АХМАҠ
фема; И.: affixal morpheme; T.: ek morfem) и. лингв.
Тамыр морфемаға ҡушылып, унан яңы һүҙ яһаған, йәғни уның мәғәнәһенә төҫмөрләнеп! биргән морфема. □ Аффиксальная морфема.
АФФИКСАЦИЯ [рус. < лат. affixis] (Р.: аффиксация; И.: affixation; T: eklenmek) и. лингв.
Нигеҙгә йәки тамырға аффикстар ялғаныуҙан торған һүҙьяһалыш ысулы; ялғау-лау. □ Аффиксация.
АФФРИКАТАЛАР и. лингв, ҡар. аф-фрикаттар.
АФФРИКАТТАР [рус. < лат. affricata] (Р: аффриката; И.: affricate sounds; T.: yarı kapantıh ünsüz) и. лингв.
Шартлаулы һәм ышҡыулы өндәрҙе ҡушып әйтеүҙән яһалған тартынҡылар; ҡуш тартынҡылар. □ Аффриката, аффрикаты. Аффрикаттарға «ц» һәм «ч» фонемалары инә.
АФӘТ [ғәр. 4İI] (Р: беда; И.: calamity; T.: afet) и.
Ҙур бәлә, һәләкәт. □ Беда, бедствие, стихия, катастрофа. Афәт килеу. ■ Йәшен куктән афәт сәсеп сыҡты, таратты ул ергә улемдәр. М. Ямалетдинов. Тәрән тылда йәшәуселәр һуғыш афәттәрен иң башта тимер юлдан уткән емерелгән паровоздарға ҡарап белделәр. Ә. Байрамов. Афәт сығыр булһа, сулпан йондоҙо юғалып торор, ти. Халыҡ ижадынан.
АФӘТЛЕ (Р: губительный; И.: pernicious; T.: afet һ) с.
1. Һәләкәтле, харап иткес, зарарлы.
□ Губительный. Афәтле һуғыш. ■ Ерән йыртҡыстың ҡаны афәтле икәнде инстинкт менән тойҙо ул. Й. Мостафин.
2. Һәләкәтле, бәлә-ҡазалы. □ Бедственный. ■ Афәтле болоттор был, ҡаты боҙ яуып, куҙ терәп торған игендәрҙе генә харап итеп китмәһә ярар ине! М. Ғафури.
3. Фажиғәле, фажиғә менән бәйләнешле.
□ Трагичный. Афәтле улем.
АХ (Р: ах; И.: аһ; Т: аһ) ымл.
1. Үкенгәндә әйтелә. □ Выражает сожаление: ах. ■ Ах, был уйҙар! Ниңә башта Сәйҙел куңеленә килмәгән! Ғ. Сәләм.
2. Асыуланған, янаған, әрләгән саҡта әйтелә. □ Выражает негодование: ах. ■ [Әбей — ҡыҙҙарына:] Ах, һеҙ хәсрәттәр! Башыма бәлә генә булдығыҙ. Әкиәттән.
3. Һоҡланғанда, кинәнеп шатланғанда әйтелә. □ Выражает радость, восхищение: ах. Ах, матур ҡыҙҙар!
АХАЛҒА ТӨШӨҮ (ахалға төш-) ҡ. диал. ҡар. арыу.
АХ ИТЕҮ (ах ит-) (Р: лелеять кого-то; И.: cherish; T.: özenle bakmak ) ҡ.
Өҙолоп, ҡурсып тороу. □ Лелеять кого-то, дорожить кем-чем. ■ Килендәре, кейәу-ҙәре лә һәйбәт булып сыҡты: Зөләйфә өсөн ах итеп торалар. С. Агиш.
АХА-ХА (Р: ха-ха; И.: һа-һа; Т: һа-һа) оҡш.
Ҡысҡырып көлөүҙе белдерә. □ Выражает громкий смех, хохот: ха-ха.
АХАХАЙЛАУ (ахахайла-) (Р: громко смеяться; И.: guffaw; T: kahkaha atmak) ҡ.
Аха-ха тип ҡысҡырыу (көлгәндә).
□ Громко смеяться, хохотать. Ахахайлап көлөу. ■ Курҡма асыуланған, көйгән кешенән, ҡурҡ һин ахахайлап көлгән кешенән. Ә. Әхмәт-Хужа.
АХ-ВАХ, ах та вах (Р: ах, ох; И.: oh woe; Т.: аһ-оһ) ымл.
Ныҡ өҙгөләнгән, көйөнгәнде белдерә.
□ межд. Употребляется при выражении тяжёлого душевного состояния: ах, ох.
АХИРӘТ [ғәр. * и. ҡар. теге донъя.
АХИРӘТ ҒӨСӨЛӨ (Р: омовение; И.: washing the corpse; T.: gasil) и. диал.
Үлекте йыуғанда һуңғы ҡойондороу.
□ Последнее омовение покойника.
АХМАҠ I (ахмағы) [боронғо төрки аңга-маҡ ‘асыҡ ауыҙ’] (Р: глупец; И.: ninny, muddle-head; T.: aptal) и.
Аҡылға кәм кеше; алйот, иҫәр. Әрләп, шелтәләгәндә әйтелә. □ Глупец, дурак, бес
389