АШ
2. Шиғырҙың матур һүҙҙәрҙән ҡоролған яғымлы яңғырашы. □ Созвучие стиха.
3. кусм. Үҙ-ара ярашлы килешеп торған матурлыҡ. □ Гармония, гармоничность. ■ Тәбиғәттең шундай камил, аһәң булыуына хайран ҡалаһың. Н. Нәжми.
АҺӘҢДӘШ (Р.: гармоничный; И.: harmonious; T.: uyumlu) с.
Үҙ-ара ярашлы, килешле (өн-ауазға ҡарата). □ Гармоничный, созвучный. ■ Беҙҙең уй-фекерҙәребеҙ, тойғоларыбыҙ һәм кисерештәребеҙ менән ниндәй аһәңдәш һуҙҙәр. В. Нафиҡов.
АҺӘҢДӘШЛЕК (аһәңдәшлеге) (Р.: гармоничность; И.: state of harmony; T.: uyum) и.
1. Өн-ауаздың ярашлылығы, килешлеге.
□ Гармоничность, созвучность.
2. муз. Бер нисә тауыштың үҙ-ара ярашыуы. □ Консонанс.
3. әҙ. Баҫым төшкән төрлө һуҙынҡы өндәрҙән торған рифма. □ Консонанс.
АҺӘҢДӘШҺЕҘ (Р: дисгармонический; И.: out of harmony; T.: uyumsuz) c.
Үҙ-ара ярашһыҙ, килешһеҙ (өн-ауазға ҡарата). □ Дисгармонический, дисгармоничный. Аһәңдәшһеҙ музыка.
АҺӘҢДӘШҺЕҘЛЕК (аһәңдәшһеҙлеге) (Р: дисгармония; И.: disharmony; T.: uyumsuzluk) и.
Өн-ауаздың ярашһыҙлығы, килешһеҙ-леге. □ Дисгармония.
АҺӘҢЛЕ (Р: гармоничный; И.: harmonious; T.: ahenkli) с.
Матур яңғырашлы. □ Гармоничный, благозвучный. Аһәңле йыр. ■ Дәртле бейеу-ҙәр-йырҙар, аһәңле шиғырҙар буләк ителде [ветерандарға]. «Табын», № 99, 2008.
АҺӘҢЛЕЛЕК (аһәңлелеге) (Р: гармоничность; И.: harmony; T: ahenkli) и.
Өн-ауаздың ярашҡанлығы, яғымлылығы, төҙөклөгө. □ Гармоничность, благозвучность. ■ Башҡорт халыҡ ижадының был тапҡыр фекерле, ҡыҫҡа формалы жанрҙарында һуҙ уйнатыу ҙа, музыкаль аһәңлелек тә, ритм төҙөклөгө лә, композицион бөтөнлөк тә бик көслө. Ғ. Хөсәйенов.
АҺӘҢҺЕҘ (Р: дисгармоничный; И.: disharmonious; T.: ahenksiz) с.
Яңғырашы матур булмаған. □ Дисгармоничный, неблагозвучный.
АҺӘҢҺЕҘЛЕК (аһәңһеҙлеге) (Р: дисгармония; И.: disharmony; T.: uyumsuzluk) и.
Өн-ауаздың ярашмағанлығы, гармония-һыҙлыҡ. □ Дисгармония, неблагозвучие, неблагозвучность.
АЦЕТОН [рус. < лат. acetum ‘аҡ һеркә’] (Р: ацетон; И.: acetone; T: aseton) и. хим.
Төҫһөҙ шыйыҡлыҡ рәүешендәге органик ҡушылма {етештереуҙең төрлө тармағында иреткес сифатында ҡулланыла). □ Ацетон. Ацетон ҡушылмаһы.
АЦИДОФИЛИН [рус. < лат. acidus ‘әсе’ + гр. phileö ‘яратам’| (Р: ацидофилин; И.: acidophilus; Т: acidophilus) и.
Ҡатыҡтың үҙенә башҡа бактерия менән әсетелгән бер төрө. □ Ацидофилин.
АШ I [дөйөм төрки аш ‘ашамлыҡ; иген’] (Р: еда; И.: food; T: yemek) и.
1. Кеше туҡлана торған һәр төрлө нәмә; аҙыҡ, ашамлыҡ, ризыҡ. □ Еда, нища. Иртәнге аш. Байрам ашы. Ҡунаҡ ашы. Туй ашы. Үтемле аш. Аш һеңдереу. ■ [Хәтирә еңгә:] Бындай саҡтарҙа бутән өйҙә бешкән аш тәмле була, ят аш теләйһеңдер әле, ти. Ғ. Ибраһимов. Борон башҡорттарҙа эске мәжлесе, тәмәке тартыу булманы. Ҡунак-туй мәжлестәре яҡшы аш менән айыҡ уткәрелде. Ғ. Бейешев. • Аш эйәһе менән татлы. Әйтем. Эшенә курә ашы. Әйтем. Эше юҡтың — ашы юҡ. Әйтем. Бирмәҫтең ашы бешмәҫ, ҡаҙаны уттан төшмәҫ. Әйтем. Аш — ашҡа, урыны башҡа. Мәҡәл. Аштан оло булма. Әйтем. Аш менән атҡанға таш менән атмайҙар. Әйтем.
2. Һурпалы ашамлыҡ. □ Суп, первое блюдо. Ит ашы. Кәбеҫтә ашы. Аш бешереу. Аш һалыу. Аш өлгөртөу. Аш яраштырыу. Ҡыҫыр аш. ■ Мин уҙем туҡмас ашында өс төрлө ит булыуын яратам: өйрәк, тауыҡ, һимеҙ һарыҡ туше, — тине Тиндуш. Ф. Иҫәнғолов.
393