АШҠАҠ
АШҠАҠ (ашҡағы) и. диал.
1. ҡар. сираҡ I.
2. кусм. Нәҙек оҙон кеше. □ Долговязый.
АШҠАЛАҠ и. диал. ҡар. ҡалаҡ.
АШҠАЯҠ I (Р.: легко сдираемый; И.: easy to bark; T.: kolay soyulan) с.
Ҡабығы еңел ҡубыусан (яҙғы ағасҡа ҡарата). □ Легко сдираемый (о коре дерева). ■ [Баҡый халҡы] йукә ағасы ашҡаяҡ саҡта, кемуҙарҙан һалабаш төшөргән. Ж. Кейекбаев.
АШҠАЯҠ II (ашҡаяғы) (Р.: камбий; И.: alburnum; T.: kambiyum) и.
' Ағастың ҡайыры аҫтындағы йомшаҡ ҡатлам. □ Камбий, заболонь, оболонь. Ашҡаяҡ куҙәнәктәре.
АШҠАЯҠ III (ашҡаяғы) (Р: весенние работы по очистке бревен от коры; И.: bark a log; T.: ağaçların kabuğunu soyma) и.
Яҙғы ағас әрсеү эше. □ Весенние работы по очистке бревен от коры. Ашҡаяҡ ваҡыты. ■ [Хәлиулла] ашҡаяҡ ваҡыты етеу менән дегет ҡайната башланы. И. Ғиззәтуллин.
2. Әрсеп киптерелгән ағас (ҡайын, йүкә һ.б.). □ Окоренное и высушенное дерево. Ашҡаяҡ — иң кәрәкле материал.
АШҠАЯҠЛАНЫУ (ашҡаяҡлан-) (Р: сдираться; И.: peel off; T.: soyulmak) ҡ.
Ағастың һутланып, ҡабығының еңел ҡубыусанға әйләнеүе. □ Сдираться, отставать (о коре дерева). Ағас ашҡаяҡланған.
АШҠАЯҠЛАУ (ашҡаяҡла-) (Р: очищать бревно; И.: bark a log; T.: kabuğunu soymak) ҡ.
1. Яҙын ағас ҡабығын әрсеү, һыҙырыу. □ Очищать бревно, сдирать кору. Өйлөк бурәнә ашҡаяҡлап ҡайттыҡ.
2. кусм. Сыбыҡ, сыбыртҡы менән туҡмау; һыҙырыу, ҡайыҙлау. □ Хлестать, стегать, драть. Сыбыҡ менән ашҡаяҡлау. ■ Беҙ ҡасҡан йылҡы, һыйырҙарҙы буран уйнатып ҡыуып, киндерҙән ишелгән оҙон сыбыртҡы менән ашҡаяҡлап, мал араһына индерәбеҙ. Ш. Шәһәр.
АШҠЫН (Р: пылкий; И.: ardent; T.: hararetli) с.
Ашҡынып торған; ярһыу. □ Пылкий, горячий. Ашҡын йөрәк. Ашҡын куңел. Ашҡын хистәр.
АШҠЫНДЫРЫУ (ашҡындыр) (Р: волновать; И.: inspire; T.: coşturmak) ҡ.
1. Йөрәкһетеп ынтылдырыу; ярһытып елкендереү. □ Волновать, воодушевлять, вдохновлять. ■ Ашҡындыра, уйландыра кә-кук тауышы, .. ҡыҙ йөрәген елкендерә ҡайғы-һағышы. Б. Бикбай.
2. эйһ. ҡар. ашҡыныу 1.
АШҠЫНЫУ (ашҡын-) [дөйөм төрки аш- ‘артылыу’ < ашык-у] (Р: стремиться; И.: long for; T.: çabalamak) ҡ.
1. Йөрәкһеп нимәгәлер ынтылыу; ярһыу. □ Стремиться, рваться, порываться. ■ Мин ашҡынып сыҡтым урамға, ҡаршы ҡуйып йөҙҙө буранға. И. Кинйәбулатов. Сәлимдең куҙҙәре ут булып яна, йөрәге һикерә, ашҡына ине. Н. Ҡәрип.
2. диал. ҡар. аҙыу II, 5.
3. диал. ҡар. уңыу.
АШҠЫНЫУЛЫ с. ҡар. ашҡын.
АШЛАҒАС (Р: суп; И.: soup; T.: çorba) и.
Аулаҡта бешерелгән аш. □ Суп, приготовленный на вечеринке.
АШЛАМА I (Р: удобрение; И.: fertilizing; T.: gübre) и.
Үҫемлектәрҙе туҡландырыу һәм уңышын күтәреү өсөн тупраҡҡа ҡушыла торған төрлө матдә. □ Удобрение. Ашламалар анализы. Минераль ашлама. Ашлама индереу. Ашлама кумдереу. Ашламаларҙың оптималь дозаһы. ■ Аҡрынлап техника ремонтлана, орлоҡ таҙартыла, баҫыуға ашлама сығарыла. Р. Солтангәрәев.
АШЛАМА II (Р: прививочный материал; И.: inoculative material; T.: inokulum) и.
1. Емеш ағастарына сортын үҙгәртеү маҡсатында ялғап, ҡушып үҫтереү өсөн әҙерләнгән сыбыҡсалар. □ Прививочный материал. Ашлама ялғау.
2. диал. ҡар. ямау.
398