АХМАҠ
толочь. ■ һыуынған кәлдән ахмаҡ ҡына ут эҙләр. М. Кәрим. Яҡшы кәңәш ахмаҡ өсөн — елгә ҡаршы өсҡан төтөн. Ә. Әхмәт-Хужа. • Аҡыллы тәкә һуйғанда, ахмаҡ йукә һуйыр. Мәҡәл. Аҡыллы уйлап торғансы — ахмаҡ эшен бөтөргән. Мәҡәл. Ҡара тауыҡтың да йомортҡаһы аҡ була, ахмаҡтың да бер һүҙе хаҡ була. Мәҡәл.
АХМАҠ II (Р.: глупый; И.: stupid; T.: budala ) с.
Аҡылы камил түгел, алйот, иҫәр, аңра.
□ Глупый, бестолковый, неумный. Ахмаҡ һуҙ. Ахмаҡ ҡиәфәт. Ахмаҡ эш.
АХМАҠЛАНДЫРЫУ (ахмаҡландыр-) (Р.: одурачивать; И.: make a fool (of); T.: kandırmak) ҡ.
Алдап, томалап, аңраға әйләндереү.
□ Одурачивать, дурить. Кешеләрҙе ахмаҡландырыу.
АХМАҠЛАНЫУ (ахмаҡлан-) (Р: делать глупости; И.: do a foolish thing; T.: aptallık yapmak) ҡ.
1. Еңел аҡыл менән уйлау, ахмаҡлыҡ ҡылыу. □ Делать глупости, совершать нелепые поступки. Ахмаҡланып, уҡымай ҡалды.
2. Ахмаҡҡа әйләнеү; алйотланыу, иҫәрләнеү. □ Глупеть, дуреть. Ахмаҡланып ҡалыу.
АХМАҠЛЫҠ (ахмаҡлығы) (Р: дурачество; И.: tomfoolery; T.: aptallık) и.
Ахмаҡ булған хәл; алйотлоҡ, йүләрлек.
□ Дурачество, глупость. Ахмаҡлыҡ эшләү. Ахмаҡлыҡ ҡылыу.
АХМАЛҒА ТӨШӨҮ (ахмалға төш-) [ғәр. Jl^l ‘күтәреү; ауырлыҡ’] (Р: переутомляться; И.: overstrain; T.: çok yorulmak) ҡ.
Ныҡ ашығып, ауыр эшләп, хәлдән тайыу. □ Переутомиться, переутомляться. // Переутомление. ■ Ахмалға төшөп, арып ҡайттым, мускулдарым шундай йомшарған. X. Ғиләжев.
АХМАЯЛҒА ТӨШӨҮ (ахмаялға төш-) (Р: уставать; И.: tire; T.: yorulmak) ҡ.
Ныҡ ауыр эш эшләп хәлдән тайыу.
□ Уставать, утомляться, изнуряться. //
Утомление, изнурение. ■ Миһырбанлы был ике әҙәм, Фәһимдең быуынһыҙ һәленеп төшкән кәуҙәһен алмашлап яурындарына йөкмәп, ахмаялға төшөп, аҫҡы урамға алып ҡайтып еткерҙе. Ф. Иҫәнғолов.
АХУН [фарс. (Р: ахун; И.: акһо-ond; T.: Ahun) и.
1. Шәриғәт, мәсет эштәрен күҙәтеп, хәл итеп торған юғары дәрәжәле дин әһеле, мөфтөйгә буйһона. □ Ахун (глава мусульманского духовенства, подчиняется муфтию). ■ Абдулла Дәүләтшин — башта Ҡарғалы ауылы мәҙрәсәһендә мулла, һуңынан ахун булып торған кеше. С. Галин.
2. этн. Нәнәй ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-енейцев.
АХ-УХ, ах та ух (Р: ох, ух; И.: ооһ; Т.: of) ымл.
1. Көсөргәнеп хәл бөткәнде белдерә. □ Выражает усталость: ох, ух.
2. Ауырып, һыҙланып ныҡ ыңғырашҡанды белдерә. □ Выражает боль: ох, ух. Билен имгәтеп, ах та ух итеп ята. ■ [Самсон:] Баяр ярлыҡаманымы әллә? Ниңә ах та ух киләһең? 3. Ураҡсин.
АХШАМ [дөйөм төрки аҡ ‘яҡты’ + фарсы шам ‘кис’] и. ҡар. аҡшам.
АХЫЛДАТЫУ (ахылдат-) (Р: обессилеть; И.: grow weak; T.: halsiz düşmek) ҡ.
Хәлен бөтөрөп, ах та ух иттереү. □ Обессилеть, слабеть.
АХЫЛДАУ (ахылда-) (Р: устало и тяжело вздыхать; И.: sigh; T.: içler çekmek) ҡ.
Ах та ух итеү, ах та ух килеү. □ Устало и тяжело вздыхать; охать, ахать (при болевых ощущениях). ■ Ахылдап .. Шэхми ҡайтып инде. Т. Йәнәби.
АХЫЛДАШЫУ (ахылдаш-) ҡ. урт. ҡар. ахылдау, взаимн. от ахылдау.
АХЫМСЫ (Р: скандалист; И.: brawler; T.: kavgacı) и. диал.
1. Эсеп боларған кеше. □ Скандалист.
2. Үсексән. □ Обидчивый.
АХЫМСЫ Л АУ (ахымсыла-) (Р: скандалить; И.: make a row; T.: kavga yapmak) ҡ. диал.
390