Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 396


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АШАТЫЛЫУ
3. кусм. Иҫәпкә алмай, ситкә ҡағыу.
□ Нарушать установленный порядок, закон, мораль и т.п. Законды ашатлау.
■ [Иҫәнбирҙе:] Бәләкәс кенә етешһеҙлектәрҙе лә ашатлап уҙып булмай. С. Агиш.
АШАТЫЛЫУ (ашатыл-) ҡ. төш. ҡар. ашау I, 1. страд, от ашау 1,1.
АШАТЫУ (ашат-) (Р.: кормить; И.: feed; T.: yedirmek) ҡ.
1. Ашарға биреп туйындырыу. □ Кормить. Баланы ашатыу. Быҙауҙы ашатыу. Өмәселәрҙе ашатыу. Себештәрҙе ашатыу.
■ Еҙболан тигән тәрән соҡорҙо уткәс, атты туғарып ебәреп ашаттыҡ. Ғ. Ғүмәр. • Үгәй әсә ураҙа тоттора, ашатһа ла ҡоҫтора. Мәҡәл.
2. Аҙыҡ менән тәьмин итеү; аҙыҡландырып йәшәтеү. □ Кормить, содержать. Бер уҙе биш бала ашата.
3. Һуғымға һимертеү, көрәйтеү. □ Откармливать. Ат ашатыу. Мал ашатыу. Һуғымға башмаҡ ашата.
АШАУ I (аша-) (Р.: есть; И.: eat; T.: yemek) ҡ.
1. Туҡлыҡ өсөн аҙыҡ йотоу; аҙыҡланыу, туҡланыу. □ Есть, кушать, питаться, кормиться. Аш ашау. Ит ашау. Тамаҡҡа ашау. Туйғанса ашау. ■ Ашағас та һауыт-һабаны йыуып ҡуй — фәрештәнең ҡанаты талмаһын. Яу, яу, ямғырым, ҡара тәкә һуйырмын, башын һиңә бирермен, тушен уҙем ашармын, һөйәген эткә ташлармын. Халыҡ ижадынан. • Ашаған белмәҫ, тураған белер. Әйтем. Ашаған табағыңа төкөрмә. Әйтем. Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен. Мәҡәл. Алты йәшәрҙекен ашама, алтмыш йәшәрҙекен аша. Мәҡәл. Аҙ ашаған куп ашар, куп ашаған ни ашар. Мәҡәл. Йәне теләгән йылан ите ашаған. Әйтем. Ашамайым, ашамайым, тип, алтмыш ҡоймаҡ ашаған. Мәҡәл.
2. Кимереп, ҡырҡып тишкеләү; тешләү.
□ Кусать (о паразитах), изъедать. Алманы ҡорт ашаған. Кейемде көйә ашаған.
3. кусм. һөйл. Тапҡан, килеп торған аҡса, мал иҫәбенә йәшәү. □ Жить за счёт своего
дохода. Тапҡан аҡсаны ашап бөтөп тороу. Аҡса ашау. Пенсия ашау.
4. кусм. һөйл. Үҙеңә тейеш түгелде үҙләштереү. □ Жить за счёт чужого. Кеше хаҡын ашау. ■ [Моҡай:] Харрас бай купер һалырға тип халыҡтан йыйған аҡсаны ашаны. X. Ибраһимов.
♦ Ашарға һорамай кәрәкһеҙ кеүек нәмәне ташларға теләмәгәндә әйтелә. □ Есть не просит (о вещи, которая может пригодиться в будущем). ■ [Зөфәр:] Олатай, был иҫке биҙрә ҡолағы ниңә кәрәк ул? [Ҡарт:] Ята бирһен, ашарға һорамай бит! Ә. Харисов. Ашап туйғыһыҙ бик тәмле. □ Очень вкусный, пальчики оближешь. ■ Бешереп килтерһәләр — кинйә улының кәләше бешергән икмәк ашап туйғыһыҙ. Әкиәттән. Ашарҙай булыу ныҡ асыуланыу, нәфрәтләнеү. □ Есть (пожирать, поедать) глазами кого. ■ Был ике студенттың бер-береһенә [ни эшләп] ашарҙай булып ҡарағанын беҙ аңлай алмайбыҙ. К. Мәргән.
АШАУ II (аша-) (Р: размывать; И.: abrade; T: sığırmak) ҡ.
1. Өйкәп, ҡырып йоҡартыу. □ Истачивать, истирать. Тәгәрмәстең тимере кусәрҙе ашаған.
2. Йыуып, өңөп емереү; умырыу. □ Размывать, подмывать. ■ Ағиҙел яры буйҙарындағы ағастарҙы ҡырҡыу дауам итә, ағасһыҙ ярҙы йылға тиҙ ашай. С. Иманғолов.
3. Йылылыҡ тәьҫире йәки химик тәьҫир менән уйыу, ҡырҡыу. □ Разъедать, изъедать (о кислоте, ржавчине и т. д.). Тут тимерҙе ашай. Кислота кейемде ашай. ■ Яҙғы елдәр ҡарҙы туҡтауһыҙ ашаған. Әкиәттән.
4. кусм. Нәмәнең төҫөн алыу; уңдырыу. □ Выгореть, линять, выцветать (например, под воздействием солнца). ■ Байрам, өйгә инеп, көн ашаған йәшкелт фуражкаһын сәйгә элде. Р. Низамов.
АШАУ III и. диал. ҡар. ашамлыҡ.
АШ АУЛ ЫҠ (ашаулығы) и. ҡар. ашъяулыҡ.
396