АШ ҠАЙТАРЫУ
АШАУ-ЭСЕҮ (аша-эс-) (Р.: кушать;
И.: rations; T.: yemek) ҡ.
Ризыҡланыу; ашамлыҡ, ризыҡ ҡабул итеү. □ Кушать. // Продовольствие. ■ Пушкин менән Лев Толстой, бай ҡатламдан булараҡ, кейем, ашау-эсеүҙә мохтажлыҡ кисермәгән. Р. Хажиев. <<Ашарға-эсергә килтерергә онотмағыҙ», — тип һораны һалдаттарҙың береһе. Б. Рафиҡов.
АШ АШАУ (аш аша-) (Р: кушать; И.: rations; T.: yemek) ҡ.
1. Ризыҡланыу; ашамлыҡ, ризыҡ ҡабул итеү. □ Кушать, питаться. ■ Икенсе көн тағы аш ашарға ултырғандар. Әбей ҙә, бабай ҙа шым ғына ашап ултыралар. Әкиәттән.
2. Аш I, 2 һурпалы ашамлыҡ менән туҡланыу. □ Кушать суп. ■ Бынан һуц Кинйәбай ағаһы менән Гөлйөҙөм еңгәһе лә ҡайтып килде. Шунан улар күмәкләп аш ашарға ултырҙы. Күп итеп картуф турап, һөткә генә бешерелгән туҡмас шул тиклем тәмле булды. Юлдаш менән Кыҙырас икешәр тәрилкә аш ашаны. 3. Биишева.
3. Ҡунаҡҡа, ҡунаҡ һыйына барыу. □ Ходить в гости. Аш ашарға саҡырыу. ■ Ул бында үҙен генә түгел, Юлдыбайҙы ла ҡунаҡҡа ғына, аш ашарға ғына килгән кеше кеүек тойҙо. һ. Дәүләтшина.
АШАШЫУ (ашаш ) ҡ. урт. ҡар. ашау I, 1, 3. взаимн. от ашау 1,1, 3.
АШ АЯҠ (ашаяғы) и. диал.
1. ҡар. ҡаҙанлыҡ I.
2. ҡар. туҫтаҡ.
АШ БЕШЕРЕҮСЕ (Р.: повар; И.: cook; T.: aşçı) и.
Аш-Һыу әҙерләүсе; ашнаҡсы. □ Повар.
АШ БҮЛМӘҺЕ (Р: кухня; И.: kitchen; T.: mutfak) и.
Аш-Һыу әҙерләү бүлмәһе. □ Кухня, столовая.
АШ ЙӘЙМӘ и. диал. ҡар. ашъяулыҡ.
АШ КӨҪӘҮ (аш көҫә-) (Р: быть разборчивым в еде; И.: be exacting in taking food; T.: yemekte titiz olmak) ҡ.
Аш һайлау, күңел һорағанды ашарға теләү, ерегеү, ереү. □ Быть разборчивым
в еде (в связи с каким-л. состоянием, например, болезнью, беременностью).
АШКӘБӘН и. диал. ҡар. кәбән.
АШ ҠАБАҒЫ и. ҡар. ҡабаҡ II.
АШҠАБАҠ (ашҡабағы) и. ҡар. ҡабаҡ II.
АШҠА БАРЫУ (ашҡа бар-) ҡ. ҡар. ҡунаҡҡа барыу.
АШҠАҘАН (Р: желудок; И.: stomach; T.: mide) и. анат.
Кеше һәм хайуандарҙың аҙыҡ эшкәртеү ағзаһы. □ Желудок. Ашҡаҙан шеше. Ашҡаҙан ауыртыу. М Ашҡаҙан, эсәк ауыртҡанда, өс андыҙ тамырын ҡырып, турап, бер сәғәт ҡайнатаһың да бер аҙна төнәткәс, сәй кеүек әсәһең. Халыҡ ижадынан.
АШҠАҘАН АҪТЫ БИҘЕ (Р: поджелудочная железа; И.: pancreas; T.: pankreas) и. анат.
Ашҡаҙан эргәһендә урынлашҡан биҙ. □ Поджелудочная железа. ■ Татлы картуф ашҡаҙан аҫты биҙенә оҡшаған һәм диабет сирлеләрҙең гликемия күрһәткесен көйләй. «Башҡортостан», 17 февраль 2011.
АШҠАҘАН ҺУТЫ (Р: желудочный сок; И.: gastric juice; T: mide suyu) и. мед.
Ашҡаҙандың лайлалы тиресәһенең эпителий күҙәнәктәре һәм ашҡаҙан биҙҙәрендә барлыҡҡа килгән шыйыҡса. □ Желудочный сок. Ашҡаҙан һуты бүленеү.
АШҠАҘАН-ЭСӘК (Р: желудок и кишечник; И.: guts; T.: mide ve bağırsak) и. анат. йыйн.
Ашҡаҙан һәм эсәктәр. □ Желудок и кишечник. Ашҡаҙан-эсәк тракты.
АШ ҠАЙТАРЫУ (аш ҡайтар-) (Р: приносить гостинцы; И.: bring goodies; T.: hediyeler getirmek) ҡ. диал.
1. Ҡыҙ яғынан егет яғына алып барған күстәнәс. □ Гостинцы со стороны невесты к свадьбе.
2. Туй күстәнәстәренә саҡырылған ҡунаҡтарҙың кейәү-кәләшкә теләктәре. □ Пожелания односельчан жениху и невесте.
3. Ҡөрьән ашынан һуң ашҡа бағышлап уҡылған доға. □ Молитва.
397