Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 385


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АУЫРТЫУ
улеп киткәс, тормош тағы ла ауырлашты. Ғ. Шафиҡов.
3. Насарға табан китеү. □ Ухудшаться. Ауырыуҙың хәле ауырлашты.
АУЫРЛЫ (Р.: беременная; И.: pregnant; T.: hamile) с.
Ауырға ҡалған; йөклө. □ Беременная. Ауырлы ҡатын. Ауырлы көйө эшләп йөрөу.
АУЫРЛЫҠ I (ауырлығы) (Р.: вес;
И.: weight; T.: ağırlık) и.
1. физ. Есемдең ергә тартыу көсө менән билдәләнгән үҙенсәлеге. □ Вес. Атом ауырлығы. Сағыштырма ауырлыҡ. Ауырлыҡ көсө.
2. Нәмәнең үлсәүгә һалып билдәләнгән үҙенсәлеге; һәлмәклек. □ Тяжесть, вес. Ауырлыҡ артыу. Ауырлыҡ кутәреу. Ауырлыҡ кәмеу. Тере ауырлыҡ (малдың). Саф ауырлыҡ. Үҙ ауырлығы. Сағыштырма ауырлыҡ.
3. Башҡарыуҙағы ҡыйынлыҡ; ҡатмар-лыҡ. □ Затруднение, трудность. Ауырлыҡҡа осрау. ■ Техник проектты билдәләуҙә бер ауырлыҡ бар ине. Н. Мусин.
4. Көнкүрештәге ҡыйынлыҡ, мохтажлыҡ. □ Тягость, обуза, бремя. Ауырлыҡ килеу. Ауырлыҡ куреу. Ауырлыҡҡа төшөу. ■ Тормош ауыр ҡайсаҡ, ә ир кеше ауырлыҡта ғына һынала. Ә. Әхмәт-Хужа.
5. Ауырыу. □ Болезнь. • Һиңә ауырлыҡ, миңә еңеллек. Әпсен.
♦ Ауырлыҡ һалыу эштең ҡыйын өлөшөн йөкмәтеү. □ Возлагать всю тяжесть работы. ■ [Булат] бер кемгә ауырлығын һалмай, уҙен ҡарағас та еткән бит инде. К. Кинйәбулатова.
АУЫРЛЫҠ II (ауырлығы) и. ҡар. ауыртмаҡ 1,3.
АУЫРЛЫҠҺЫҘ (Р: легко; И.: easily; T.: kolay) р.
Аңлауға, башҡарыуға, үтәүгә ҡыйын түгел; анһат, еңел. □ Легко. ■ Куптәр инә алмаған ауыр ишектәр уның өсөн [Илһөйәргә] ауырлыҡһыҙ асылды. X. Тапаҡов.
АУЫРСА (Р.: солёный курут; И.: sort of Bashkir cheese; T.: başkurt peynir çeşidi) и. диал.
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән тоҙло шыйыҡ ҡорот. □ Солёный курут, заготовляемый на зиму.
АУЫРСЫ (Р: очень сладкий; И.: very sweet; T.: çok tatlı) с. диал.
Ныҡ шәрбәтле. □ Очень сладкий.
АУЫРТМАҠ (ауыртмағы) (Р: отвес;
И.: plumb; T.: çekül) и.
1. Ауырлыҡ өсөн һалынған йәки тағылған нәмә. □ Отвес.
2. Сәсте аҫҡа тартып торһон өсөн үрмес-кә таҡҡан тәңкә. □ Подвеска для волос.
3. диал. ҡар. башағас.
4. диал. ҡар. батырғыс.
АУЫРТТЫРЫУ (ауырттыр-) (Р: причинять боль; И.: cause pain; T.: acıtmak) ҡ.
Ауыртыуға килтереү. □ Причинять боль. Башты ауырттырыу. Ҡулды ауырттырыу.
АУЫРТЫНЫУ (ауыртын-) (Р: испытывать боль; И.: feel pain; T.: acıyı hissetmek) ҡ.
Ауыртҡанлыҡ һиҙеү; һыҙланыу. □ Испытывать боль, чувствовать ломоту (в теле). Ауыртынып тороу. ■ Ҡайһы берҙә стенокардия булған ваҡытта ауыртыныу булмай, тик йөрәк ҡыҫҡаны һиҙелә. 3. Заһиҙуллин.
АУЫРТЫУ (ауырт-) (Р: болеть; И.: be ill; T.: hasta olmak) ҡ.
Тән ғазабы кисереү. □ Болеть. Баш ауыртыу. Бил ауыртыу. Эс ауыртыу.
♦ Ауыртҡан ер (йәки урын) күңелде әрнеткән нәмәгә ҡарата әйтелә. □ Больное (слабое) место. Ауыртҡан ергә тейеү күңелде әрнеткән нәмәгә ҡағылыу. □ соотв. Задевать за живое или наступать на мозоль. Ауыртмаҫ (йәки ауыртмаған) башҡа тимер таяҡ көтмәгәндә килеп сыҡҡан бәләгә ҡарата әйтелә. □ соотв. Не было печали, да черти накачали, букв. По здоровой голове да железной палкой. Ауыртмаған яҡҡа ятыу уңайлыраҡ юлды һайлау. □ Выбирать, где удобно, где выгодно. ■ [Әхмәтшәриф:] Өйрәтеуҙән уҙғанһың инде, аҡыл белмәгән бала тугелһең хәҙер. Ауыртмаған яғыңа
385