бойся, не укусит. ■ Мин ни, ауыҙға һуҡмаҫ әле, тинем дә әйттем дә һалдым. М. Тажи. Ауыҙ астырмау һүҙ әйтергә ирек бирмәү. □ Не давать рта раскрыть, не давать сказать что. ■ Берәү ҡаршы һүҙ әйтмәй. Ҡайҙа ул әйтеү, теге Мәсәғүтов ауыҙыңды ла астырмай. Р. Солтангәрәев. Ауыҙҙан өҙөү ашар ризыҡты бүлеү. □ Делиться, отрывать от себя. ■ Балаларҙың ауыҙынан өҙөп биреү. Ауыҙҙан ут сәсеү ярһып, сәсрәп һөйләү. □ Говорить смело; оскорблять, букв. Метать огонь изо рта. Ауыҙҙан һүҙ алыу бер нәмәне әйттереү, һөйләтеү. □ Заставить заговорить. Ауыҙҙа һүҙ тормау сер һаҡламау. □ Быть болтливым, не способным хранить тайну. ■ [Сынбулатов:] Ҡара, Тәнзилә еңгә, һинең ауыҙыңда һүҙ тормай торған. Был хаҡта .. сәсеп ташлайһы булма. М. Тажи. Ауыҙын ҡаплау (йәки ябыу) өндәшмәҫлек итеү; өнөн тығыу. □ Заткнуть рот, заставить замолчать. ■ Афзал ошоларҙы әйтте һалды, Тимайҙың ауыҙын ҡапланы. С. Ҡудаш. Ауыҙҙы сәйгә элеү 1) кәрәк ерҙә һөйләшмәү. Помалкивать, набрать воды в рот. ■ [Йәнтимер:] Улай ауыҙыңды сәйгә элеп, урам тапап йөрөһәң, ғүмерҙә эш таба алмаҫһың. С. Агиш; 2) асығыу, ас ултырыу. □ Голодать. ■ Байҙар ҡаҙан аҫҡанда, ярлы ауыҙын сәйгә элә. Халыҡ йырынан. Ауыҙ йомоу өндәшмәҫ булыу, һөйләшмәү. □ Молчать, перестать говорить. ■ Ә шулай ҙа һүҙ әйтергә кәрәк, ауыҙ йомоп ҡалыу — мәсхәрә. М. Ямалетдинов. Ауыҙ күтәреп һөйләү йәки йырлау оялып-тартынып тормай һүҙ һөйләү, йырлау һ.б. □ Осмелиться заговорить или запеть. ■ [Емеш:] Уй, шул хәтле кеше алдын
378