АУЫҘ ОСОНОУ
АУЫҘЛАНЫУ I (ауыҙлан-) (Р.: отведать; И.: taste; T.: tatmak) ҡ.
1. Ауыҙға әҙ генә аҙыҡ алыу, ауыҙ итеү.
□ Отведать, пробовать.
2. этн. Яңы тыуған баланың, йола буйынса, башлап ризыҡ (бал, май) тәмләүе.
□ Обычай первого кормления новорождённого.
АУЫҘЛАНЫУ II (ауыҙлан-) (Р: про рываться (о гнойнике); И.: break; T.: yırtılmak (apse hakkında) ҡ.
Ослайып тишелеү (шешеккә ҡарата).
□ Прорываться (о гнойнике). Сиҡан ауыҙланып тора.
АУЫҘЛАУ (ауыҙла-) (Р: отведывать; И.: taste; T.: tatmak) ҡ.
Тәмләп ҡарау, ашап ҡарау, ауыҙ итеү.
□ Отведывать, пробовать. ■ [Эбей — абыстайға:] Ҡырын куҙ һалманың. Өйөңдөң туренә урләттең. Байтаҡ ҡул кереңде ауыҙланым, усыңа йома белмәнең. Т. Хәйбуллин.
АУЫҘЛЫҠ I (ауыҙлығы) (Р: грызло; И.: bit; T.: gem) и. этн.
Йүгәндең ат ауыҙына кейҙерелә торған быуынлы тимере. □ Грызло, удила, мундштук, трензель. ■ Кук килгәндә, өләсәй бахыр йугән тотоп, шуның ауыҙлығын шылтыратып, өй эсен бер итеп йөрөй торғайны. Халыҡ ижадынан. • Ат өйрәнмәйем ти ҙә, ауыҙлыҡ өйрәтә. Әйтем. Серен белмәгән аттың ауыҙлығын һалдырма. Әйтем. Ат башына эш төшһә, ауыҙлыҡ менән һыу эсер. Әйтем.
♦ Ауыҙлығын тартып ҡарау кемдеңдер уйын, ниәтен белер өсөн ситләтеп һөйләшеү. □ Прощупывать, пытаться узнать чьи-л. намерения.
АУЫҘЛЫҠ II (ауыҙлығы) и. диал. ҡар. телбешмә.
АУЫҘЛЫҠ БУЛЫУ (ауыҙлыҡ бул-) (Р.: болеть ящуром; И.: ill with foot-and-mouth disease; T: şap ile ağrımak) ҡ.
1. вет. Телбешмә менән ауырыу. □ Болеть ящуром.
2. мед. Ауыҙ сите иҙелеү, сейләнеү. □ Заеды.
АУЫҘЛЫҠ ИМЕ (Р: заеда; И.: perleche; T: perleş) и.
Ауыҙлыҡ булғанда ауырыуҙы, ғәҙәттә, ат ауыҙлығын тешләтеп имләү. □ При заедах лечат удилами лошади.
АУЫҘЛЫҠЛАНЫУ (ауыҙлыҡлан-) ҡ. төш. ҡар. ауыҙлыҡлау 1. страд, от ауыҙлыҡлау 1.
АУ ЫҘ Л ЫҠ Л АТЫУ (ауыҙл ыҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ауыҙлыҡлау 1. понуд. от ауыҙлыҡлау 1.
АУЫҘЛЫҠЛАУ (ауыҙлыҡла-) (Р: взнуздывать; И.: curb; T: gem vurmak) ҡ.
1. Ауыҙлыҡ кейҙереү. □ Взнуздывать, зануздывать, обуздывать. Айғырҙы ауыҙлыҡлау. ■ [Кусәрхан — Ҡуҙыйкурпәскә:] Инде һин ана теге өс йыл тыу йөрөгән бейәне тотоп, ауыҙлыҡлап, бында килтер. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. кусм. Ҡаты сара менән ихтыярҙан мәхрүм итеп, үҙ иркеңә буйһондороу. □ Укрощать, смирять, обуздывать. ■ Ерҙәге бар яуызлыҡты ауыҙлыҡлап алғым килә. Н. Нәжми. Нәпсеңде уҙ ваҡытында, тейешле урынында ауыҙлыҡлай белергә кәрәк. Д. Исламов.
АУЫҘ-МОРОН (Р: рот и нос; И.: mouth and nose; T: ağız ve burun) и. йыйн.
Ауыҙ менән танау. □ Рот и нос. • Ауыҙ-мороноң ҡысыһа, кустәнәс ашайһың, һынамыш.
АУЫҘ ОСОНОУ (ауыҙ осон-) (Р: появление герпеса; И.: be cracked (with cold sores); T: uçuk çıkması) ҡ. мед.
Ауыҙ, ирендәргә бөрсөк-бөрсок сабыртмалар сығыу. □ Обметать, появление герпеса. ■ Ышаныуҙар буйынса, ауыҙға яман заттар тейһә (упһә, ҡағылһа, һуҡһа) йәки улар ауыҙ иткән аш-һыуҙы, ҡағылған һауыт-һабаны ауыҙға тейҙерһәң, ауыҙ осона, йәғни ауыҙға бөрсөк-бөрсөк сабыртма сыға. Был ауырыуҙы, ғәҙәттә, ат ауыҙлығын тешләтеп имләйҙәр. Ф. Хисамитдинова.
381