Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 399


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АШМАНТАЙ
АШЛАМАЛАУ (ашламала-) ҡ. ҡар. ашлау VI, 1. Алманы ашламалау. • Ашланған ер аш бирер, ташланған ер таш бирер. Мәҡәл.
АШЛАНЫУ I (ашлан-) ҡ. төш. ҡар. ашлау II. страд, от ашлау II.
АШЛАНЫУ II (ашлан-) ҡ. төш. ҡар. ашлау III. страд, от ашлау III.
АШЛАНЫУ III (ашлан-) ҡ. төш. ҡар. ашлау IV. страд, от ашлау IV.
АШЛАНЫУ IV (ашлан-) (Р.: гноиться; И.: fester; T.: irinlenmek) ҡ. диал.
Эренләү. □ Гноиться.
АШЛАТЫУ I (ашлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ашлау II. понуд. от ашлау II.
АШЛАТЫУ II (ашлат-) ҡ. йөҡм. ҡар. ашлау III. понуд. от ашлау III.
АШЛАТЫУ III (ашлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ашлау IV. понуд. от ашлау IV.
АШЛАУ I (ашла-) (Р.: большая деревянная чаша; И.: a large wooden bowl; T.: büyük ağaç kase) и.
1. Ҙур ағас һауыт. □ Большая деревянная чаша из цельного куска дерева. ■ [Аллаяр] ашлауға итте .. һоҫоп ала башланы. Ф. Иҫәнғолов.
2. диал. Мал ялғашы. □ Корыто.
АШЛАУ II (ашла-) (Р: удобрять;
И.: fertilize; T.: gübrelemek) ҡ.
Тупраҡҡа ашлама индереү. □ Удобрять. Ерҙе ашлау. Өҫтәмә рәүештә ашлау.
АШЛАУ III (ашла-) (Р: крахмалить; И.: starch; T: kolalamak) ҡ.
Буйлыҡ епте йәки туҡыманы крахмаллау. □ Крахмалить. Туҡыманы ашлау.
АШЛАУ IV (ашла-) (Р: прививать; И.: inoculate; T.: aşılamak) ҡ.
1. Бер емеш ағасының ботағын икенсе емеш ағасына ялғау. □ Прививать. // Прививка. Урман алмаһына баҡса алмаһын ашлау.
2. диал. Һап ҡуйыу; һаплау. □ Насаживать на черенок. Салғыны ашлау. Балтаны ашлау.
3. диал. Үҙ урынына ҡуйыу. □ Пригонять, подгонять. Рамды тәҙрәгә ашлау.
4. диал. Энә менән сәнсеп тәнгә дарыу ебәреү; укол ҡаҙау. □ Делать укол. ■ Малды түләмәгә ҡаршы ашлаған өсөн докторҙар аҡса алмай, хөкүмәт дарыуҙы бушлай бирә. Ф. Төхфәтуллин.
АШЛЫ (Р: сытый; И.: with food; T: aş-lı) с.
1. Ашы булған. □ С едой, пищей, сытый. Ашлы өй. • Ат ҡәҙерен атлы белмәҫ, аш ҡәҙерен ашлы белмәҫ. Мәҡәл.
2. Крахмалға манылған, крахмал һеңдерелгән. □ Накрахмаленный, крахмальный. Ашлы тауар.
АШЛЫҠ (ашлығы) (Р: зерно; И.: standing crops; T: aşlık) и.
1. Он, ярма өсөн үҫтерелгән ауыл хужалығы үҫемлеге; иген. □ Зерно, хлеб. Ашлыҡ сабыу. Ашлыҡ сәсеү. Ашлыҡ утау. Ашлыҡ урыу. Ашлыҡ һуғыу. Көҙгө ашлыҡ. Яҙғы ашлыҡ. ■ Ямғыр, яу, яу, яу, ашлыҡ үҫһен тау, тау. Халыҡ ижадынан. • Көҙгө ашлыҡты кәлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс. Әйтем.
2. Шул үҫемлектең аҙыҡҡа файҙаланылған орлоғо. □ Хлеб. Тос ашлыҡ. ■ Келәт тулды ашлыҡҡа, бейештеләр шатлыҡҡа. Ғ. Амантай.
АШЛЫҠ АРТЫ (Р: мякина; И.: chaff; T: başak samanı) и. а.х.
Иген елгәргәндә ҡалған ҡый; кәбәк.
□ Мякина.
АШЛЫҠ ҠУҢЫҘЫ и. зоол. ҡар. иген ҡуңыҙы.
АШЛЫҠ ТУТЫ (Р: ржавчина хлебная; И.: mildew; T.: ekmek pası) и. a.x.
Ашлыҡтарға ҡунған бәшмәк саңы.
□ Ржавчина хлебная.
АШЛЫҠ ЫРЖАҺЫ и. ах. ҡар. ашлыҡ туты.
АШМАНТАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
399