Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 400


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АШНАҠ
Ҡырғыҙ башҡорттарының аймаҡ исеме.
□ Название родового подразделения башкир племени кыргыз.
АШНАҠ (ашнағы) (Р.: летняя кухня; И.: cookhouse; T.: yaz evi) и.
Йәй көнө аш-һыу әҙерләй торған ҡоролма; аласыҡ. □ Летняя кухня (во дворе).
АШНАҠСЫ (Р: повар; И.: cook; T.: aşçı) и.
Аш-Һыу әҙерләүсе; аш бешереүсе; ашсы.
□ Повар, повариха. ■ Балалар йортонда йәйге лагерға күскән саҡта Гөлгөнә ашнаҡсы Бибиниса апайҙың усаҡ сығарғанын ҡарарға ярата ине. Ш. Янбаев. • Йыртанас кеше йырсы булған, ашамһаҡ кеше ашнаҡсы булған. Мәҡәл.
АШӨЙ (Р: кухня; И.: kitchen; T.: mutfak) и. диал.
Аш-Һыу әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән айырым бүлмә. □ Кухня.
АШ ӨЙӨ (Р: кухня; И.: kitchen; T.: mutfak) и.
Аш-Һыу әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән айырым аласыҡ. □ Кухня, летовка.
АШ СОДАҺЫ (Р: пищевая сода; И.: cooking soda; T.: besin soda) и.
Ике өлөшлө күмер кислоталы натр, аҡ онтаҡ матдә (медицинала һәм кулинарияла ҡулланыла). □ Пищевая сода.
АШ СӨГӨЛДӨРӨ (Р: столовая свёкла; И.: beet; T.: pancar) и. бот.
Ҡыҙыл сөгөлдөр. □ Столовая свёкла (лат. Beta vulgaris).
АШ САНАҺЫ (Р: повозка с угощениями; И.: cart with treats; T.: hediyeler yüklenen araba) и. этн. диал.
Ҡыҙҙы оҙатҡанда күстәнәстәр, йыуасалар һалып бара торған сана; аш арба. □ Повозка с угощениями во время проводов невесты.
АШ СҮМЕСЕ (Р: половник; И.: soup ladle; T.: kepçe) и.
Аш өләшә торған бәләкәй сүмес формаһындағы оҙон һаплы хужалыҡ йыһазы.
□ Половник.
АШСЫ и. ҡар. ашнаҡсы.
АШТАБАҠ (аштабағы) (Р: большая чаша; И.: a large bowl for meat; T.: büyük kase) и.
Сеүәтәгә ҡарағанда ҙурыраҡ һауыт.
□ Большая чаша для супа, мяса и т.п. ■ Хужа ҙур бер аштабаҡ ҡатыҡ, өс икмәк килтергән. Юлаусы быларҙы ла һыпырған. Әкиәттән.
АШТАУ и. диал. ҡар. аштабаҡ.
АШ ТАЯРЛАУ (аш таярла-) (Р: приготовление еды; И.: cooking; T.: yemek pişirme) ҡ. диал.
Аш әҙерләү. □ Готовить еду. // Приготовление еды.
АШ ТОҘО (Р: поваренная соль; И.: table salt; T.: sofra tuzu) и.
Аш-Һыуҙы тәмләй торған әсе кристаллик есем. □ Поваренная соль.
АШ ТӨРЛӘҮ (аш төрлә-) ҡ. ҡар. аш көҫәү.
АШТЫРЫУ (аштыр-) (Р: переполнять; И.: overfill; T.: aştırmak) ҡ.
1. Ситенән аша сығарып тултырыу; артылдырыу. □ Переполнять, переливать через край. Мискәнән аштырыу. Аштырғанса ҡойоу.
2. Саманан тыш ҡыланыу, арттырыу.
□ Переборщить, переходить границу, меру. Аштырып ебәреү.
3. күсм. Һөйләгәндә булмағанды өҫтәү; арттырыу. □ Преувеличивать. ■ Һәр бер һөйләүсе йәки йырлаусы отоп алған йырына йә әкиәтенә үҙенән яңы һүҙҙәр ҡушып, арттырып, аштырып һөйләй. Ғ. Амантай.
АШУҒ [төрки < ғәр. asiq ‘ғишыҡ тотҡан’] (Р: ашуг; И.: ashug; T.: aşık) и.
Кавказ халыҡтарында халыҡ шағиры йәки йырсыһы. □ Ашуг.
АШХАНА [төрки аш + фарсы хана] (Р: столовая; И.: eating place; T.: mutfak) и.
Күмәк халыҡ туҡлана торған урын.
□ Столовая. Ашханалар тресы. Ашхана залы. ■ Миңлебай Нәжипич мине ҡайһы
400