Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 383


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АУЫР
АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ (Р.: сельское хозяйство; И.: agriculture, farming; T.: çiftçilik) и.
Матди етештереүҙең игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән төп тармағы.
□ Сельское хозяйство. Ауыл хужалығы ерҙәре. Ауыл хужалығы машиналары. Ауыл хужалығы кургәҙмәһе.
АУЫМБАҠ I (ауымбағы) (Р.: красно-зобая гагара; И.: loon species; T.: kızıl gerdanlı dalgıç) и. зоол.
Һирәк осрай торған, ҡаҙҙан бәләкәйерәк күсмә ҡош. Кәүҙәһенең өҫкө яғы аҡһыл таплы һарғылт көрән, аҫҡы яғы аҡ, башы һоро, муйын аҫты ерән ҡыҙыл була.
□ Краснозобая гагара (лат. Gavia stellata). ■ Ауымбаҡ ярҙары ҡуйы ҡамыш һәм улән менән ҡапланған батҡыллы кулдәрҙә йәшәй. .. Беҙҙә ояламай, яҙлы-көҙлө утеп барышлай ғына туҡтай. Э. Ишбирҙин.
АУЫМБАҠ II (ауымбағы) (Р.: одуванчик; И.: dandelion; T.: karahindiba) и. бот. диал.
Бәпембә. □ Одуванчик (лат. Taraxacum).
АУЫН (Р: ловушка для птиц; И.: noose; T: ilmikli kapan) u.
Ҡош тота торған ay (төбөн тарыраҡ, ауыҙын ҡор, һуйыр һыйырлыҡ киң итеп, уратып ҡаҙыҡ ҡағалар; ҡаҙыҡтарҙың өҫкө осон уратып ҡуша бәйләйҙәр; уртаға тағы бер ҡаҙыҡ ҡағып ҡуялар; өҫкә өйрөлөп тора торған арҡыры таяҡ һалалар ҙа, шул таяҡҡа иген башаҡтары йәки емешле ағас ботаҡтары бәйләйҙәр; ҡош килеп емгә ултырһа, тәкмәсләп эскә төшә, ә ем кире әйләнеп, тағы кутәрелеп ултыра). □ Ловушка для птиц, силок.
АУЫНҠЫ (Р: наклонный; И.: sloping; T.: eğik) c.
Бер яҡҡа ауышыраҡ. □ Наклонный. Ауынҡы өҫтәл.
АУЫР I (Р: тяжёлый; И.: heavy; T.: ağır) с.
1. Ауырлығы ҙур; һәлмәк, тос; киреһе — еңел. □ Тяжёлый, тяжеловесный, увесистый. Ауыр йөк. Ауыр кәуҙәле кеше. Ауыр
һөйәкле. ■ Урал, ни эшләргә, ҡайҙа барырға, тип аптырап торғанда, арҡаһына ауыр тоҡ йөкмәп уҙып барған бик һылыу бер ҡыҙҙы куреп ҡалды, ти. «Урал батыр».
2. Үҙләштереүгә, аңлауға, башҡарыуға ҡыйын; ҡатмарлы. □ Тяжёлый, трудный, тягостный. Ауыр артылыш. Ауыр дәрес. Ауыр мәсьәлә. Ауыр эш. Ауыр юл. ■ Кешелә сәм тигән нәмә уянған икән, уны туҡтатып ҡалыу бик ауырҙыр. Ғ. Аллаяров.
3. Ҡыйынлыҡтар, мохтажлыҡтар менән тулы; интектергес, яфалы. □ Тяжёлый, трудный, обременительный. Ауыр йыл. Ауыр тормош. Ауыр һуғыш. Ауыр шарттар. Ауыр яҙмыш. ■ Һуғыш монары ҡапланы Ватандың яҡты куген, һеҙҙең дә иңдәр кутәрҙе һуғыштың ауыр йөгөн. Р. Ниғмәти. Онотмайыҡ ауыр яу йылдарын, яу йылдары — йөрәк хәтере. Р. Шәкүр.
4. Аяуһыҙ, ҡаты, етди. □ Тяжёлый, сильный, серьёзный. Ауыр ғәйеп. Ауыр енәйәт. Ауыр хөкөм.
5. Яй ҡуҙғалған, әкрен хәрәкәт иткән, һалмаҡ. □ Тяжёлый, грузный (о движении). Ауыр аҙым. Ауыр хәрәкәт.
6. Күңелгә ҡыйын; ҡайғылы, бошонҡо.
□ Тяжёлый, мрачный, гнетущий. Ауыр кисереш. Ауыр ҡайғы. Ауыр тойғо. Ауыр тынлыҡ. Ауыр уйҙар. Ауыр хәбәр. ■ Зәйнәп тә шул ауыр хистәрен бушатырға һорай торғандыр. Ғ. Сәләм. Әллә нисек ауыр тәьҫир итә тыуған-уҫкән илде уйлауы. Халыҡ йырынан.
7. Насар холоҡло, яман характерлы.
□ Тяжёлый, трудный (о человеке, характере). Ауыр холоҡло.
8. Тыныс, үҙ-үҙен тота белеүсән, иҫе китмәүсән. □ Спокойный, невозмутимый. Ауыр тәбиғәтле кеше.
9. Һулыш өсөн насар; тонсоу. □ Душный, затхлый. Ауыр һауа. ■ Баш әйләнә, танауға ниндәйҙер ауыр еҫ бәрелә. С. Агиш.
♦ Ауырға алыу йәберһенеү, үпкәләү.
□ Принимать близко, обижаться. ■ [Ниғ-мәт:] Ауырға алма. Көсләп асҡан куҙҙең нуры юҡ. Ҡ. Аралбаев. Ауыр тупрағы еңел
383