АУЫҘАУ
6. дини. Ураҙала үткәрелгән мәжлес.
□ Ифтар (угощение в дни уразы).
АУЫҘАУ (ауыҙа-) (Р.: сделать отверстие; И.: bore a hole; T.: delik yapmak) ҡ.
Балын алыу өсөн ҡорт ҡунған ағасты йыҡмай тишеп ауыҙ яһау. □ Сделать отверстие (чтобы набрать мёд из ствола дерева, где роятся пчёлы).
АУЫҘ БЕШЕҮ (ауыҙ беш-) (Р.: попасть впросак; И.: be taken in; T.: çürük tahtaya basmak) ҡ.
Яңылышып, бүтән улай итмәҫтәй булыу; һабаҡ алыу. □ Попасть впросак, погореть. ■ Ауыҙы бешкән халыҡ алдын-артын ҡарау, итәк-ецен йыйыу хәстәрен күрә. Ф. Иҫәнғолов.
АУЫҘБЕШМӘ (Р: ящур; И.: foot-and-mouth disease; Т.: aft humması) и. диал.
Бешмә. □ Ящур.
АУЫҘ ГАРМУНЫ (Р: губная гармошка; И.: harmonica; T.: mızıka) и.
Ауыҙға ҡуйып, өрөп уйнала торған бәләкәй музыка ҡоралы. □ Губная гармошка.
АУЫҘҒА АЛЫУ (ауыҙға ал-) (Р: брать в рот; И.: take into one’s mouth; T.: ağıza almak) ҡ.
1. Ауыҙға ҡабыу. □ Брать в рот. ■ Бер нисә аҙна үткәс, Аҡназар әҙләп-әҙләп ауыҙына аш ала башлай. Әкиәттән.
2. күсм. Кем йәки нимә хаҡындалыр һүҙ ҡуҙғатып әйтеү; телгә алыу. □ Вспоминать, начать разговор. ■ Өләсәһе, ауыҙына бер алғас, өҙмәне лә ҡуйманы. Хәйҙәргә мәктәпкә барыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ф. Иҫәнғолов.
АУЫҘҘАНМАУ (ауыҙҙанма-) (Р: не сосать после рождения; И.: not to suckle after birth; T.: doğunca emmemek) ҡ. диал.
Тыуғас та иммәү. □ Не сосать после рождения. ■ Бала оҙаҡ имсәк алмаһа, ауыҙҙан-май тип кендек инәһе ишек, йүшкә асып ҡуйған. Ф. Хисамитдинова.
АУЫҘҘАН ҺАЛМАУ (ауыҙҙан һалма-) (Р: часто говорить о ком-то; И.: speak often of somebody; T.: bir şeyi sık sık tartışmak) ҡ. диал.
Телдән төшөрмәү. □ Часто говорить о ком-то (о чём-то).
АУЫҘҘАУЫҠ (ауыҙҙауығы) (Р: ящур;
И.: murrain; T: şap) и. диал.
1. Бешмә. □ Ящур.
2. Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни.
АУЫҘ ИТЕҮ (ауыҙ ит-) (Р: отведать; И.: taste; T: tadına bakmak) ҡ.
Ашап ҡарау, тәмләү. □ Отведать, попробовать (пищу). ■ Йыһания менән Миләүшә ситтә, күҙ йәштәрен йотоп, тәрилкә йыуа. Уларға тағы сират етмәне, һурпа ла, балыҡ та ауыҙ итә алманылар. Р. Камал. Май айында ете төрлө үлән ауыҙ итергә кәрәк. Халыҡ ижадынан.
АУЫҘ ЙОМОУ (ауыҙ йом-) (Р: молчать; И.: keep silent; T: susmak) ҡ.
Өндәшмәҫ булыу, һөйләшмәү. □ Не разговаривать, молчать. ■ Ҡәйнешец булғас, ниңә һөйләшмәҫкә, нисек гел генә ауыҙ йомоп йөрөргә. Т. Хәйбуллин.
АУЫҘ ЙЫРЫУ (ауыҙ йыр ) (Р: ска лить зубы; И.: grin; T: sırıtmak) ҡ.
Бушҡа көлөү. □ Скалить зубы. ■ [Самат:] Ауыҙығыҙҙы бик иртә йыраһығыҙ, иларға тура килмәһен. X. Ибраһимов.
АУЫҘЛАНДЫРЫУ (ауыҙландыр-) (Р: давать отведать; И.: let taste; T: tadına baktırmak) ҡ.
1. Ауыҙ иттереү, ҡаптырып ҡарау. □ Давать отведывать, пробовать.
2. этн. Яңы тыуған балаға, йола буйынса, башлап ризыҡ (бал, май) ҡаптырыу. □ Обычай первого кормления новорождённого. ■ Баҙыян еңгә аҡ йүргәккә төргән йомро башлы, ҡып-ҡыҙыл кескәй генә йомор-саҡты күкрәгенә ҡыҫып, йәтеш кенә итеп күтәреп алды ла илап, ҡысҡырып торған ауыҙына бер балғалаҡ май, бер балғалаҡ бал ҡаптырҙы. 3. Биишева.
3. диал. Ҡәйнәнең оҙатылып килгән киленгә бал менән май ҡаптырыуы. □ Обряд угощения невесты мёдом и маслом. Бал кеүек татлы, май кеүек йомшаҡ бул тип, ҡәйнә киленен ауыҙландыра.
380