АШ
3. диал. Ашлыҡ, иген. □ Зерно, хлеб.
■ Быйыл аш бик шәп булманы, — ти Фазлыәхмәтов. — Бында [Арғаяшта] иген, ашлыҡ тип әйтмәйҙәр. Аш тип кенә ҡуялар. Ә. Вәли.
♦ Аш урынына таш йоттороу ашап ултырғанда бик тынғыһыҙлау, борсоу. □ Не дать спокойно поесть. ■ Ваҡиһа ханым минең ҡолаҡ итен сәйнәргә тотондо. Иртә-кисен аш урынына таш йоттора. С. Кулибай. Аш биреп, каш сойоп тороу хөрмәт күрһәтеү. □ Оказывать уважение, почитать. Ашын ашаған, йәшен йәшәгән оҙон ғүмер юлы үткән кешегә әйтелә. □ Он прожил свой век. Ашығыҙ тәмле булһын ашап ултырған кешегә ҡарата әйтелгән теләк.
□ Приятного аппетита.
АШ II (Р.: крахмал; И.: starch; T.: nişasta) и.
Туҡыма тауарға һеңдерелгән крахмал.
□ Крахмал. Яңы кулдәгеңде йыуып кей, ашы бөтһөн.
АШ III (Р.: гной; И.: pus; T.: irin) и. диал.
Эрен. □ Гной. Бармағым аш йыйып, һыҙлап тора.
АША I [дөйөм төрки аш ‘артылыу’] (Р: через; И.: across; T.: ...dan) бәйл. төп һәм эйл. клш. менән.
1. Бер ситтән икенсе ситкә түбәндән; арҡыры. □ Через (послелог с сущ. в осн. п. и род. п.). Болон аша. Йылға аша. Юл аша.
■ Башҡорт ышаныуҙарында йәйғорондо (йәйғорҙо) аша сыҡҡан малай — ҡыҙға, ҡыҙ малайға әйләнә, ти. Халыҡ ижадынан.
2. Бер нәмәнән икенсе нәмәгә өҫтән, үрҙән. □ Через. Ҡойма аша. Яурын аша.
■ Һауаға атҡан уҡҡайым тау-урмандар аша уҙһасы. С. Юлаев. Бер бәрелештә ул [Биксура] ҡаты яралана, Әхмәт исемле дуҫы менән Текәй тип йөрөтөлә торған тауҙар аша урман яғына ҡаса. Әкиәттән.
3. Бер яҡтан икенсе яҡҡа үтәләй. □ Через. Быяла аша. Куҙлек аша. Тәҙрә аша. Сепрәк аша. Куршеләрҙең һөйләшкәне стена аша ишетелеп тора.
4. Билдәле бер ваҡыт үткән һайын ҡабатланып торған эш-хәлде, билдәле бер арауыҡты үтеүҙе белдереү өсөн ҡулланыла. □ Через. Аҙна аша. Көн аша. Магазин бер өй аша.
5. Кеше йәки бер сара ярҙамында; арҡыры. □ Посредством, путём чего, через что. Гәзит аша. Радио аша. Хат аша. Берәй ысул ярҙамында. ■ Нәфис һуҙ аша батырлыҡ, матурлыҡ тигән изге төшөнсәләр бала куңеленә тотҡарлыҡһыҙ барып етә. Ф. Аҡбулатова.
АША II (Р.: деревянная игла; И.: appliance for making fishing nets; T: ağ iğnesi) и.
Бәйләй торған ағас энә; ау энәһе. □ Деревянная игла (для плетения сети), кочедык.
АША АТЛАУ (аша атла-) (Р: перешагнуть; И.: overstep; T.: aştak) ҡ.
Ниҙәндер аша баҫыу. □ Перешагнуть. Бурәнәне аша атлау. Соҡорҙо аша атлап сығыу. ■ Көйәнтәне аша атлама, уҫмәйһең. Ырым. Көйәнтәне аша атларға ярамай, бала арҡыры килә. Ф. Хисамитдинова.
АШ АҠ Л АУ (ашаҡла-) ҡ. диал. ҡар. ашатлау.
АШАЛАЙ (Р: через; И.: over; T.: ...dan) р. диал.
Бер нәмәнән икенсе нәмәгә өҫтән. □ Через. Койма ашалай сығыу.
АШАЛЫУ I (ашал-) ҡ. төш. ҡар. ашау. страд, от ашау.
АШАЛЫУ II (ашал-) (Р: истачиваться; И.: wear out; T.: yıpranmak) ҡ.
1. Ышҡылып, ҡырылып йоҡарыу. □ Истачиваться, срабатываться, стираться (о металлических предметах). Арбаның кусэре ашалған. ■ Куп тотоноуҙандыр инде, ситтәре ярайһы уҡ ашалып, уткерләнеп бөткән тимер суместән һыу эсеп, һыуһын ҡандырҙым. X. Ғиләжев. Ашалып, йышылып бөткән тимер ҡулсаны сәйҙән ыскындырыуға, ел ҡапҡа шар асылып китте. Т. Гарипова.
2. Оҙаҡ кейеүҙән йоҡарыу. □ Изнашиваться, протираться. Итектең табаны ашалды.
394