Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 379


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АУЫҘ АСЫУ
да ҡалай ауыҙ кутәреп йырлап тормаҡ кэрәк. 3. Биишева. Ауыҙ ҡолаҡҡа етеү ныҡ шатланып йылмайыу. □ Очень обрадоваться. букв. Растянуть рот до ушей. ■ Йәғәфәрҙең ауыҙы ҡолағына еткән. Ул, ах та ух килеп, һәр балығының нисек эләккәнен һөйләй. Ф. Иҫәнғолов. Ауыҙ менән ҡош тотоу уңған, булдыҡлы булыу. □ Быть очень способным. Ауыҙ тултырып һөйләү ҙур, оло итеп хәбәр итеү. □ Говорить в полный голос. Ауыҙ һыуы ҡойолоу бик ашағы килеү; һеләгәй ҡойолоу. □ Слюнки текут (потекли) у кого. ■ Ә айыу.. бал өмөт итеп, ауыҙының һыуы ҡойолоп ятҡан төлкөнө бөтөнләй онотҡан. Ж. Кейекбаев. Ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләү ҙур ләззәт табып (һөйләү). □ Рассказывать со смаком. ■ Курше-кулән ауыҙ һыуы ҡороп: «Себерҙә ат осһоҙ икән...» — тип һөйләй. Б. Бикбай. Ауыҙы арандай йәки аран ауыҙ самаһыҙ ҙур йәки ҙур асылған ауыҙ. □ Большеротый. Ауыҙы бер (йәки биш) бешерем саманан тыш ҡалын иренле кешегә ҡарата әйтелә. □ Губастый. Ауыҙынан күбек сәсеү асыу менән ярһып һөйләү. □ Говорить с пеной у рта. Ауыҙынан сыҡҡанды эт ашамаҫ хаяһыҙ, әшәке һүҙле кешегә ҡарата әйтелә. □ Сквернослов. Ауыҙын асһа, үпкәһе күренә бик ярлы кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Гол как сокол. ■ Бик ярлыландылар [Әлимәләр], ауыҙҙарын асһа, упкәләре куренеп тора. Д. Юлтый. Ауыҙыңа бал да май! яҡшы хәбәр килтергән кешегә әйтелә. □ букв. В рот тебе мёд да масло (говорят тому, кто принёс добрую весть). Ауыҙыңдан ел алһын! Ышаныуҙар буйынса, ошо һүҙҙәр ярҙамында ҡарғыштың, тел-тештең, нахаҡ һүҙҙәрҙең тәьҫирен туҡтатып була. □ Говорят тому, кто принес дурную весть, соотв. Типун тебе на язык. доел. Пусть из рта возьмёт ветер. По поверьям, этим выражением можно остановить действие проклятия, злословия. ■ [Раушания:] Кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тиҙәр .. Ауыҙыңдан ел алһын, балам. Р. Камал. Ауыҙ эсендә
бутҡа бешереү аңлайышһыҙ итеп һөйләү, мығырлау. □ Говорить невнятно и вяло; мямлить. Бер-ике ауыҙ һүҙ 1) бәләкәй генә хәбәр. □ Весточка; 2) ҡыҫҡа мәғлүмәт.
□ Короткое сообщение. Бер ауыҙ һүҙ ҡар. һүҙ. Бәлеш ауыҙ илаҡ кешегә әйтелә.
□ Плакса. Ебегән ауыҙ 1) һүҙен һөйләй алмай илап торған кешегә әйтелә. □ Мямля; 2) булдыҡһыҙ, бешмәгән. □ Растяпа, размазня. Иләк ауыҙ ауыҙында һүҙ тормаҫ кешегә әйтелә. □ Болтун, болтушка. Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ көтмәгәндә бер аптырарлыҡ хәбәр ишеткәндә әйтелә. □ Говорится при неожиданно услышанной вести. ■ «Бынағайыш! — тине әбей. — Иҫке ауыҙҙан яңы һуҙ тигәндәй, ул һуғыш әллә ҡарсыҡтарға кэрәк тиһеңме?» X. Мохтар. Йырыҡ ауыҙ бушҡа көлөп торған кешегә әйтелә. □ Хохотун, хохотушка. Мәмәй ауыҙ ҡар. мәмәй 2. Тишек ауыҙ ҡар. иләк ауыҙ. Үлеп барғанда ауыҙыңа бер тамсы һыу һалмаҫ кешегә яҡшылыҡ эшләмәгән, ҡаты бәғерле кешегә ҡарата әйтелә. □ Безжалостный, жестокий. Урам ауыҙ ауыл буйлап ғәйбәт һөйләп йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Сплетник, сплетница. Яман ауыҙ әшәке һүҙле, әҙәпһеҙ, оятһыҙ һүҙҙәр менән һүгенеүсе. □ Сквернослов.
АУЫҘ АСЫУ (ауыҙ ас-) (Р: заговорить; И.: speak (to); T.: konuşmaya girişmek) ҡ.
1. Һөйләшә башлау, һөйләй башлау.
□ Заговорить, раскрыть рот.
2. Ниҙелер эшләй алмайынса буш ҡалыу.
□ Проморгать.
3. Аптырап ҡарап тороу; аңшайыу, таң ҡалыу. □ Разинуть рот. ■ [Жирников:] Тотоноғоҙ, мужиктар, эшкә, нимә ауыҙығыҙҙы асып тораһығыҙ! 3. Ураҡсин.
4. кусм. колк. Йыртылыу (аяҡ кейеме тураһында). □ шутл. Изодраться (об обуви ). Бер туфлийы ауыҙын асҡан.
5. дини. Ураҙала кис ашар алдынан тоҙ йәки емеш ҡабыу. □ Во время поста вечером перед едой брать в рот соль или сухофрукты. Тоҙ менән ауыҙ асыу.
379