Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 382


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АУЫҘСА
АУЫҘСА (Р.: устьице; И.: stoma; T.: ağız) и. бот.
Япраҡ тиресәһенең күҙәнәктәре араһындағы тишек (дым һәм һауа алышыныу өсөн). □ Устьице, һыу ауыҙсалары. Һабаҡ ауыҙсалары.
АУЫҘ ТАҘЫ (Р: парша рта; И.: tetter (veterinary condition); T: ağız keli) и. вет.
Малдың ауыҙ тирәһе боҙолоу. □ Парша рта, адоральная парша.
АУЫҘ-ТЕЛ: ауыҙ-тел ижады (Р: народное творчество; И.: amateur and folk arts; T: folklor) и.
Халыҡ ижадсылары тарафынан барлыҡҡа килтерелеп быуындан быуынға күсеп килгән мәҙәниәт ҡомартҡылары; халыҡ ижады. □ Народное творчество. Ауыҙ-тел ижадын йыйыу.
АУЫҠ (ауығы) [ғәр. ‘ҡамасаулау, туҡтатыу’] (Р: промежуток; И.: interval; T.: vakit aralığı) и.
Ваҡыт араһы, күпмелер ваҡыт. □ Промежуток, интервал (во времени). ■ Саба торған аттар ауыҡҡа ла, оҙонға ла китте. М. Буранғолов.
♦ Бер ауыҡ бер аҙ ваҡыт. □ Некоторое время. ■ Ике батыр ҙа ҡылыстарын танау осонда ғына ҡулға-ҡул терәгән көйө бер ауыҡ ҡатып ҡалғандар. Ғ. Хөсәйенов.
АУЫЛ [дөйөм төрки; боронғо төрки ағыл ‘ауыл’] (Р: село; И.: village; T.: köy) и.
Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе кешеләр йәшәгән урын. □ Село, селение, деревня. Ауыл биләмәһе. Бәләкәй ауыл. Ҙур ауыл. Иҫке ауыл. Тыуған ауыл. Күрше ауыл. Ауыл ере. Ауыл клубы. Ауыл мәктәбе. Ауыл тормошо. Ауыл кешеләре. ■ Ауыл өҫтөндә ҡоҙғон ҡорҡолдаһа, ауылдан мәйет сыға. Ауыл араһы урамдағы өй һәм кешеләр, урам буйы. Ауыл араһына сығыу. Ауыл ашаһы бер нисә ауыл аша ятҡан. Ауыл ашаһы ер.
АУЫЛ БАШЫ (Р: староста; И.: mayor; T.: muhtar) и.
Ауылда етәкселек итеүсе; етәксе. □ Староста аула.
АУЫЛДАУ (ауылда-) (Р: аукать.; И.: shout «hi»; T.: au demek) ҡ.
Ау-ау итеп ҡысҡырыу. □ Аукать. ■ Ҡайҙалыр балаһын саҡырып илек ауылдай. Я. Хамматов.
АУЫЛДАШ (Р: односельчане; И.: fellow villager; T.: aynı köyden) и.
Бер ауылдан булған кешеләр (бер-береһенә ҡарата). □ Односельчане. Ауылдаштарҙы осратыу. ■ [Зөләйха:] Эйе, ул минең ауылдаш ҡыҙым ине. Уның менән бер класта, бер партала ултырып уҡый торғайныҡ. Н. Мусин.
АУЫЛ ҠАРЛУҒАСЫ (Р: деревенская ласточка; И.: barn swallow; T: köy kırlangıcı) и. зоол.
Тар, оҙон, осло ҡойроғо бик тәрән ярылған, һырты йымылдап торған күкһел ҡара, тамағы ҡара һыҙыҡ менән уратып алынған ерәнһыу көрән төҫтә булған, күп ваҡытын һауала үткәргән ҡош. □ Деревенская ласточка (лат. Hirundo rustica). ■ Ауыл ҡарлуғасы ояһын ҡыйыҡ эҫтәренә, аҙбарға, келәттәргә, күпер аҫтарына балсыҡтан һылап эшләй. Э. Ишбирҙин.
АУЫЛНАЙ (Р: аульный; И.: seni-or(man); T.: köy başlığı) и. иҫк. тар.
Ауыл менән идара итеү өсөн ҡуйылған кеше; ауыл башлығы. □ Аульный (выборное лицо, управляющее селением у башкир). Ауылнай һайлау.
АУЫЛСА (Р: по-деревенски; И.: like in the country; T.: köylüler gibi) р.
Ауылға хас. □ По-деревенски, как в деревне. Ауылса һыйлау.
АУЫЛ САНАҺЫ и. ҡар. артлы сана.
АУЫЛСЫ (Р: без дела шатающийся; И.: idle away; T.: işsiz dolaşan) и.
1. Ауыл араһында йөрөргә яратҡан кеше; йөрөмтәл. □ Без дела шатающийся по деревне. Ауылсы ҡатын. ■ Ябалаҡ һымаҡ ялпанлап, ауылсы булма, киленсәк. Туй йырынан.
2. диал. ҡар. яусы.
3. миф. Йоғошло ауырыуҙарҙың дөйөм атамаһы. □ Общее название инфекционных болезней.
382