Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 392


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

Ah
ил арына алмай һаман аһынан. М. Ямалетдинов.
Ah II (Р,: ах, ой; И.: indeed; T.: vallah) ымл.
Аптырағанды, ғәжәпкә ҡалғанды белдерә. □ Выражает удивление: ах, ой. Аһ, аяғың ауыртамы ни? ■ Аһ! Исемемде лә беләсе! Р. Солтангәрәев.
Аһ А ымл. ҡар. аһ-аһ.
АҺАК (аһағы) и. диал. ҡар. аҡыҡ.
Аһ АҠТАУ (аһаҡта-) (Р: запыхаться; И.: be out of breath; T.: soluk soluğa olmak) ҡ. диал.
Ахылдау. □ Запыхаться.
АҺАҢ и. ҡар. аһәң.
Аһ-Аһ (Р: ой; И.: оһ-ооһ; Т.: аһ-аһ) ымл.
Аптырағанда әйтелә. □ Выражает удивление: ой. Аһ-аһ, улым ҡайтҡан бит.
АҺА-ҺАЙ (Р: выражает насмешку над кем-л:, И: interjection for derision; T: birinden gülerken kullanılan ünlem) ымл.
Мыҫҡыллап көлгәнде белдерә. □ Выражает насмешку над кем-л.
АҺАҺАЙЛАУ (аһаһайла-) (Р: издевательски хохотать; И.: laugh loudly in derision; T.: alaylı gülmek) ҡ.
Аһа-һай тип ҡысҡырыу (көлгәндә)', ҡысҡырып көлөү. □ Издевательски хохотать. Аһаһайлап көлөү.
АҺ-ВАҺ, аһ та ваһ ымл. ҡар. ах-вах.
АҺ-ЗАР [ғәр. - ol] (Р: всеобщее горе; И.: general grief; T.: genel acı) u.
Ғазаплы тәрән ҡайғы; ҡайғы-хәсрәт. □ Всеобщее горе, всеобщая скорбь, горести и печали. ■ Ҡайғыларҙан ҡурҡма, туған, бәхеттән ҡурҡ, аһ-зар тоғро: килә һиңә бер түгел, ҡырҡ. М. Ямалетдинов. Күңелемдә — әйтелмәгән һөйөү, әйтелмәгән рәнйеш, аһ-зарҙар. Ф. Туғыҙбаева'.
Аһ ИТЕҮ (аһ ит-) (Р: ахнуть; И.: gasp; T: vay demek) ҡ.
1. Бик ныҡ аптырау. □ Ахнуть, очень удивиться, изумиться. // Удивление, изумление. Ит баҙары йыйылды. ■ Итсе күрҙе — аһ итте. К. Мәргән.
2. Кем өсөндөр өҙөлөү. □ Высоко ценить кого-то, дорожить кем-чем. ■ Өләсәләре лә, мәрхүм олатайҙары ла ейәндәрен бик ярата, килһәләр, аһ итеп тора торғайны. Ә. Вәли.
АҺЛАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер, күбәләк ырыуҙарының аймағы. □ Родовые подразделения башкир-тангаур-цев, кубалякцев.
Аһ ОРОУ (ah op-) (P: жаловаться; И.: lament; T: şikayet etmek) ҡ.
Зарланыу, ныҡ хәсрәтләнеү. □ Жаловаться, сетовать. ■ Кайғы баҫты ауыл өҫтөн, аһ оралар, ил илай. Бәйеттән.
АҺЫЛ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-бурзянцев.
АҺЫЛДАУ (аһылда-) (Р: запыхаться; И.: be out of breath; T: soluk soluğa olmak) ҡ.
1. Тын бөтөү, тын ҡыҫылыу, саҡ тын алыу. □ Запыхаться, трудно дышать. ■ Күп тә үтмәй ул [Рифҡәт] аһылдап кире килеп етте. Ф. Иҫәнғолов. [Ҡәнәғәт ҡарт] ҡайырылып баҡты ла, ҡыҙыл балсыҡҡа буялған буйлы ыштан балаҡтарын ялпылдатып, шундай уҡ балсыҡлы ялан аяҡсан аһылдап йүгереп килгән, тырпай ҡыл-ҡара мыйыҡсалы ирене өҫтөнә бөрсөкләнеп йән тире ҡалҡҡан ҡатынҡайға үҙ артынан урын күрһәтеп өндәште. Й. Солтанов.
2. Ауыр хис, тойғонан йәки һыҙланғандан уфылдау. □ Охать, ахать. ■ Заһит ишекте асты. Урындыҡта аһылдап ятҡан әсәһенең башы осонда ултырған Ғәйзулла һикереп торҙо. Я. Хамматов.
АҺӘҢ [фарс. jLaI ‘көй’| (Р: благозвучие; И.: harmony; T: ahenk) и. шиғр.
1. Килешле, яғымлы, матур көй. □ Благозвучие, мелодичность. ■ Башта тәрәндән, төпкөлдән урғылған саф күкрәк тауышы, тора-бара көслө аһәң булып, тирә-яҡты сөлғап алды. С. Әлибаев.
392