АУЫР
булһын үлгән кешегә теләк итеп әйтелә.
□ соотв. Да будет земля ему пухом, мир его праху. Күңелгә ауыр булыу ҡар. күңел. Ҡул арты ауыр ҡар. ҡул.
АУЫР II (Р.: тяжело; И.: painfully; T.: zor) р.
Интектергес, яфалы. □ Тяжело, трудно, тягостно. Ауыр йөрөу. Ауыр кутәрелеу.
АУЫР III (Р: плод; И.: embryo; T.: embriyon) и. һөйл.
Буйҙағы бала; йөк. □ Плод, зародыш. Өс айлыҡ ауыры бар. Алты айлыҡ ауыр кутәргән. К Ҡушылған көндө ук минең ауырым булып ҡалды. Әкиәттән.
АУЫРАЙТЫУ (ауырайт-) (Р: отяжелеть; И.: grow heavy; T: ağırlatmak) ҡ.
1. Ауырға әйләндереү, ауыр итеү. □ Отяжелеть, отягощать. Йөктө ауырайтыу. Ямғыр һаламды ауырайтты.
2. Ҡыйынға әйләндереү, ҡыйынлаштырыу. □ Затруднять, осложнять, усложнять, ухудшать. Хәлде ауырайтыу. ■ Арба тәгәрмәстәренә батҡаҡ уралып, саҡ-саҡ атлаған хайуандарҙың хәлен тағы ла ауырайтты. Ғ. Аллаяров.
3. эйһ. ф. ҡар. ауырайыу 4.
АУЫРАЙЫУ (ауырай-, ауырая) (Р: тяжелеть; И.: increase in weight; T: ağırlaşmak) ҡ.
1. Ауырға әйләнеү, ауыр булыу. □ Тяжелеть, увеличиваться в весе. Йөк ауырайҙы.
2. Ҡыйынға әйләнеү; ҡыйынлашыу.
□ Затрудняться, осложняться, усложняться. Еуешлектән ишекте ябыу ауырайҙы. ■ Ҡом тулһа, [винтовканың] затворын асыу, ябыу эше атҡан һайын ауырая. Д. Юлтый.
3. Етешһеҙгә, мохтажға әйләнеү; ҡыйынлашыу. □ Стать обременительным, становиться трудным, сложным. Заманалар ауырайҙы. ■ Хәҙер тормош ауырайҙы шул. Бер яҡтан тағы ла һуғыш башланды, икенсе яҡтан Әлкаман бай ҡыҫа. Ш. Насыров.
4. Йоҡо баҫыу, йоҡомһорау. □ Отяжелеть. Ауырайып торам, бер ҙә яйым юҡ.
■ Мин окопта тубыҡланып ултырҙым. Ҡуҙ алдары ҡараңғылана, куҙ ҡабаҡтары ауырая башланы. С. Кулибай.
5. Насарға табан китеү (һаулыҡҡа ҡарата). □ Ухудшаться (о здоровье). Үпкә ауырыулы кешеләрҙең хәле яҙлы-көҙлө ауырая.
6. миф. Ен-шайтан, албаҫты баҫыу. □ Видеть кошмарные сновидения.
АУЫР ҺӨЙӘКЛЕ (Р: человек тяжёлый на подъём; И.: pessimist; T: kötümser) с.
Ауыр йөрөй; яй. □ Неповоротливый.
АУЫР АЯҠЛЫ (Р: беременная; И.: pregnant; T: hamile) с.
Ауырлы, йөклө. □ Беременная. Ауыр аяҡлы ҡатынға мәйеткә, ғәрип кешегә ҡарарға ярамай.
АУЫРҒА ҠАЛЫУ (ауырға ҡал-) (Р: забеременеть; И.: become pregnant; T: gebe kalmak) ҡ.
Йөклө булыу; буйға ҡалыу. □ Забеременеть. ■ Боронғо кешеләр орлоҡ сәсеуҙе Ерҙең тулләнеуе (ауырға ҡалыуы, гоманлы булыуы) тип белгән. Ә. Сөләймәнов.
АУЫР ҠУЛЛЫ с. ҡар. ауыр аяҡлы.
АУЫРЛАНЫУ (ауырлан-) ҡ. ҡар. ауырайыу.
АУЫРЛАТЫУ (ауырлат-) ҡ. ҡар. ауырайтыу.
АУЫРЛАШТЫРЫУ (ауырлаштыр-) (Р: осложнять; И.: complicate; T.: güçleştirmek) ҡ.
1. Ҡыйын хәлгә ҡуйыу; ҡыйынлаштырыу. □ Осложнять, усложнять. Ямғыр эште ауырлаштырҙы.
2. Насарайтыу, насарлатыу, насарланды-рыу. □ Ухудшать. Төньяҡ климаты уның хәлен ауырлаштырҙы.
АУЫРЛАШЫУ (ауырлаш-) (Р: затрудняться; И.: have difficulty; T.: zorluklaşmak) ҡ.
1. Ауыр хәлгә ҡалыу; ҡыйынлашыу.
□ Затрудняться, осложняться, усложняться. Ямғырға киткәс бесән әҙерләу эше ауырлашты.
2. Етешһеҙгә, мохтажға әйләнеү; ҡыйынлашыу. □ Становиться сложным, трудным. ■ [Шәһиткә] 11 йәш тигәндә атаһы
384